Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мин һинеке түгел!

Хис... Мөхәббәт хисе... Ҡылдан да нәҙек бит ул. Һаҡһыҙ ҡыланһаң, өҙөлә лә ҡуя. Сираттағы мөхәббәт хаты ла тап ошондай хис тураһында булыр.

Был йөрәк һыҙлауы ҡасан баҫылыр?! Бар булмышымды баҫып алған ауыртыныуға түҙә алмай, иҙәнгә һығылып төшәм. Юҡ, иламайым мин. Илай-илай, йәштәрем бөттө, хәлем дә ҡалманы. Ниндәй гонаһтарым өсөн ебәрҙе һине миңә Юғары көстәр?! Бер кемдең дә хис-тойғоларынан көлгәнем дә, эшкә һанамағаным да булманы бит!..
Барыһы ла нисек матур башланғайны! Күптән ир-егет халҡына ышанмаған йөрәгемде яулар өсөн нимә генә эшләмәнең?! Һинең смс хәбәрҙәреңдең ҡайнарлығынан телефоным ирер сиктә ине бит. “Хоҙай һине был донъяға тик минеке булһын өсөн яралтҡан... Һине Баймаҡта булмағанда, ҡояштың балҡышы, төҫтәрҙең сағыулығы юғала... Һинең эшең янынан көнөнә ун мәртәбә үтәм, тәҙрәләреңә ынтылып-ынтылып ҡарайым. Йүгереп килеп сығырһың да, минең ҡосағыма атылырһың төҫлө...” Ошондай һүҙҙәрең айҙар үтә бара тәнемде эҫеле-һыуыҡлы итә башланы. “Ә, бәлки, һин дә бәхеткә лайыҡһыңдыр? Мөхәббәтең, яҙмышың – Улдыр!”-тип тынғы бирмәне йөрәгем. Сираттағы өгөтләүеңә ҡаршы тора алманым – осрашыуға килдем. Гөлләмәңде шундай ҡыйыуһыҙ ғына тапшырға кеүек инең. Тәүге мәртәбә ҡайнар иреңдәреңде тойоу ҙа йөрәгемә утлы тамға һалды. Эйе, мин тик һинеке булырға хыялландым...
Ҡайҙа, ҡайҙа шул хистәр?! Мөхәббәт аҡылдан яҙыу сиккә етеү?! Ҡапыл ҡарашың һалҡынайҙы, әйтерһең дә, һин бөтөнләй сит кеше. Уйламағанда юғала башланың. Бер ҡасан да әйтмәгән һүҙҙәрҙе үҙем яңғыраттым: “Бөгөн осрашабыҙмы, йәнем?”. Өндәшмәй ҡалдың, унан: “Көт, килермен”,-тинең. Килмәнең. Ә мин көттөм дә көттөм. Тәүгә сәғәтте үтә әкрен йөрөйһөң тип әрләнем, ә һинең килер ваҡытың үтеп киткәс, “ҡайҙа ҡабаланаһың?!” тип ярһыным. Көттөм. Бер көн, ике көн, аҙна... Ә һинең шылтыратыуың да, смс хәбәрҙәрең дә юҡҡа сыҡты. Мин терелә лә, терелтә лә беләм. Һинһеҙ йәшәргә өйрәндем. Тик һин шуны һиҙгән һымаҡ тағы барлыҡҡа килдең, мине кемдәндер көнләштең, нимәләлер ғәйепләнең... Ә мин үҙемде һәр саҡ ғәйепле тойоп, үҙем ғәфү үтендем. Ҡайнар һүҙҙәр, смстар, таңға тиклем һөйләшеүҙәр тағы тергеҙелде. Йөрәгем тағы ярһыны, күңелем тик һиңә ашҡынды. “Һин тик минеке, ишеттеңме, мин һине бер кемгә лә бирмәйем!”-тип туҡтауһыҙ ҡабатланың миңә. Һәм... тағы юғалдың. Был юлы эҙләмәнем һине. Бергә үткән һуҡмарҙы үттем, йоҡлай алмағанда социаль селтәрҙәрҙәге фотоһүрәттәреңде ҡосаҡлап йоҡланым, “һин минеке генә” тигән тауышыңды ишетеп төнөн һаташып уяндым. Һәм көттөм, йәшермәйем, көттөм. Ун көндән һуң яңынан сәскәләр тотоп балҡып килеп еттең. “Йөҙөң һурыҡҡан, ябыҡҡанһың, әллә ауырыйһымы?”-тип һораның. “Эйе, ауырыйым, мин һинең менән аурыйым!”-тип ҡысҡырғым килде. Тик өндәшмәнем. Һин ҡосаҡланың, мин тағы иренем, үҙ-үҙемде юғалттым.
Осрашыу-юғалыуҙарың менән арыуыҡ ваҡыт үтеп тә киткән. Минең йөрәгем бөгөн һуңғы көн һыҙлай... Юҡ, мин үҙ-үҙемде бер ни ҙә эшләтергә йыйынмайым. Мин һинән баш тартам. Эйе, һин миңә кәрәкмәйһең!.. Һин миңә кәрәкмәйһең!.. Әгәр мөхәббәт тик ғазап килтерә икән, ары йөрөһөн ул минән. Ошо фекергә килгәндән һуң, ниһайәт, бер төн тыныс йоҡланым – йоҡом туйҙы, кәйефем күтәрелде. Ә һиңә тик шуны ғына әйткем килә: “МИН ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ!”.
Самира.

Читайте нас: