Үрге Таулыҡай ауылында йәшәгән Йәнбикә менән Ғәзиз Байегетовтарҙың йорт тупһаһына аяҡ баҫыу менән бында эшһөйәр кешеләр йәшәүен аңлайһың. Ишектән инеүгә бер яҡ мөйөштә эленеп торған аллы-гөллө милли күлдәктәр, махсус заказ буйынса тегелгән өҫ кейемдәре, мәктәп формалары күҙгә ташлана. Йорт хужабикәһе Йәнбикә Фәхрислам ҡыҙын ауылда оҫта ҡуллы тегенсе булараҡ беләләр.
Байегетовтарҙың ғаилә ҡороп татыу ғүмер итеүенә – дүрт тиҫтә йылдан ашыу. Ҡасандыр йүнәлтмә буйынса райондың Икенсе Этҡол мәктәбенә уҡытырға барған йәш белгес Ғәзиз Йыһанур улы ошо ауылдың зәңгәр күҙле Йәнбикә исемле һылыуын бер күреүҙән оҡшата һәм ғүмерлек йәр итеп һайлай. Татыу ғаиләлә өс бала матур тәрбиә алып үҫкән. Бөгөн улдары Фәйез менән ҡыҙҙары Зөбәржәт Баймаҡ ҡалаһында төпләнгән, ә Фәнисә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Бәхетле өләсәй менән ҡартатайҙы ҡыуандырып, алты ейән-ейәнсәр үҫеп килә.
Йәнбикә Фәхрислам ҡыҙына ауылдаштары салбар балағын, күлдәк итәген ҡыҫҡартыу кеүек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән алып өҫ кейеме, мәҫәлән, йылы куртка, фуфайка тышлау, ҡорама юрған-ҡаралты тегеп биреүгә тиклем заказдар менән мөрәжәғәт итә. Таулыҡайҙа уңышлы эшләп килгән “Хазина”, “Ынйылар” ансамблдәре, ағинәйҙәр ҡорона берләшкән апай-инәйҙәр ҙә тап Йәнбикә еңгәйҙән кейем тектереүҙе хуп күрә. Мәктәп уҡыусыларына, балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәргә төрлө сараларҙа ҡатнашыу өсөн берҙәм формаларға ла заказ бирәләр уға.
– Тегенеү эше ныҡ оҡшай. Күп ваҡытты, күҙ нурын алһа ла, һис тә арымайым, рәхәтләнеп тегәм. Был шөғөлгә тартылыуым әсәйем Ғәйнисафа Яхъя ҡыҙынан килә, ул да бик матур текте, – ти Йәнбикә Фәхрислам ҡыҙы.
Мәктәпте тамамлағас, һис икеләнмәйенсә, тегенсе һөнәрен һайлай һәм, Сибай тегеү фабрикаһында эшләп, тәжрибә туплауға өлгәшә. Әммә яҙмыш елдәре ҡыҙҙың артабанғы тормошон ауыл менән бәйләй. Күпмелер ваҡыт Икенсе Этҡолда йәшәп алғас, 1993 йылда иренең тыуған төйәге Таулыҡайҙа төпләнергә ҡарар итәләр һәм ошонда ҙур итеп йорт һалалар. Тормош юлдашы Ғәзиз Йыһанур улы ауыл мәктәбендә уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләй, Йәнбикә Фәхрислам ҡыҙы белем усағының ашханаһында ашнаҡсы, икмәк бешереүсе булып хеҙмәт итә, ә бөгөн инде ул яратҡан шөғөлө менән ихлас булыша.
Тегенеү эшенән тыш, Йәнбикә еңгәйҙең башҡа төрлө һәләт һәм оҫталыҡтары булыуын да белдек: ул ҡот ҡоя, мейе ултырта. Был халыҡ дауаһы алымдарын Сабира өләсәһенән өйрәнгән.
– Өләсәйемде биле биртенгән, мейеһе һелкенгән йәки башҡа төрлө зыян күргән кешеләр янына йыш саҡыра торғайнылар. Ул йыш ҡына мине лә үҙе менән эйәртеп алып йөрөнө. Әлеге ваҡытта кешеләргә массаж яһағанда ул өйрәткән һылау алымдарын ҡулланам. Эске көс туплау, таҙарыныу өсөн йога менән шөғөлләнәм, – ти Йәнбикә Фәхрислам ҡыҙы.
Һәр кемгә алсаҡ йөҙлө, йомшаҡ һүҙле, эшкә маһир Йәнбикә ханымды ауылдаштары “беҙҙең оҫтабикә” тип йөрөтә. Ә ул үҙе кешеләргә шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк итеүҙән, яратҡан эше менән булышыуҙан йәм таба.
Автор Гөлдәр Яҡшығолова.