Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
28 Ноябрь 2025, 09:07

Ауыл хужалығы - мөһим тармаҡ

Ауыл хужалығы - мөһим тармаҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ауыл хужалығы тармағы өсөн эшселәр әҙерләү темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Ошо көндәрҙә Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Уның береһе Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай  институтында ойошторолһа, икенсеһе - Зекериә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында булды. Баймаҡтағы сара «Башҡортостандың Урал аръяғы. 5.0 Кадрҙар барыһын да хәл итә»  исеме аҫтында үтте. Унда БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, йәмәғәт эшмәкәре, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында эшләүсе Велмир Аҙнаев, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты Илшат Ситдиҡов, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, шәхси эшҡыуар  Гөлнара Байрамғолова, фермерҙар һәм студенттар ҡатнашты.

Ауыл хужалығы - мөһим тармаҡ

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ауыл хужалығы тармағы өсөн эшселәр әҙерләү темаһына түңәрәк өҫтәл үтте.

 

20 ноябрҙә Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Уның береһе Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай  институтында ойошторолһа, икенсеһе - Зекериә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында булды.

Баймаҡтағы сара «Башҡортостандың Урал аръяғы. 5.0 Кадрҙар барыһын да хәл итә»  исеме аҫтында үтте. Унда БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, йәмәғәт эшмәкәре, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында эшләүсе Велмир Аҙнаев, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты Илшат Ситдиҡов, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, шәхси эшҡыуар  Гөлнара Байрамғолова, фермерҙар һәм студенттар ҡатнашты.

Сараны асыу өсөн һүҙ уҡыу йортоноң директоры Илдус Зәйнуллинға бирелде. Ул мәртәбәле ҡунаҡтарҙы сәләмләп, ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләп сығарған белем усағы менән яҡындан таныштырҙы.

«Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы профессиональ белем биреү учреждениеһы булып тора. Ул Урал аръяғы өсөн генә түгел, ә бөтә республика агросәнәғәт комплексы өсөн квалификациялы белгестәр һәм эшсе кадрҙар әҙерләй. Беҙҙең филиалдар Баймаҡ районының Урғаҙа, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылдарында, Әбйәлил районында бар. Бөгөнгө көндә колледжда, ситтән тороп уҡыусыларҙы иҫәпкә алғанда, 14 йүнәлеш буйынса бөтәһе 994 студент белем ала», - тине ул сығышында һәм һәр бер йүнәлешкә туҡталып үтте.

Артабан һүҙ мәртәбәле ҡунаҡтарға бирелде. Әңгәмә формаһындағы аралашыуҙы Илдус Әдиф улы алып барҙы. Азат Булат улы сығышында район буйынса ауыл хужалығы тармағындағы хәлдәр менән яҡындан таныштырҙы.

«Ауыл хужалығы йылдан-йыл үҫешә, яңы берәмек техника агрегаттар  менән тулылана. Мәҫәлән, былтыр 33 берәмек яңы техника алһаҡ, быйыл улар һаны 55-кә етте. Хөкүмәт тарафынан төрлө программалар, гранттар булдырылыуы яҡшы. Был, үҙ сиратында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшен яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнай», - тине ул сығышында.

Студенттарға уҡыуҙарын матур итеп тамамлауҙарын, ошо йүнәлеш буйынса эшкә урынлашҡанда тәүҙә төрлө ҡытыршылыҡтар килеп тыуған осраҡта ҡурҡмаҫҡа кәрәклеге тураһында кәңәштәрен еткерҙе.

Велмир Аҙнаев ҡунаҡтарҙы һәм студенттарҙы үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлы менән таныштырҙы. Ауыл хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән етәксе булараҡ, колхоз-совхоздарҙың элекке һәм бөгөнгө хәле тураһында һөйләне.

«Ауыл хужалығы һәр ваҡыт кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында колхоздар булмаһа беҙ еңә алыр инек микән? - тигән һорауҙы йыш бирәләр. Эйе, колхоз-совхоздарҙың  Еңеүгә индергән өлөшө тос булған. Сөнки техника, аттар, малдар, иген, ит, йөн бөтәһе менән дә ауыл хужалығы тәьмин иткән» - тине ул.

Илшат Ситдиҡов иң тәүҙә был сараның мөһимлеген билдәләне. Студенттарҙан, уҡыуҙы тамамлағас киләсәк һөнәрегеҙҙе ауыл хужалығына бәйләр инегеҙме? - тип һораны.

«Алға ынтылыш менән йәшәргә кәрәк. Уҡып сығығыҙ, белем алығыҙ, тырышып эшләгеҙ, киләсәктә эшегеҙҙең ыңғай һөҙөмтәһен күрербеҙ. Социалистик хеҙмәт геройы Риза Яхин кеүек булырға кәрәк», - тине ул сығышында. Илшат Хәмит улы  шулай уҡ хужалыҡтарҙа эшсе ҡулдар етешмәүен, күп техникалар крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәренең үҙҙәре йөрөүен билдәләне.

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа уҡый. Районда алдынғы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе булараҡ билдәле булған Гөлнара Зәйнулла ҡыҙының телмәрен дә иғтибар менән тыңланы.

«Атайым ауыл хужалығында эшләне. Бала саҡта уның менән баҫыуға йөрөнөм. Игендәрҙең тулҡынланып, шаулауын тыңларға яраттым. Киләсәктә агроном, һуңынан колхоз рәйесе булырмын, тип хыяллана инем, әммә ата-әсәйем, ҡыҙҙар эше түгел, тип теләгемә ҡаршы килде. Уҡытыусы һөнәрен һайлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Күпмелер ваҡыттан, тормош иптәшемә ярҙам итеү маҡсаты менән, эштән сығып, ныҡлап шәхси эшебеҙҙе йәйелдерҙек».

 Байрамғоловтар Баймаҡ районы һәм төбәк халҡын  ҡош-ҡорт менән тәьмин итә. Бынан тыш, уларҙың бөгөнгө көндә  1620 гектар ерҙәре бар. «Баҫыу эштәрендә эшләүсе ике эшсе бар. Барыһына ла өлгөрәләр. Сәсеү ваҡытында эш хаҡтары 500 меңдән дә кәм булмай. Шуға лә әгәр эшләйем тиһәң,  эш башлаған осорҙа, үҙебеҙҙең хужалыҡтарҙа ла эшләргә мөмкинселек бар. Иң мөһиме тырышлыҡ кәрәк, ауыл хужалығы эшсәндәре көн әйләнәһенә эшләй, шул ваҡытта ғына ниндәйҙер ҙур уңышҡа өлгәшергә мөмкин», - тине ул йәш белгестәрҙе эшкә саҡырып.

Спикерҙар сығышынан һуң һүҙ райондың алдынғы крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре Илфат Сәфәрғәлинға, Айтуған Хөсәйеновҡа, Алмас Ҡоланбаевҡа, Вилүр Шәмсетдиновҡа  бирелде. Улар ни өсөн ошо йүнәлеште һайлауҙары, уңыштары, пландары тураһында һөйләне.

Эшлекле әңгәмә һәр кем өсөн фәһемле һәм ҙур әһәмиәткә эйә булды.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас