Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
13 Февраль 2020, 13:05

Беренсе үҙмәшғүлдәр теркәлде

Йыл башынан нисә кеше үҙен "үҙмәшғүл", тип танытҡан? Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты

Мәғлүм булыуынса, быйыл йыл башынан Башҡортостан Республикаһы ла “Үҙмәшғүллек” буйынса проектҡа ҡушылды. Үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүселәр өсөн индерелгән был һалым системаһын хуплап ҡаршы алыусылар ҙа, шул уҡ ваҡытта үҙһенмәүселәр ҙә табылды.

1 ғинуарҙын 1 февралгә тиклем республика буйынса 4 мең кеше үҙмәшғүллек булараҡ һалым инспекцияһында теркәлгән. Улар һалым суммаһын “Минең һалым” тигән мобиль ҡушымта аша һанап сығара ала. Үҙ аллы эш алып барыусылар өсөн контроль-касса аппаратын ҡулланыу мотлаҡ түгел.



Читайте нас: