Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Миңзәлә Сирғәлина-Боҫҡонова. Был минең һуңғы хатым.

Ҡәҙерле дуҫтар! "Йөрәгемдә - һөйөү ялҡыны" конкурсына тәүге хат килеп тә төштө. Уҡығыҙ, үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Дауаханала үлем менән көрәшкән ҡатындың иренә яҙған хаты берегеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ.

АҠ ҠАҒЫҘҘЫ АЛЫП АЛҒА ҺАЛҒАС,

ӘЛЛӘ НИҘӘР КИЛӘ БАШЫМА...

ҺӨЙӨҮҘӘРЕН ХАТҠА ҺАЛА КЕМДЕР,

ӘЖӘЛДӘРЕ ТОРҺА АЛДЫНДА...


Был минең тәүге һәм һуңғы хатым булыр ахры Һиңә.


… Яратам тип яр һалмай, ярты һүҙҙән аңлашып яралтҡайныҡ ғаиләбе - ҡәлғәбеҙҙе. Улдар- ҡыҙҙар тыуҙырып, ярты- ярты йәндәребеҙҙе тағы ла нығыраҡ нығытҡайныҡ. Тик... тик Хоҙай ебәргән һынау беҙҙең араны йырағайтыр микән?!. Мин больницала... Белгертмәйһең, борсолаһың. Шылтыратып ҡына сыҙамайһың, ара алыҫ тип тормай килеп етәһең. Көндән- көн шиңә барған тәнемә йәшәү һуты өҫтәрҙән күңелемде күтәрергә тырышаһың. Балалар, эш, Мин тип янған йөрәгеңден тибешен тыңлап ҡосағыңда иркәләнеү бар һыҙланыуҙарымды оноттора.Күҙ йәштәремде һөйәлле ҡулдарың менән һөртә һөртә, бер бөртөк тә сәсе ҡалмаған башымды усыңа алып күкрәгеңә ҡыҫаһың... Ҡайнар тыныуыңды, һәр тын алышыңды йотлоғоп тыңлап тын ҡалам... Ҡолаҡ осома ғына шыбырлап "һағындыыым! "- тийеүең ауыр терапияларҙа аҙашҡанда ла ишетелеп "етәкләп "доньяның был ярына алып сыға...

Өмөтһөҙ түгелмен, мин тырышам... һинең, минең, балаларыбыҙ бәхетенә... Йәшәргә.

Шулай ҙа. Әгәр әжәл...

Кисер бер үк әйтмәгән иркә һүҙҙәрем , бүлмәгән йылы ҡарашым өсөн...

арып ҡайтҡан саҡтарыңда мыжып буҙлауҙарыма...

Ҡырыҫһың, һалҡынһың тип тә әрләп алғыланым бер саҡ, ҡайнарлығың йомартлығың аңланым әле...ара йыраҡ.

Бәлким бөгөн, бәлким иртән...аралар булыр бөтөнләй йыраҡ...

Яҙылды 15-10-18.


Тәүге булһа ла һуңғыһы булмаған икән әле был үрҙәге хатым


Күрер көнөм, ейер ризығым бөтмәгәс, аллаға шөкөр, еп өҙөрлөк тә хәле юҡ тәнем ауырыуҙан тамам арынды тиерлек. Мин һауығыуға барам! Оса елә яуырыныңа аҡ халатты эләктереп килеп инер Һине көтөп көтөк булам. Беләм, бушамайһыңдыр әле. Төнгә ҡалып булһа ла, тәмле таң йоҡоңдо тырнап булһа ла килереңде беләм, көтәм.Мин ниһайәт ҡайтам, ауыр кисерештәр һаҡлаған тынсыу палатаны ғүмерлеккә ишеген ҡаты ябып ҡайтам. Яғамдан алыр үлем, шөкөр, йыраҡлашты.Һине көтәм. Йәнемде үлемдән һаҡлаусы Фәрештәм, был доньяла һинең барлығыңа, һөйөүеңдең ҡайнарлығына мин ғүмерем менән бурыслы. Бәхетлемен, был һынауҙар беҙҙе берләштерҙе генә.

Балаларым атаһы, йәнем һаҡсыһы, арҡа терәр таяуым!

Әжәлдәрҙән йолоп алды мине ЙӨРӘГЕҢДЕҢ ҺӨЙӨҮ ЯЛҠЫНЫ.

30-01-19

Миңзәлә Сирғәлина-Боҫҡонова

Читайте нас: