Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәгемдә - һөйөү ялҡыны
4 Декабрь 2020, 23:10
Ирҙән ... ҡатын кәңәше
Дуҫым ҡатынын яратһа ла, уның һәр саҡ кәйефһеҙ булыуынан, зарланыуынан ялҡа башлағайны. Хатта бергә балыҡҡа барғанда (ә ул балыҡ тоторға бөтөнләй яратмай, ҡатынынан ҡасыр өсөн беҙҙең менән бергә йөрөй) “Егеттәр, әллә үҙемә һөйәркә табып алайыммы икән, ҡаҡшатты бит был бисә! Нимә эшләһәм дә, риза түгел, әрләшеп тик йөрөй”,- тип кәңәш һорап ултырҙы. Беҙ: “Аҡсаң күп булһа - тап һөйәркә!”-тип хахылдап көлөштөк тә, оноттоҡ.
Дуҫым ҡатынын яратһа ла, уның һәр саҡ кәйефһеҙ булыуынан, зарланыуынан ялҡа башлағайны. Хатта бергә балыҡҡа барғанда (ә ул балыҡ тоторға бөтөнләй яратмай, ҡатынынан ҡасыр өсөн беҙҙең менән бергә йөрөй) “Егеттәр, әллә үҙемә һөйәркә табып алайыммы икән, ҡаҡшатты бит был бисә! Нимә эшләһәм дә, риза түгел, әрләшеп тик йөрөй”,- тип кәңәш һорап ултырҙы. Беҙ: “Аҡсаң күп булһа - тап һөйәркә!”-тип хахылдап көлөштөк тә, оноттоҡ.
Тиҙҙән дуҫым бөтөнләй юғалды. Бер ҡунаҡта осраштыҡ. Быны танымаҫһың да! Өҫтөндәге кейеме яңы, үҙ-үҙен тотошо бөтөнләй икенсе. Ә ҡатыны! Һәр саҡ ҡараңғы сырай менән йөрөгән ҡатын балҡып ултыра, туҡтауһыҙ иренең ҡолағына ниҙер шыбырҙай, уныһы кәләшкәйен ҡосағынан ысҡындырмай. Яңы өйләнешкән парми ни?! Тәнәфескә сыҡҡанда тегенән был үҙгәрештәрҙең сәбәбен һорайым. Әйтмәй. Ҡатыны яныбыҙға килгәс: “Минең дуҫ сәпсим юғалды, хәҙер беҙҙең менән балыҡҡа ла йөрөмәй. Әллә бикләп тотаһың инде”,-тинем. Уныһы шунда уҡ иренә һырынып: “Ысынлап та, күптән дуҫтарың менән осрашҡаның юҡ. Ял көндәрендә йөрөп ҡайт”,-тигәйне артыма ҡолап китә яҙҙым. Күл буйында дуҫымдан көскә барыһын да һөйләтеп алдым. Ул ҡатынының интернет аша ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙҙар форумында ултырғанын күреп ҡалған. Унда ирең менән нисек мөнәсәбәтте яйға һалыу тураһында кәңәшләшәләр икән. Дуҫым шул форумда ҡатындар исеме менән теркәлгән дә, үҙенең ҡатынына ире менән мөнәсәбәтте нисек яҡшыртырға кәрәклеген кәңәш бирә башлаған. “Ҡатыным миндә ниндәй һыҙаттарҙы оҡшатмағанын, ғөмүмән, ғаилә тормошонда ни өсөн бәхетһеҙ булыуын яҙғас, уны аңлай башланым. Мин дә үҙгәрә башланым. Шул уҡ ваҡытта ҡатынымдың насар сифаттарын һүрәтләп яҙып, “бына шундай ҡатын булһаң, иреңде юғалтасаҡһың”,-тип яҙҙым. Һөҙөмтәлә икебеҙ ҙә үҙгәрҙек. Ун йыл йәшәү дәүерендә бер ҡасан да ул тиклем бәхетле булғаным юҡ ине әле”,-тине дуҫым.
Хәҙер мин дә ҡатынымдың ниндәй форумдарҙа ултырғанын аңдый башланым...
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы