Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
23 Апрель 2023, 11:10

Ҡош-ҡорт миҙгеле етте

Әлбиттә, иң тәүҙә ҡош-ҡорт өсөн “йорт төҙөү” хәстәрен күрергә кәрәк. Ояларға ямғыр төшмәҫкә, ел үтмәҫкә тейешлеге аңлашыла. Ҡарғалар, сәүкәләр йомортҡаларҙы урламаһын, эсмәһен өсөн улар ҡараңғы урында яһала. Әгәр ҙә ҡоштар өсөн махсус һарайығыҙ бар икән, уны тиҙәктән, башҡа бысраҡтан таҙартығыҙ...

Ҡош-ҡорт миҙгеле етте
Ҡош-ҡорт миҙгеле етте

Һорау – яуап

Ауырыуҙарҙан һаҡлайыҡ!

-Ҡош-ҡорттоң ҡош киҙеүе ауырыуынан башҡа бер проблемаһы ла юҡ кеүек тойола. Өйрәк-ҡаҙҙа, тауыҡтарҙа йыш осрай торған тағы ниндәй ауырыуҙар бар икән?

Марат.

- Ысынлап та, себеш-бәпкәләр алған һайын уларҙы юғалтмайынса үҫтереү тураһында борсолабыҙ. Шулай итеп, ҡош-ҡортта ниндәй сирҙәр йышыраҡ була һуң?

Һары перитонит (ҡорһаҡ эсен һәм ундағы ағзаларҙы ҡаплаусы ҡатлы шекәрәнең шешеүе). Бындай сир килеп сыҡһа, ҡош-ҡорттоң эсе таша, ул йүнләп атлай алмай башлай, эткә оҡшатыңҡырап, аяҡтарын алға һуҙа. Эсе китә башлауы ла мөмкин. Был ауырыу көслө стресс кисереү арҡаһында килеп сыға. Шуның өсөн дә ҡош-ҡорт кетәгенә ингәндә, ҡоштар менән аралашҡанда, ҡысҡырмай, яғымлы ғына һөйләшә-һөйләшә йөрөргә кәрәк. Хужаһынан йәки башҡа берәй нәмәнән ҡурҡҡан ҡоштарҙы дауалап булмай, һуйырға ғына ҡала. Әйткәндәй, уларҙың итен оҙаҡ итеп ҡайнатырға кәрәк.

Эс китеүе. Был сир насар, зарарланған ем ашағанлыҡтан килә. Бындай осраҡта ҡошҡа өс көн дауамында иртәнсәк көсһөҙ марганцовка иретмәһен эсерергә һәм мотлаҡ рәүештә емде сифатлыһына алмаштырырға кәрәк. Әгәр ярҙам итмәһә, 10 тауыҡҡа бер таблетка күләмендә левомицетин бирергә була.

Әгәр ҡош-ҡорттоң боғаҙына аҙыҡ тығылһа, белегеҙ – ул күгәргән, йүнләп ваҡланмаған, иҙелмәгән аҙыҡ ашаған. Был осраҡта боғаҙына аҙыраҡ үҫемлек майы тамыҙырға һәм яйлап ҡына ыуырға, массаж яһарға кәрәк. Башын аҫҡа эйеп, тығылған аҙыҡты һаҡ ҡына һығып төшөрөргә мөмкин.

Әлбиттә, иң тәүҙә ҡош-ҡорт өсөн “йорт төҙөү” хәстәрен күрергә кәрәк. Ояларға ямғыр төшмәҫкә, ел үтмәҫкә тейешлеге аңлашыла. Ҡарғалар, сәүкәләр йомортҡаларҙы урламаһын, эсмәһен өсөн улар ҡараңғы урында яһала. Әгәр ҙә ҡоштар өсөн махсус һарайығыҙ бар икән, уны тиҙәктән, башҡа бысраҡтан таҙартығыҙ. Кешеләр йәшәгән урынды ғына таҙарталар, йыуалар тип яңылышмағыҙ – махсус һарайҙарҙың да стеналары, иҙәндәре эҫе һыу менән яҡшылап йыуыла.
Ҡош-ҡорт та “пляж” ярата. Һәр ваҡыт ҡояш төшөп торған ерҙә, ҡом менән көлдө ҡатнаштырып, пляж эшләргә мөмкин. Был пляж бәпкәләр ҡыҙынып ятһын өсөн генә түгел, ҡош-ҡортта бөрсәләр барлыҡҡа килмәһен өсөн дә кәрәк.

Үкенескә күрә, һуңғы ваҡытта республикала ҡош-ҡорт өсөн сифатһыҙ аҙыҡтар һатыла, патоген бәшмәктәр, синегной таяҡсалары, протей һәм башҡа вирустар менән зарарланған ярмалар осрай. Шуға күрә уларҙы яҡшы итеп бешерергә кәрәк. Әйткәндәй, йәй көнө асыҡ һауала йөрөгән ҡош-ҡорт витаминдарға мохтаж түгел. Дөрөҫөрәге, улар витаминдарҙы үҙҙәре таба – ҡояш һәм йәшел үләндән ала.

Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: