Һаҡмар
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
28 Ғинуар 2023, 09:50

Ҡамыр әҙерләгәндә

Ҡамырға шәкәрҙе күберәк һалғанда, бәлеш өҫтө тиҙ үк ҡыҙарасаҡ һәм көйәсәк...

Ҡамыр әҙерләгәндә
Ҡамыр әҙерләгәндә

Ҡамыр әҙерләгәндә

Ҡамырға һыуҙа ебетелгән картуф крахмалы ҡушҡанда, бәлеш-булкалар иртәгәһенә лә ҡабарынҡы, хуш еҫле һәм йомшаҡ буласаҡ.

Ҡамырға һөт урынына ярты стакандай минераль һыу өҫтәгеҙ. Ҡабарынҡы бәлештәр иртәгәһенә лә үҙ тәме менән ҡыуандырыр.

Ҡамыр баҫҡан бүлмәлә үтәләй ел булмаһын, ел булғанда, тығыҙ ҡатлам барлыҡҡа килеп, бәлештең өҫтө ҡаты буласаҡ.

Әсе ҡамыр баҫҡанда, онға ҡуша торған һөт йәки һыу 30-30 градус йылылыҡта булһын, унан эҫерәк йәки һыуығыраҡ булһа, сүпрә яҡшылап ҡабармаясаҡ.

Ҡамырға шәкәрҙе күберәк һалғанда, бәлеш өҫтө тиҙ үк ҡыҙарасаҡ һәм көйәсәк.

Бәлештең өҫтөн бешерер алдынан йомортҡа ағы менән буяғанда, матур һәм ялтыр төҫлө булып бешә.

Ҡамырға ҡушыр алдынан йөҙөмдө онда болғап алырға кәрәк.

Бәлеште эҫе килеш ҡырҡырға ярамай. Әммә ҡабаланып, ҡырҡырға тура килһә, бысаҡты тәүҙә эҫе һыуға тығып алығыҙ. Унан ҡоротҡансы һөртөп, шунан ҡырҡһағыҙ, бәлеш үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: