Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
3 Декабрь 2021, 16:08

Тылсымлы ҡулдар

Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында эшләп килгән "Хазина" ҡул эштәре клубы етәксеһе Миңлегөл Килмәкова интернат-мәктәп уҡыусылары өсөн мәрйендәрҙән мунсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында эшләп килгән "Хазина" ҡул эштәре оҫталары клубы етәксеһе Миңлегөл Килмәкова интернат-мәктәп уҡыусылары өсөн мәрйендәрҙән мунсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҡыҙҙар тилбер ҡуллы оҫтабикәнең өйрәтеүе буйынса үҙҙәре лә эшкә тотондо. Төрлө төҫтәге мәрйендәрҙән шундай сағыу мунсаҡтар килеп сыҡты.

Әйткәндәй, Миңлегөл Килмәкова үҙенең ҡайһы бер эштәре буйынса ҙур булмаған күргәҙмә лә ойошторған ине. Сигеү, бәйләү, балаҫ һуғыу, шулай уҡ милли колоритта һуғарылған ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Интернатта белем алған ҡыҙҙар ҙа киләсәктә Миңлөгөл Килмәкова апайҙары һымаҡ оҫта ҡуллы хужабикә булып китер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.  

 

Тылсымлы ҡулдар
Тылсымлы ҡулдар
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: