Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
8 Июня , 06:05

Ололарҙан фатиха алып

Урғаҙа ауылында социаль хеҙмәткәр булып Дилә Ғиззәтуллина эшләй. Өс йылдан ашыу хеҙмәтен яратып һәм намыҫ менән башҡарған Дилә Рауил ҡыҙы 16 кешене ҡарай. Улар араһында ололар ҙа, инвалидтар ҙа бар. Дилә Рауил ҡыҙы ашарға әҙерләй, һауыт-һаба, иҙәнде йыуа, аҙыҡ-түлек, дарыу ала, тейешле түләүҙәрҙе эшләй. “Беҙ Дилә Рауил ҡыҙының эше менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Ул бик тырыш, эшһөйәр, бешергән ризығы бик тәмле. Дилә Рауил ҡыҙын һәм бар социаль хеҙмәткәрҙәрҙе яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән бар күңелдән ҡотлайбыҙ. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә!”-ти уның ҡурсыуындағы ололар.

Баймаҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә 41 кеше эшләй. Шуларҙың 38-е – социаль хеҙмәткәр. Уларҙың ҡарамағында 580 оло һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр бар. Социаль хеҙмәткәрҙәр Баймаҡ ҡалаһында һәм ауылдарҙа эшләй.

Үҙәктә 80 төрлө социаль хеҙмәтләндереү күрһәтелә. Улар араһында көнкүреш, хоҡуҡи, медицина, психологик ярҙам бар. Ололар һәм инвалидтар өй таҙартыу, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һатып алыу, сүп-сар сығарыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүе өсөн һәм башҡа түләүҙәрҙе башҡарыу кеүек хеҙмәтләндереүгә мохтаж.

Баймаҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Эльмира Байрамғолова әйтеүенсә, үҙәк шулай уҡ реабилитациялау сараларына мохтаж кешеләргә лә ярҙам күрһәтә. Был эш “Ярҙам” реабилитациялау техник сараларын прокатҡа биреү” проекты буйынса РФ Президенты грантына башҡарыла. Кешеләр үҙәктән ҡултыҡ таяҡтары, коляска, ходунки һ.б. ала.

Урғаҙа ауылында социаль хеҙмәткәр булып Дилә Ғиззәтуллина эшләй. Өс йылдан ашыу хеҙмәтен яратып һәм намыҫ менән башҡарған Дилә Рауил ҡыҙы 16 кешене ҡарай. Улар араһында ололар ҙа, инвалидтар ҙа бар. Дилә Рауил ҡыҙы ашарға әҙерләй, һауыт-һаба, иҙәнде йыуа, аҙыҡ-түлек, дарыу ала, тейешле түләүҙәрҙе эшләй. “Беҙ Дилә Рауил ҡыҙының эше менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Ул бик тырыш, эшһөйәр, бешергән ризығы бик тәмле. Дилә Рауил ҡыҙын һәм бар социаль хеҙмәткәрҙәрҙе яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән бар күңелдән ҡотлайбыҙ. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә!”-ти уның ҡурсыуындағы ололар.

Эйе, социаль хеҙмәткәр һөнәре еңелдән түгел. Әммә халыҡтан ишеткән рәхмәт һүҙҙәре, изге теләктәр уларға көс-дәрт һәм алға ынтылыш бирә. Бар күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, изгелек өләшеүселәр! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Ҡылған яҡшылыҡтарығыҙҙың фатихаһында йәшәргә яҙһын!

Гүзәл САЛИХОВА.

 

Ололарҙан фатиха алып
Ололарҙан фатиха алып
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас