Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әхирәт таптым

Егетемдең тағы бер ҡыҙ менән йөрөгәнен белеп ҡалмаһам, үҙемдең шул тиклем оҫта итеп үс ала белгәнемде бер ҡасан да белмәҫ инем...

Егетемдең тағы бер ҡыҙ менән йөрөгәнен белеп ҡалмаһам, үҙемдең шул тиклем оҫта итеп үс ала белгәнемде бер ҡасан да белмәҫ инем. Тәүҙә ултырып, үкереп илап алдым. Унан теге ҡыҙға киттем. Егеттең минең менән дә осрашҡанын ул да белмәгән булып сыҡты. Шул уҡ кисте мин “һөйгәнемде” осрашыуға саҡырҙым. Ул осоп килеп етте. Тик унда беҙ уны теге ҡыҙ менән икәүләп көтә инек. Бының күҙе дүртәү булды. Аптырап ҡалманым: “Һайла, кемебеҙ менән ҡалаһың?”-тинем. Егетебеҙ оҙаҡ аптыранып торғандан һуң мине һайланы. Теге ҡыҙ уны һүгеп әрләп ситкә китте. Ә мин: “Беләһеңме, һин миңә кәрәкмәйһең”,-тип егетте ҡыуып ебәрҙем. Артабан беҙ теге ҡыҙ менән кафеға киттек. Икәүләшеп фотоға төшөп социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләребеҙгә һалдыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, теге егет хәҙер беҙҙе иң алама зат тип һанай, ә мин үҙемә бик яҡшы әхирәт һәм серҙәш таптым.

Читайте нас: