-10 °С
Болотло
Ошо хәлде әле лә һағынып иҫкә алам. Яҙғыһын эштән ҡайтып барам. Кис. Ҡаршыма өс эсеп алған ир килә. Шул саҡ береһе минең ҡаршыма туҡтаны. Ҡотом осто. Етмәһә тирә-яҡта бер кем дә юҡ. Шул саҡ ул миңә бер шәлкем сирень һуҙҙы. “Беҙҙең алдыбыҙҙа уҡ ташлама инде, һылыу. Күҙеңдән юғалғас ташларһың”,-тине. Мин ҡайҙа инде ташлау! Беренсенән, эштән арып, һуңлап ҡайтып барам. Икенсенән, миңә һуңғы тапҡыр ир кешенең сәскә бүләк иткәнен дә хәтерләмәйем. Ә иң мөһиме – миңә бер ҡасан да һылыу тип өндәшкәндәре юҡ ине әле!. Сиренде өйҙә вазаға ултыртып ҡуйҙым да, һулый башлағас китап араһына һалып киптерҙем. Бына шулай – бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй икән ул.