-7 °С
Ҡар
Район хакимиәтендә аҙналыҡ < Эшҡыуарлыҡ сәғәте> форматындағы кәңәшмә үтте. Уның эшен район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкләне.
Кәңәшмәлә ҡатнашырға теләк белдергән эшҡыуар үҙенең эшмәкәрлеге менән һәм киләсәккә күҙаллауҙары менән таныштырҙы. Эшҡыуар үҙенең һорауҙарына төплө яуаптар һәм кәңәштәр алды.
<Эшҡыуарлыҡ сәғәте>ндә үҙ эшен асырға теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бында һеҙ тейешле документтарҙы тултырыу һәм башҡа кәрәкле кәңәштәр аласаҡһығыҙ.
Бының өсөн район хакимиәтенең бизнес шерифы Ирек Илгиз улы Абдуллинға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Телефон 834751 3-17-46, 3-16-40.