Бөтә яңылыҡтар

Һиңә

Тормош - ул ҡуласа. Был төн мин бәхетле инем. Иртәгә ул бәхетле... Бында ла дүртәү тәмле бәлеш менән сәй эсә. Өсөнсө төндә тағы дүртәү тәмле бәлеш менән сәй эсә. Тик бында бер кеше - атай ғына уртаҡ. Ҡалғандары башҡалар... Үкенесме? Әллә бәхетме?Был хат тап ошо турала яҙылған.

Ул төн - ябай бер төн ине. Һәр кемдең йәшлегендә була торған бер төн. Бер ниндәй ҙә мөғжизә булырға тейеш түгел ине ул төндә. Мин күңел асырға сыҡҡайным. Дөрөҫөрәге, һин шылтыратып сығарттырҙың мине. Иһә, Айhылыузың ағаһы. Таныштыҡ. Ябай аралашыу барҙы. Һин, мин, Айhылыу һәм Фәдис. Һуңынан, һин мине оҙатып ҡуйҙың. Тәү баштан уҡ уйлап килдем, һин минең Ильяс ағайыма оҡшағанһың тиеп: аралашыуың да, йөҙө, төҫөң дә, аптырашлы ҡарашың да. Тап үҙе. Тик әле һүҙ ағайым турында түгел, ә һинең хаҡыңда. Шулай ҙа бит Нур, ул төн – ябай төн ине. Мин дә ябай ауыл ҡыҙы, һин дә – ябай ауыл егете. Бер ниндәй мөғжизә булырға тейеш түгел ине бит ул төндә...

Беләһеңме, ул көн - матур һәм ҡояшлы көн ине. Шул матур көндә мин бәхетле булғым килгәйне. Һинең менән. Һинең яныңда. Һиңә иркәләнеп, һинең йылы ҡосағыңа инеп, бала кеүек иҙрәп йоклап китәһем килде минең, шул уҡ ваҡытта һинең тыныңды, йөрәк тибешеңде тойоп, һин минеке, ә мин һинеке икәнлегемде бар булмышым менән һиҙеп, ысынлап та, был донъяла һин мине бәхетле ҡатын-ҡыҙ, ә мин һине бәхетле ир затынан итеүемде аңлап, бәхетебеҙҙең иге-сиге юҡлығына инанып, йәшәгем килгәйне. Күҙеңде йом әле. Күрәһеңме, мин ап-аҡ күлдәктә. Беҙҙең туйыбыҙ бара. Барлыҡ туғандар, дуҫтар, беҙҙең ата-әсәләр. Беҙ улар алдына барып баш эйәбеҙ. Ситкә ҡара әле, быныһы - беҙҙең матур өйөбөҙ. Ҙур тәҙрәнән мин шат йылмайып, һинең эштән ҡайтыуыңды көтөп торам. Ә өй эсендә беҙҙең бәләкәстәр: “Атай- атай” тип һинең муйыныңа йәбешәләр. Бына, беҙ дүртәүләп ултырып сәй эсәбеҙ. Бөгөн мин һеҙгә тәмле бәлеш бешергән инем. Ул көн - матур һәм ҡояшлы көн ине. Беҙ бәхетле инек.

Ҡара әле, өсөнсө төн һәм көн – улар ҙа үҙенсә матур һәм үҙенсә ябай ине. Тик минең өсөн түгел. Һиңә иркәләнеп, һинең йылы ҡосағыңа һыйынып,һинең тыныңды, йөрәк тибешеңде тойоп, мин түгел, икенсе бер ҡатын-ҡыҙ бәхетле ине. Күҙеңде йомма. Көн кеүек асыҡ бит. Ул һине бәхетле итте. Ҙур тәҙрәнән йылмайып, ул һинең эштән ҡайтыуыңды көтөп тора ине. Ә өй эсендә һеҙҙең бәләкәстәрегеҙ: “Атай- атай” тип һинең муйыныңа йәбештеләр. Бына, һеҙ дүртәүләп ултырып сәй эстегеҙ. Бөгөн, ул һеҙгә тәмле бәлеш бешергән ине. Ул көн һәм төн - матур һәм ҡояшлы көн һәм төн ине. Һеҙ бәхетле инегеҙ. Ә мин юҡ.

Моңһоу ҡыҙ.
Читайте нас: