Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Түҙмәнем... һуҡтым

Ошо мәктәп программаһы буйынса уҡытыусыларҙың үҙҙәрен, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, етәкселәрен контроль эш эшләтеп, ОГЭ, ЕГЭ тигәндәрен тапшырттырып ҡарар кәрәк ине. Эшләй алырҙар инеме икән?..

Улым менән дәрес әҙерләйбеҙ. Өсөнсө сәғәт китте, баланы тыңлатып алып булмай. Өҫтәүенә, хәҙерге мәктәп программаһын бөтөнләй аңлап булмай. Өсөнсө класта ғына уҡыһа ла, үҙем буталып бөтәм. Улымдың дәрес әҙерләгеһе килмәгәне тойолоп тора. Түҙмәй елкәһенә берҙе төртөп ебәрҙем. Быға тиклем тырнағым менән дә ҡағылғаным юҡ ине. Үҙемә лә ҡыйын булып китте. Улым миңә әйләнеп ҡараны ла башын сайҡап: “Нимә, әсәй, ошонан һуң мин аҡылланып китер тип уйлайһыңмы?” -тип һорап ҡуйҙы.

Ҡул һелтәнем. Ялҡтым, ысынын әйткәндә. Ошо мәктәп программаһы буйынса уҡытыусыларҙың үҙҙәрен, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, етәкселәрен контроль эш эшләтеп, ОГЭ, ЕГЭ тигәндәрен тапшырттырып ҡарар кәрәк ине. Эшләй алырҙар инеме икән? Мин, ниңәлер, шикләнәм.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: