Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
9 Август 2020, 09:25

9 йылда - 82 йорт!

Йәмил Рамаҙан улы – Йомаш егете. Әле ғаиләһе менән Баймаҡта йәшәй. Тормош иптәше Әлмира менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Ғаиләһен тәьмин итеү өсөн ул үҙ эшен булдырырға ҡарар итә. Йәмилгә бер туған Ғәзим ағаһы балта тотоу, өй төҙөү серҙәренә төшөндөрә. Шулай итеп, ул эшҡыуарлыҡ юлына баҫа. Дүрт кешене ярҙамға алып, тәүге өйҙәрен Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында һала. Унда 22 йортто сафҡа индерәләр. Хәҙер иһә уның ҡарамағында 15 кеше эшләй. Уларҙың барыһын да Йәмил Рамаҙан улы үҙе оҫталыҡ серҙәренә өйрәтә. Шулай итеп, Байегетовтар туғыҙ йылда 82 өй төҙөп, файҙаланыуға тапшырған. Тимәк, 82 ғаилә үҙ ҡәлғәһендә бәхетле ғүмер итә. Улар араһынан - Баймаҡтан 17 ғаилә.

9 йылда – 82 өй!
Сит яҡтарҙа ғына түгел, Баймаҡта ла күҙҙе лә айырып ала алмаған, һоҡланып ҡараған өйҙәр күп. Уларға ҡарап, их, шундай өйөң булһын ине, тип хыялланып та ҡуяһың. Теләгәндә, һеҙҙең дә бит шундай өйлө булыуығыҙ ихтимал. Бының өсөн Баймаҡта ошо йүнәлештә эшен булдырған Йәмил Байегетов һеҙгә ярҙамға киләсәк.
Йәмил Рамаҙан улы – Йомаш егете. Әле ғаиләһе менән Баймаҡта йәшәй. Тормош иптәше Әлмира менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Ғаиләһен тәьмин итеү өсөн ул үҙ эшен булдырырға ҡарар итә. Йәмилгә бер туған Ғәзим ағаһы балта тотоу, өй төҙөү серҙәренә төшөндөрә. Шулай итеп, ул эшҡыуарлыҡ юлына баҫа. Дүрт кешене ярҙамға алып, тәүге өйҙәрен Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында һала. Унда 22 йортто сафҡа индерәләр. Хәҙер иһә уның ҡарамағында 15 кеше эшләй. Уларҙың барыһын да Йәмил Рамаҙан улы үҙе оҫталыҡ серҙәренә өйрәтә. Шулай итеп, Байегетовтар туғыҙ йылда 82 өй төҙөп, файҙаланыуға тапшырған. Тимәк, 82 ғаилә үҙ ҡәлғәһендә бәхетле ғүмер итә. Улар араһынан - Баймаҡтан 17 ғаилә.
- Беҙҙең бригада Баймаҡта ғына түгел, Сибай, Магнитогорск, Ҡарталы ҡалаларында, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен, Ейәнсура райондарында ла йорттар һалыу менән мәшғүл, - тине Йәмил Байегетов. - Тәүге осор буласаҡ өйҙөң проектын үҙебеҙ тәҡдим итә инек. Хәҙер иһә һәр кемдең теләге буйынса төҙөйбөҙ. Бының өсөн уларға интернет селтәре ярҙамға килә. Кеше ниндәй өй теләй, шулай итеп һалып бирәбеҙ.
Бөгөн кеше күберәк 1,5 ҡатлы өйгә өҫтөнлөк бирә икән. Йәғни, аҫта аш-һыу, йыуыныу, ә өҫкө ҡаттарҙа йоҡо бүлмәләре урынлаша. Йорттарҙы һалыу өсөн башлыса урындағы төҙөлөш материалдары файҙаланыла. Уның өсөн Йәмил Байегетов район эшҡыуарҙары менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Ниндәй күләмдә, күпме ағас кәрәклеген заказ буйынса быстырып ала. Бер комплект өйгә нигеҙенән башлап бура, иҙән, түбә таҡталары инә. Ә инде тәҙрә, ишектәрҙе кеше үҙе ниндәйҙе теләй - шуны ҡуйҙырта. Заказсының теләге буйынса өйҙөң эске биҙәлешен дә эшләп бирәләр.
Оҫта ҡулдарға бер йортто төҙөү өсөн 23 көн талап ителә. 8х9 үлсәмдәге өйҙөң хаҡы яҡынса 850-900 мең һумға барып баҫа. Алты айға тиклем кисектереп түләү мөмкинлеге ҡаралған.
Байегетовтарҙан йорт һалдырыу өсөн халыҡ алдан уҡ сиратҡа яҙыла. Айырыуса ҡыш көнө күпләп заказдар йыйыла. Һәм шул ваҡытта уҡ буласаҡ өйҙөң төҙөлөш материалдарын туплап, ер биләмәһенә һалып ҡуйыла. “Ҡыш көнө уларҙың хаҡтары арзаныраҡ”, - тип аңлатты быны Йәмил Байегетов.
“82 йорт араһынан иң ныҡ оҡшаған өй тип ҡайһыныһын әйтер инегеҙ”, - тип һорамай булдыра алманым әңгәмәсемдән. Ул уйлап та тормай: “Сибайҙа, бер ауылдашыма һалып биргән йорт, - тине. - Һалған йорттарҙың бөтә булған нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен ҡарап, өйрәнеп, үҙемдең ғаиләмә лә хәҙер йорт һала башланым”.
Йәмил Байегетовҡа йорттарҙан тыш башҡа объекттар төҙөүҙе лә ышанып тапшыралар. Улар ҡулынан Баймаҡ ҡалаһында бер нисә сауҙа үҙәге, кафе, төҙөлөш базаһы һәм башҡа биналар ҡалҡып сыҡҡан. Уның өсөн шлакоблок, инсиблок, пеноблок материалдары файҙаланыла.
Кемдең өйлө булғыһы килә? Икеләнмәйсә Йәмил Байегетовҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас: