Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сәләм хат Мәскәүҙән

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле күргән иркәм Миндиниса! Мин үҙемдең йәш күкрәгемдән ҡайнап, парланып сыҡҡан ялҡынлы сәләмдәремде һеҙҙең тарафҡа, ошо аҡ ҡағыҙ аша, ҡара менән яҙып оҙатып ҡалам, ҡабул итеп алһағыҙ. Һәм һеҙҙең көндәлек тормошоғоҙға ҙур уңышлыҡтар теләп һәм һәр бер аҙымығыҙҙа аҡ бәхеттәргә ирешеүегеҙҙе теләп ҡалыусы иптәшең “З...”Сәләм һуңында минең хәлде белмәк булһағыҙ, мин һеҙҙән айырылып киткәндәге кеүек итеп һау ғына хеҙмәт итеп йөрөйөм әле, алдағыһын белеп булмай.

Их, бәғерем, һин белмәйһең минең нисек һағынғанды! Айырылғандан бирле һәр ваҡыт ҡына һеҙҙе уйлап тик йөрөйөм. Үҙем дә белмәйем нишләп икәнде. Дә, нишләп кенә таныштым икән? Әгәр ҙә танышмаған булһам, был хәтлем уйланмаҫ инем... Хәҙер бер генә минутҡа ла иҫемдән сыҡмайһығыҙ. Ҡайҙа ғына барһам да күҙ алдында тораһығыҙ. Бигерәк тә беҙҙең хисләнгән урындар иҫтән сыҡмай. Һин минең йөрәккә ут һалдың, ә һыу һипмәнең.
Бына әле бер үҙем бер бүлмәлә ултырам. Тышта ҡараңғы. Сәғәт ун ике тула ун биш минуттан. Бөтә үлек тынлыҡты боҙоп, сәғәт һуҡҡан тауыш ҡына ишетелә. Был тауыш йөрәктең иң төбөндәге нервыны ҡуҙғата, сөнки беҙ был ваҡытта, ошо сәғәттәрҙә бергә йөрөй торғайныҡ. Беҙҙән бәхетле кеше юҡ ине. Бәғерем, һинең әйткән йылы һүҙҙәреңде мин бер ваҡытта ла онота алмам инде, сөнки был минең беренсе һөйөүем һәм һуңғыһы булырға тейеш, яҙмыш булһа.
... ...
Ярай, шуның менән үҙемдең хатты тамам итеп, һеҙҙән түҙемһеҙлек менән хат һәм фото көтөп ҡалыусы иптәшең – үҙең беләһең.
Хуш-һау булығыҙ. Һеҙҙең йомшаҡ ҡулығыҙҙы ҡыҫып, рөхсәт итегеҙ һеҙҙе хат аша үбергә...
Был “З”-ның 1927 йылғы хаты. Һуғыштан һуң Мсәкәүҙә 51-се йылға тиклем хеҙмәт итә. Отпускыға ҡайтҡан саҡта үҙенең дуҫының ҡарындашы менән таныша. Хат алышалар. Тик ул бик иртә вафат була. Өс балаһы ҡала. Хаттарҙың бер-нисәһе кәләшендә һаҡланған. Хәҙер ҡыҙында һаҡлана.
Таңһылыу Вәлиева.
Читайте нас: