Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йән индергән йортом тағы ҡотһоҙланды...

 Уйламағанда һәм көтмәгәндә беҙҙе ташлап киткән ҡатыным ҡайтып инде. Яратҡан кешеһе бар аҡсаһын тартып алып ҡайҙалыр алып барып ташлап киткән икән. Көскә беҙҙең яҡтарға ҡайтып еткән.

Ете йыл элек ҡатыным менән яратышып өйләнештек. Мин уны бик ныҡ яраттым. Ул да яуап бирә кеүек ине. “Ине” генә булған шул. Улыбыҙ тыуғас ҡатыным ҡырҡа үҙгәрҙе. Буштан-бушҡа бәйләнә башланы: эш хаҡын әҙ алам, өй эштәрендә ярҙам итмәйем һ.б. Ҡунаҡҡа барған саҡтарыбыҙҙа кешеләр алдында минең биттән алды, кәмһетте. Барыбер түҙҙем. Улыма дүрт йәш тулғас ҡатыным юҡҡа сыҡты. Улымды баҡсанан алып ҡайтып инһәм, әйберҙәре лә юҡ, йыйып барған аҡсабыҙҙан да елдәр осҡан (300 мең һум тирәһе бар ине). Уның ҡарауы мине юҡҡа сығарған хат ята: “Өҙөлөп яратҡан кешемде онотор өсөн генә һиңә кейәүгә сыҡтым. Ул мине эҙләп килгән. Һаман да ярата икән. Мин уның менән китәм”.

Балабыҙ тураһында бер һүҙ юҡ. Тәүге осор мин ныҡ ҡына эсә башланым. Аҙна буйы иҫерек йөрөнөм. Бер төн айнығып уянып киткәндә янымда улым ултыра ине. Өйҙөң бар бүлмәһендә ут яна. Баламдың ҡараңғынан ҡурҡҡаны иҫемә төштө. Бар ерҙә шешәләр туҙып ята, өй бысраҡ. Бер нөктәгә төбәлеп ултырған улымдың күҙҙәрендәге хәсрәтте күреп аҡылдан яҙыр сиккә еттем. Уны ҡосаҡлап алып, илай-илай ғәфү үтендем. Көс-хәл менән тороп улыма ашарға бешереп ашаттым да, йоҡларға һалдым. Үҙем таңға тиклем йоҡлай алмай яттым. Ярай, бисә ташлап киткән икән, ә баламдың бында ни ғәйебе бар? Әсәһеҙ ҡалған улыма меңләтә ауыр икәнлеген аңланым. Ошонан һуң икәүләшеп матур итеп йәшәп киттек. Улым үҙен әсәле балаларҙан кәм тоймаһын өсөн барыһын да эшләнем. Күптәр беҙҙең әсәйебеҙ юҡлығын белмәне лә. “Ситкә эшкә китте”,-тип тә алдар инем.

Ике йыл үткәс бер йәш ҡатын менән осраша башланыҡ. Барыһы ла яҡшы бара ине. Тик уйламағанда һәм көтмәгәндә беҙҙе ташлап киткән ҡатыным ҡайтып инде. Яратҡан кешеһе бар аҡсаһын тартып алып ҡайҙалыр алып барып ташлап киткән икән. Көскә беҙҙең яҡтарға ҡайтып еткән. Ҡыуып сығара алманым. Ғаилә яңынан ҡушылды һымаҡ бергә, тик улым да әсәһенә бармай, мин дә ҡатыныма ҡарата һыуынғанмын. Икәүләп кенә йәшәгәндә көскә йән индереп алған йортобоҙ тағы ла ҡотһоҙ булып ҡалды. Нисәмә йыл ҡайҙалыр ситтә йөрөп ҡайтҡан ҡатын миңә сит, ә ҡыуып сығарырға йәл.

Ф.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: