16 сентябрь – Урман һәм урман эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө
– Данил Ғәбдинур улы, урмансылар һөнәри байрамын ниндәй уңыштар менән ҡаршылай?
– Баймаҡ урмансылығы Крепостной Йылайыр, Юлыҡ, Темәс, Этҡол, Сибай һәм Баймаҡ урман участкаларына бүленгән. Һәм беҙҙең иңгә урман фондын һаҡлау, йәш үҫентеләр ултыртыу, ағас эшкәртеү производствоһын арттырыу бурысы йөкмәтелгән. Әйтергә кәрәк, эштәр ярайһы яҡшы ғына бара. Бөгөн, мәҫәлән, нисә ағас ҡырҡылған – шунса йәш үҫенте ултыртыу бурысы ҡуйылған. Ишбирҙе, Темәс, Этҡол питомниктарында эштәр яҡшы ойошторолған. Былтыр 1 млн дана ҡарағай үҫентеһе һатылды. Бөгөн ҡарағай тубырсыҡтары йыйыу эштәрен башлап ебәрҙек. Киләһе йылға орлоҡ әҙерләйбеҙ. Ошонда аныҡлап китергә кәрәк, үҫентеләрҙе ултыртыуға әҙерләү өсөн ике йыл талап ителә. Ә уларҙың үҫеп китеүе өсөн тиҫтә йылдар кәрәк.
Йыл да “Үҙ ағасыңды ултырт”, “Йәшә, урман!” акциялары ойошторола. Әлегә 150 гектарға үҫентеләр ултырттыҡ. Ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй ағас көнө ултыртыу көнө үтәсәк. Беҙгә ирекмәндәр ҙә ярҙам итә. Мәҫәлән, быйыл Икенсе Этҡол һәм Юлыҡ участкаларында улар менән берлектә ҙур ғына майҙанда ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ. Бынан тыш, килешеүгә ярашлы, диләнкәләрҙе ҡуртымға алыусылар ҡырҡҡан майҙанға ағас үҫентеләре ултыртырға тейеш. Был талап мәжбүри. Бөгөн дә был тәңгәлдә эштәр дауам итә. Йәйгеһен үҫеп китә алмаған ағастар урынына икенселәрен ултыртыу менән шөғөлләнәбеҙ.
– Производство тармағы тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Урман комплексы алдында урманды файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, ғәмәлдәге предприятиеларҙы яңыртыу, ағасты тәрән эшкәртеү буйынса конкурентҡа һәләтле яңы производство булдырыу кеүек мөһим бурыстар ҡуйылған. Предприятиеның производство участкаһы уңышлы эшләй. Таҡта ярыу цехында төрлө төҙөлөш материалдары етештерелә. Халыҡта ҙур һорау менән файҙаланған таҡта, бурса сығарабыҙ, шулай уҡ бура бурауға ла заказдар ҡабул итәбеҙ. Төрлө штакетниктар етештерәбеҙ. Бөгөн Магнитогорск ҡалаһындағы бер ҙур предприятиеға поддондар эшләүгә оҙайлы килешеү төҙөлдө. “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һына төҙөлөш материалдары оҙатабыҙ. Әйтергә кәрәк, беҙ башлыса түбән сортлы тип һаналған, япраҡлы ағастарҙы файҙаланабыҙ.
– Урман фондын һаҡлау буйынса ниндәй саралар башҡарыла?
– Бөгөн район биләмәһенең 158 мең 758 гектарын, йәғни 28,3 процентын, урман фонды тәшкил итә. Уның яҡынса 70 проценты “Баймаҡ урман сәнәғәтселәре” союзы һәм башҡа эшҡыуарҙар ҡарамағына ҡуртымға бирелгән. Бөгөн санитар ағас ҡырҡыу майҙансыҡтары билдәләнә, урман ауырыуҙарына таралып китеүгә юл ҡуймаҫ өсөн саралар күрелә.
– Киләсәккә пландарығыҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Урман производствоһын үҫтереү буйынса саралар ҡарала. Бының өсөн техника паркын нығытыу талап ителә. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында манипуляторы менән КамАЗ автомобиле һәм МТЗ тракторын алыуҙы планлаштырабыҙ. Был эшмәкәрлекте яҡшыртыуға мөмкинлек бирәсәк. Тағы ла үҙебеҙгә алмашҡа урмансылар тәрбиәләү өҫтөндә маҡсатлы эш алып барабыҙ. Бөгөн Йомашта, Беренсе Этҡолда, Иҫке Сибайҙа “Йәш урмансы” мәктәптәре эшләй. Уҡыусылар менән ныҡлы бәйләнеш булдырылған, йәш ағас үҫентеләре ултыртабыҙ.
Һүҙ аҙағында һөнәри байрамыбыҙ уңайы менән урман һағында булғандарҙың барыһын да ҡотлап үткем килә. Тәбиғәтте ҡурсалау беҙҙең коллективҡа тупланған 40-тан ашыу кешегә йөкмәтелгән бурыс тип түгел, ә һәр кемдең көндәлек эше булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Сөнки тәбиғәтте, тирә-яҡты һаҡлау, ҡурсалау – йәшәйеште, тереклекте тәьмин итеү ул.