-7 °С
Ҡар
Минең ошондай һорауым бар? Баймаҡ ҡалаһындағы сауҙа үҙәктәрендәге хаҡты кем контролдә тота? Әллә магазин хужалары күпме теләй, шунса хаҡ ҡуямы? Бар район оптовкаларға килә, ә ундағы хаҡтар ҡот осмалы бит! Кер һабынын 50 һумға яҡынлатып ҡуйғандар, ә Магнит, Монеткаларҙа шуның ярты хаҡы ғына тора! Башҡа аҙыҡ-түлек тә ныҡ ҡиммәт оптовкаларҙа! Ә оптовкала хаҡ иң арзаны булырға тейеш бит. Ауылдан килгән кешеләр! Тура оптовкаға бармағыҙ! Һеҙ барыбер оптовканан килеп алыуығыҙҙы белеп шаша уның хужалары. Ә контроль юҡ! Президент хаҡтарҙы тоторға, арттырмаҫҡа тигән һайын, Баймаҡ сауҙа нөктәләре арттыра бара. Сөнки контроль юҡ!
Милә.