Һаҡмар
+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
25 Ғинуар , 10:22

Юғары сифатлы, иң тәмле, хәләл ризыҡты ҡайҙан табырға?

“Хәләл Баймаҡ” ит комбинаты тап шундай продукция етештерә   Ит комбинатында сменаһына 300-500  кг продукция етештерелә – билмән, голубцы, манты, ҡаҙы, тултырма, вареники, тефтель, фрикадельки, фаршлы борос, ваҡ бәлеш, 4 төр колбаса сығарыла. Әйткәндәй, ҡаҙының һарымһаҡ ҡушып эшләнгәне, ыҫланғаны һәм ҡаҡланғаны бар. Тултырманы һыйыр һәм йылҡы итенән дә яһайҙар. Бынан тыш, ҡаҡланған ат ялы ла етештерелә. Колбаса ризыҡтарына килгәндә, бында бешерелгән һәм ыҫланған “Ирәндек”, “Баймаҡ”, “Йылҡы ите”, “Ҡаҙылыҡ” тигән төрҙәр сығарыла. Шуныһын айырым билдәләп үтергә кәрәк: “Хәләл Баймаҡ” ит комбинатында бөтә төр продукция, шул иҫәптән колбаса ла, тик үҙебеҙҙә үҫтерелгән мал итенән генә етештерелә, составына яһалма нәмәләр ҡушылмай. Шуға ла ризыҡ тәмле һәм сифатлы килеп сыға. Әҙер продукция Баймаҡта фермер хужалығының үҙ магазинына һатыуға сығарыла. Ул ҡаланың үҙәгендә, “Дельпицца” магазины эргәһендә Салауат Юлаев проспекты,  26 “б” адресы буйынса урынлашҡан. Был сауҙа нөктәһендә Ғәлиә Ханафина, Тәнзилә Абдрәшитова һәм Нәсимә Кәйекбирҙина эшләй. Шулай уҡ “Ф.Хәлимов” КФХ-һы етештергән ризыҡтарҙы “Дауахана” микрорайонында урынлашҡан “Монетка” сауҙа йорто биләмәһендәге павильондан  һәм “Складок” сауҙа селтәре магазиндарынан һатып алырға мөмкин. Әйткәндәй, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән 8 967 749 73 89 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.  

Юғары сифатлы, иң тәмле, хәләл ризыҡты ҡайҙан табырға?
Юғары сифатлы, иң тәмле, хәләл ризыҡты ҡайҙан табырға?

Юғары сифатлы, иң тәмле, хәләл ризыҡты ҡайҙан табырға?

 

“Хәләл Баймаҡ” ит комбинаты тап шундай продукция етештерә

 

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә хәләл продукцияға ихтыяж артҡандан-арта. Был тәбиғи ҙә, сөнки ислам ҡанундарына ярашлы етештерелгән продукция бөтөн яҡтан да таҙа, сифатлы, файҙалы булыуы менән айырылып тора. Аҙаҡҡы осорҙа Баймаҡта ошондай производстволарҙың, магазиндарҙың, кафеларҙың күпләп асылыуы ҡыуаныслы. Бынан ике йыл элек ҡалала үҙ эшен башлаған “Хәләл Баймаҡ” ит комбинаты бының асыҡ миҫалы булып тора.

Фирҙәүес Ғариф улы Хәлимов үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын 2015 йылда аса. Башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү һәм ҡымыҙ етештереү менән махсуслашҡан хужалыҡ ошо йылдар эсендә үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра, матди-техник базаһын нығыта бара, заманса эшләгән предприятие булып таныла. Бөгөн инде “Ф.Ғ. Хәлимов” КФХ-һы етештергән баһадирҙар эсемлегенең даны Баймаҡ районына ғына түгел, ә бар республикаға таралған. Сөнки ҡымыҙ халыҡ традицияларына һәм тейешле технологияларға ярашлы бешелеүе, юғары сифатлы  һәм тәмле булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора.

Фирҙәүес Ғариф улы районда йылҡы итенән деликатестар сығарыу, ярымфабрикаттар етештереү уйы менән яна һәм уны тормошҡа ашырыуға ең һыҙғанып тотона. Баймаҡта буш торған бинаға капиталь ремонт яһап, ошонда уҡ бөтөн талаптарға яуап биргән заманса мал һуйыу цехы төҙөй. 2021 йылдың апрель айында хәләл ит эшкәртеү предприятиеһы файҙаланыуға тапшырыла. Ошо уҡ йылдың майында Баймаҡҡа эш сәфәре барышында производствоның эше менән Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров та танышты һәм уға юғары баһа бирҙе. “Хәлимов Фирҙәүес Ғариф улы етәкләгән фермер хужалығы хәләл продукцияһы етештерә һәм ул бөтөн талаптарға яуап бирә, уға һорау ҙа ҙур, – тип билдәләне Радий Фәрит улы. – Продукцияға Башҡортостан Мосолмандарының үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Хәләл индустрияһын үҫтереү үҙәгенән тейешле сертификат та алынған.

Бынан бер йыл алда был тик хыял ғына ине, хәҙер инде заманса эшләгән производство”.

Бөгөн инде “Хәләл Баймаҡ” ит комбинаты – заман талаптарына тулыһынса яуап биргән, яңы ҡоролмалар менән тәьмин ителгән, юғары сифатлы продукция сығарған һәм республикала ғына түгел, унан ситтә лә ҙур абруй менән файҙаланған производстволарҙың береһе. Марат Ғирфанов етәкселегендәге предприятие коллективы үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы лайыҡлы атҡара. “Цех етештергән продукция сертификатланған, сифат стандарттарына тулыһынса яуап бирә, – ти ул. – Мал һуйыуҙан алып ит ярымфабрикаттары етештереүгә тиклем эш процесы ентекле контроль аҫтында үтә. Шул уҡ ваҡытта урындағы сеймалды файҙаланыу продукцияның сифатына туранан-тура йоғонто яһай. Үҙебеҙҙең фермер хужалығында аҫралған йылҡының итен файҙаланабыҙ”.

Бында берҙәм һәм һәләтле коллектив тупланған. “Фирҙәүес Хәлимов” фермер хужалығында һәм “Хәләл Баймаҡ” ит комбинатында барлығы 30 кеше эшләй. Шуның ун икеһе цехтағы эштәргә йәлеп ителгән. Продукцияны һатыу бүлеге етәксеһе Арсен Фазуллин, зоотехник Руслан Шицалов, технолог Наил Хәйбуллин, бригадир Гөлназ Сирбаева, келәт мөдире Гөлфинә Арсланова, эшселәр Шәфҡәт Муллағолов, Айгөл Нурғәләмова, Зилиә Үлйәбаева, Тәнзилә Дәүләтҡолова, водитель Ринат Ғәлин, һаҡсылар Самат Ханафин һәм Рәүеф Әминев үҙ иңдәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡара.

Ит комбинатында сменаһына 300-500  кг продукция етештерелә – билмән, голубцы, манты, ҡаҙы, тултырма, вареники, тефтель, фрикадельки, фаршлы борос, ваҡ бәлеш, 4 төр колбаса сығарыла. Әйткәндәй, ҡаҙының һарымһаҡ ҡушып эшләнгәне, ыҫланғаны һәм ҡаҡланғаны бар. Тултырманы һыйыр һәм йылҡы итенән дә яһайҙар. Бынан тыш, ҡаҡланған ат ялы ла етештерелә.

Колбаса ризыҡтарына килгәндә, бында бешерелгән һәм ыҫланған “Ирәндек”, “Баймаҡ”, “Йылҡы ите”, “Ҡаҙылыҡ” тигән төрҙәр сығарыла. Шуныһын айырым билдәләп үтергә кәрәк: “Хәләл Баймаҡ” ит комбинатында бөтә төр продукция, шул иҫәптән колбаса ла, тик үҙебеҙҙә үҫтерелгән мал итенән генә етештерелә, составына яһалма нәмәләр ҡушылмай. Шуға ла ризыҡ тәмле һәм сифатлы килеп сыға. Әҙер продукция Баймаҡта фермер хужалығының үҙ магазинына һатыуға сығарыла. Ул ҡаланың үҙәгендә, “Дельпицца” магазины эргәһендә Салауат Юлаев проспекты,  26 “б” адресы буйынса урынлашҡан. Был сауҙа нөктәһендә Ғәлиә Ханафина, Тәнзилә Абдрәшитова һәм Нәсимә Кәйекбирҙина эшләй. Шулай уҡ “Ф.Хәлимов” КФХ-һы етештергән ризыҡтарҙы “Дауахана” микрорайонында урынлашҡан “Монетка” сауҙа йорто биләмәһендәге павильондан  һәм “Складок” сауҙа селтәре магазиндарынан һатып алырға мөмкин.

Әйткәндәй, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән 8 967 749 73 89 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

“Хәләл Баймаҡ” ит комбинаты етештергән продукция Башҡортостанда, шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһындағы 30-ҙан ашыу супермаркетта, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарындағы магазиндарға оҙатыла һәм һәр саҡ ҙур һорау менән файҙалана.

“Хәләл” бренды аҫтында продукция сығарыуҙа барлыҡ талаптар теүәл үтәлә. Мал имам һәм ветврач ҡатнашлығында мосолман ҡанундарына ярашлы һуйыла. Бынан тыш, теләге булғандар бында килеп тә малдарын һуйҙыра ала – тап ошондай хеҙмәт тә күрһәтелә. “Бер малды һуйып биреү беҙҙә 3,5 мең һум тора, – ти Марат Ринат улы. – Әйтергә кәрәк, төбәктә был иң арзан хаҡ. Әгәр ҙә кешенең алып килеү мөмкинлеге булмаһа, үҙебеҙ ҙә барып алабыҙ”.

Уникаль производствоны ойоштороусы Фирҙәүес Хәлимов тураһында айырым әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Районда үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын асҡанға ҡәҙәр ул хеҙмәт юлының күп өлөшөн Рәсәйҙең нефть һәм газ тармағын үҫтереүгә арнай – 1989 йылдан алып Сорғот ҡалаһындағы “Түбәнге Сартымнефть” НГДУ-һында эшләй. Ул был предприятиеға үҙенең өс тиҫтә йыл ғүмерен бағышлай, атап үтелгән предприятиеның начальник урынбаҫары вазифаһын уңышлы атҡара. Сорғот районының нефть һәм газ комплексын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн уның исеме “Түбәнге Сартымнефть” идаралығының һәм “Сорғотнефтегаз” ААЙ-һының Почет кенәгәһенә индерелә. Фирҙәүес Ғариф улы “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Һуңғы йылдарҙа Ф.Ғ. Хәлимов үҙен фермерлыҡ йүнәлешендә һынап ҡарай һәм, әйтергә кәрәк, юғары һөҙөмтәләргә һәм ҡаҙаныштарға өлгәшә. Ул етәкләгән коллектив йылҡысылыҡты үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, йылҡы итенән төрлө деликатестар, йылҡы һәм һыйыр итенән ярымфабрикаттар сығарыу буйынса ысын мәғәнәһендә тәжрибә үҙәге булып тора.

1 ғинуарҙа Ф.Ғ. Хәлимов үҙенең олпат юбилейын билдәләй. Халҡыбыҙҙың билдәле шәхесе булып танылған  Фирҙәүес Ғариф улын ғүмер байрамы менән ҡотлап, теләктәрҙең иң изгеләрен юллайбыҙ. Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!

Азамат Мөхәмәтшин.

 

Фотола: БР Башлығы Радий Хәбиров менән;

Баймаҡтағы сауҙа кибете;

Ф.Хәлимов (уртала) цех коллективы менән.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: