Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Таныныңмы?.. ҠАРАҠАЙ- МУЙЫЛЫҢДЫ?..

Тик тартып алдылар ҡараҡайыңды... Үҙең дә шул өйөрө менән ташланған егеттәргә ҡаршы тора алырлыҡ түгел инең. Һинең ҡанға батҡан йөҙөңдө, йыртылған күлдәгеңде күреп, мин һинән баш тарттым...

“Минең матурым... Ҡараҡайым минең... Муйылым...”

“Муйылым” тигәнеңде ишетеп асыуланып китәм. “Шул тиклем дә ҡара түгелмен бит мин!”-тип ситкә боролам. Үҙем һиңә күрһәтмәй генә көләм. “Мин бит муйыл яратам! Бик-бик! Айырыуса ҡап-ҡара, бешкән генәләрен. Ииих! Һинең ирендәрең кеүек татлы!”

Оялып башымды аҫҡа эйәм. Унан: “Бер мәртәбә үпкәндән иҫеңдә ҡалдымы тәме?”-тип шаяртып маташам.

Һыйынышып ятаҡтың тәҙрә төбөндә ултырабыҙ. Уйламағанда яралған мөхәббәтебеҙҙе бер-беребеҙгә белгертмәҫкә тырыштыҡ тәүҙә. Әммә кис һайын ошо урында осрашабыҙ. Икенсе ҡаттағы курсташтар ҙа өйрәнде быға хәҙер – беҙҙең урынды алмай башланылар. Таңға тиклем ултырабыҙ. Юҡ-барға көләбеҙ йә тын ғына ултырабыҙ. Ә йөрәктәр дөп-дөп килә... Иртәнсәк университетҡа йүгергәндә лә бер-беребеҙҙе һағалайбыҙ. Ошо биш минутлыҡ ҡына юлды ла бергә генә үтеү үҙе бәхет ине беҙҙең өсөн.

Тик тартып алдылар ҡараҡайыңды... Үҙең дә шул өйөрө менән ташланған егеттәргә ҡаршы тора алырлыҡ түгел инең. Һинең ҡанға батҡан йөҙөңдө, йыртылған күлдәгеңде күреп, мин һинән баш тарттым. Яратыу түгел, күрә алмаған кешегә: “Булам һинең менән, тик теймәгеҙ уға”,-тинем. Беҙҙе яҡлар көс юҡ ине. Көпә-көндөҙ кешене талаған, үлтергән, юҡҡа сығарған 90-сы йылдар ине...

27 йыл үткән... Күрә алмаған кеше менән бергә булманым мин. Һине ҡотҡарыр өсөн генә бер нисә ай бергә булдым да, айырылыу сараһын таптым.

Булдымы бәхетем? Әлбиттә, булды. Мөхәббәтем дә. Мин ҡараҡай булһам, ул да һинең кеүек һарыҡай ине)))

27 йыл үткәс телефон аша һинең тауышыңды ишетеү, һинең миңә өндәшеүең ауырыу баҫҡан донъяны йәмләп, матурайтып ебәрҙе. Иҫләйһеңме икән, ҡараҡайыңды? Уныһы мөһим дә түгел... Битләүегеңә инеп фотоңа күҙ һалам көн дә. Һарыҡай сәстәреңдә сал сәстәр, маңлайыңда сырыштар күренә. Шул тиклем уларға бармаҡтарым менән ҡағылғым килә, белһәң ине! Компьютер аша саллана башлаған сәстәреңә ҡағылып алам, бармағым менән сырыштарыңдан йөрөтәм. Улар һис тә боҙмай һине, шул тиклем килешә!.. Сәстәрең дә элекке кеүек йомшаҡ ҡыналыр инде. Йылмайыу йәшергән матур күҙҙәреңде ҙурайтып туйғансы ҡарайым да, бәхет теләп битләүегеңдән сығып китәм... Биш минуттан яңынан инеп, күҙем талғансы тағы ҡарар өсөн...

Яҙмыш тағы осраштырҙы беҙҙе. Хәҙер инде беҙҙе уртаҡ эш бәйләй. Таныныңмы икән ҡараҡайыңды? Белмәйем...

Һин бәхетле генә бул, йәме. Миңә шунан артыҡ бер ни кәрәкмәй. Ә мин һине танымаған булайым... 27 йыл үткән бит...

Читайте нас: