Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
2 Июль 2022, 13:00

Кәләше ... ҡушмай

Быға тиклем мыҫҡыл итеп йөрөгән иптәшебеҙгә ҡарап шымып ҡалғанбыҙ. Арыуыҡ ҡыҙмаса булып алып ҡайтырға сыҡтыҡ. Шул саҡ беребеҙ: “Бындай ҡатынға, бындай шарттарҙа мин дә “подкаблучник” булырға риза. Хәҙер өйгә ҡайтһаң, как всегда бардак, магазин билмәне йә колбасаһы һәм ҡатындың ризаһыҙ йөҙө”,-тине...

Кәләше ... ҡушмай
Кәләше ... ҡушмай

Бригада төҙөп, төрлө эштәр башҡарып йөрөйбөҙ. Кемгә – өй, кемгә мунса тигәндәй. Яңыраҡ беҙгә бер кеше килеп ҡушылды. Беҙ аҡса алһаҡ, мотлаҡ “йыуып” ҡайтабыҙ. Быға тәҡдим иткәйнек: “Юҡ, кәләшем көтә”,-тип баш тартты. Нимә эшләһә лә, шул кәләшен ҡыҫтырып һөйләй. Беҙ бынан рәхәтләнеп көлә башланыҡ, йәнәһе “подкаблучник”. Йыш ҡына төшкө ашҡа ҡайта алмайбыҙ. Бының сәскәле һауытҡа һалынған ризығы беҙҙең өсөн айырым көлкөгә әүерелде.

Бер көн уның бөгөн 30 йәше икәнлеген белеп ҡалдыҡ. Быға күмәкләп “йыуҙыр” тип бәйләнә башланыҡ. Ул: “Әйҙәгеҙ, улай булғас миңә барайыҡ”,-тине.

Уйламағанда-көтмәгәндә барып инһәк тә, һылыу ғына кәләше матур йылмайып ҡаршы алды, өй таҙа, ыҡсым, аш, бәлеш еҫе танауҙы ҡытыҡлап үлтереп алып бара. Йәш ҡатын күҙ асып йомған арала өҫтәл әҙерләп өлгөрҙө. Өҫтәлдә ҡатын үҙе әҙерләгән манты, әллә ниндәй турамалар, бишбармаҡ... Быға тиклем мыҫҡыл итеп йөрөгән иптәшебеҙгә ҡарап шымып ҡалғанбыҙ.

Арыуыҡ ҡыҙмаса булып алып ҡайтырға сыҡтыҡ. Шул саҡ беребеҙ: “Бындай ҡатынға, бындай шарттарҙа мин дә “подкаблучник” булырға риза. Хәҙер өйгә ҡайтһаң, как всегда бардак, магазин билмәне йә колбасаһы һәм ҡатындың ризаһыҙ йөҙө”,-тине. Башҡаларыбыҙ өндәшмәй, күңелһеҙ генә таралыштыҡ. Сөнки һәр беребеҙ уның менән килеште. Төшкө ашҡа тип колбаса менән икмәк тотоп йөрөгәнсе, мин дә сәскәле һауыттан уңған ҡулдар менән бешерелгән өй ризығын рәхәтләнеп ашар инем.

В. Тулыбаев.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: