Мин донъяла бер нәмәнән ҡурҡам -
Мөхәббәтһеҙ тигән исемдән.
Рауил Бикбаев.
Мөхәбәт яҙыҡ түгел. Мөхәббәтһеҙ уйнаш яҙыҡ...
Мостай Кәрим.
Мөхәббәттән дә көслө, үсле, көнсөл нимә бармы икән?
Дилә Булгакова.
Мөхәббәтһеҙ кешенең көнө ҡыштыр.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев.
Мөхәббәт – ул кипкән, янған ергә
Яуып киткән ямғыр шикелле.
Назар Нәжми.
Мөхәббәттең тамуғы ла ожмах.
Әнғәм Атнабаев.
Мөхәббәтте юғалтырға мөмкин,
Ләкин мөмкин түгел төңөлөү.
Әнисә Таһирова.
Алла итеп һинең исемеңде
Табынырға мең-мең мәртәбә
Мин барырмын, Мөхәммәтем күреп,
Мөхәббәтем, һинең Мәккәгә.
Риф Мифтахов.
Мөхәббәт...Һин сир кеүек икәнһең – саҡырғанда килмәйһең, ҡыуғанда – китмәйһең.
Ибраһим Абдуллин.
Мин ғәйепле түгел яратҡанға,
Мөхәббәт миңә буйһонмай.
Ул ирекле, азат, осҡан ҡоштай,
Иркен донъяларҙы тарһынмай.
Таңһылыу Ҡарамыш.
Кешене мөхәббәт йәшәтә.
Кешене мөхәббәт йәшәртә.
Кешене мөхәббәт мөхәббәтле итә.
Кешене мөхәббәт илертә лә, тилмертә лә
Мөхәббәт өсөн хатта йәндәр фиҙа.
Ғайса Хөсәйенов.
Яҙмыш, яҙмыш, һиңә үтенесем шул:
Илһам ҡанатҡайым ҡайырма!
Теләһәң уттарға һал, һыуҙарға һал,
Иллә мөхәббәттән айырма!
Абдулхаҡ Игебаев.
Мөхәббәт ул башта ҡыҙ, егеттә
Яҡын дуҫлыҡ ҡына була икән,
Ә һуңынан, татлы емеш биреп,
Бала ғүмере булып тыуа икән.
Ғәлимов Сәләм.
Мөхәббәтһеҙ күңел – буш бер һауыт.
Таңһылыу Ҡарамыш.
Мөхәббәтһең кеше – иң бәхетһеҙ,
Ул ҡот осҡос мыжыҡ, ҡаяулы,
Ғашиҡтар ҙа әүлиәләр түгел,
Тик мөхәббәт булғас – аяулы.
Хәсән Назар.
Йәншишмәкәй ул Мөхәббәт икән,
Йәншишмәнән эскән – Үлемһеҙ.
Рәми Ғарипов.
Мөхәббәт бөтәһен дә аҡлата, ярлыҡата...
Мостай Кәрим.
Мөхәббәт кисермәй.
Ринат Хәйри.
Мөхәббәттә юҡ ул хәйер һорау.
Була икән, тимәк, һөйөү түгел.
Ҡанатлы хис, зәңгәр күктәр өсөн
Түбәнлеккә төшмәҫ һөйгән күңел.
Зөһрә Ҡотлогилдина.
Мөхәббәттән донъя ҡотайыр.
Тойғон.
Һөйөү менән нәфрәт йәнәш икән
Мөхәббәт тә тигән тоҙаҡта...
Флүзә Мырҙабаева.
Мөхәббәт яҙған күңел -
Еңелгән яу яланы.
Рәмил Йәнбәк.
Эй, мөхәббәт, ниндәй милләттән һин?
Барыһына риза, бошонмам.
Көфөр булһаң, йәнем, һинең өсөн
Суҡынырға әҙер мосолман.
Әхмәр Үтәбай.
Яратылмай йәшәп булһа ла бит,
Нисек йәшәйһең һуң яратмай.
Тойғон.
О мөхәббәт. Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.
Мостай Кәрим.
Мөхәббәт – ул әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап-һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен;
Көйҙөрөр тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин, йәшен,
Ҡоя күрмә тик аҙаҡтан күҙең йәшен!
Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә, утлы йәшен.
Рәшит Назаров.