Йәмғиәт
5 Июня , 06:55

Ғәжәйеп уҡыу йортондағы рухлы сара

Илдең киләсәге ныҡлы һәм өмөтлө булһын өсөн йәш быуынды рухлы, батыр итеп тәрбиәләү мөһим. Был йәһәттән З.Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ҙур эштәр башҡарыла.

Ғәжәйеп уҡыу йортондағы рухлы сараҒәжәйеп уҡыу йортондағы рухлы сара
Ғәжәйеп уҡыу йортондағы рухлы сара

Баймаҡ районының ҡатын-ҡыҙҙар советы Бөтә Рәсәй фашизмға ҡаршы совет ҡатындары комитетының 85 йыллығына арналған акцияға ҡушылды. Ошо мөһим көнгә арнап агросәнәғәт колледжында ҙур сара үтте. Унда район ҡатын-ҡыҙҙар советының ауылдарҙа уңышлы эшләп килгән рәйестәре, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, студенттар ҡатнашты. Әллә ҡайҙан балҡып ултырған колледжда һәр кемде матур итеп һаулыҡ һорашҡан студенттар ҡаршы алды. Улар “мәж” килеп ихатаға сәскәләр ултырта ине. Иғтибар итһәгеҙ, агросәнәғәт колледжы иртә яҙҙан ҡар яуғанға тиклем аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. Тәртип тупһанан башлана тигәндәй, уҡыу йортона яҡынлашҡас та, нурлы бер донъяға барып эләгәһең.

Сарала ҡатнашыусыларҙы колледж директоры Илдус Зәйнуллин ҡаршы алды. Илдус Әдиф улы әйтеүенсә, 2022 йылда колледждарҙы модернизациялау буйынса республика программаһы сиктәрендә был уҡыу йортоноң корпустарын һәм ятаҡты ремонтлау өсөн төбәк бюджетынан 56,5 миллион һум бүленгән. Һәм, ысынлап та, йылдар үтеү менән төҫһөҙләнеп ҡалған, күптән ремонт күрмәгән бина балҡып китте. Республика Башлығы Радий Хәбиров та Баймаҡтың был колледжында бер нисә мәртәбә булып, коллектив һәм студенттар менән аралашты.

Илдус Әдиф улы әйтеүенсә, колледжды тағы ла йыһазландырыу, уҡыу һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн туҡтауһыҙ эш алып барыла. Студенттарҙың республика, ил кимәлендәге олимпиада, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулауы белем сифатының юғарылығын күрһәтә. Сарала ҡатнашыусылар балалар уҡыған һәр кабинетты һоҡланып ҡараны. Физик яҡтан мөмкинселеге сикләнгән студенттарҙың эштәренә хайран ҡалдыҡ. “Эйе, уларҙың һаулығы насар, һөйләшә алмағандары ла бар, әммә ҡарағыҙ улар ниндәй сувенирҙар эшләй! Теле менән әйтә алмағанды , хеҙмәте менән күрһәтә был студенттар”,- тине Илдус Әдиф улы.

Колледжда бер нисә һөнәр алып сығырға була. Һәм улар хеҙмәт баҙарындағы иң кәрәкле белгестәргә әүерелә. Бынан тыш студенттар “В” категорияһындағы водитель таныҡлығына уҡып та сыға. Быға бәйле бер күренеште әле лә онота алмайым. Сибай ҡалаһында водитель таныҡлығын алыуға теория белеменән имтихан бирергә йыйылыусылар араһында таныш тауышты ишеттем. Был көндө 18 йәше тулмаған балалары менән бергә, ата-әсәләр ҙә автоинспекцияға йыйылған ине. Ә таныш тауыш Илдус Әдиф улыныҡы булып сыҡты. Ул имтихан тапшырырға килгән студенттарын үҙе оҙатып килгән ине. “Хәҙер имтихан тапшырып бөткәс, Сибай институтына экскурсияға алып барабыҙ балаларҙы. Колледжыбыҙҙы тамамлаһындар, артабан юғары уҡыу йортона инһендәр һәм тыуған еребеҙгә ҡайтһындар. Теләгем шул ғына”,-тип йылмайҙы ул. Колледж директорының имтиханға ингән-сыҡҡан һәр студенттың исемен белеп, улар өсөн борсолоуы һоҡландырғайны.

Ысынлап та, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында студенттарға артабан юғары белем биреү өсөн ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын Башҡорт дәүләт аграр университетынан килеп колледжды тамамлаусыларҙан имтихан алалар. Әлеге ваҡытта нефть университеты менән дә был хаҡта килешеү төҙөү ҡарала. Эйе, уҡы, тырыш ҡына, ә этәргес көстө колледж директоры һәм остаздары һәр балаға бирергә әҙер.

Студенттарҙың ятағын күреп тә күптәр телһеҙ ҡалды, тиергә була. Сөнки сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһе элекке – ремонтҡа тиклемге ятаҡ менән таныш булып сыҡты. Хәҙерге бүлмәләр яҡты, матур, душ бүлмәләре, ял итеү урындары, кухнялар, кафетерий... Бар ерҙә иҫ китмәле яҡтылыҡ, бөхтәлек һәм заманса йыһаз. Ятаҡта эшләгән ҡул эштәре түңәрәге лә бик һоҡландырҙы. Нимә генә текмәй улар! Өфө оҫталары менән бәйләнеш булдырып, бар теләүселәр өсөн асыҡ дәрестәр ҙә булдырылған. Был йәһәттән ошо эшкә бар йөрәген һалған ... маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ.

Уҡыу йорто, унда бирелгән иң кәрәкле һөнәрҙәр, студенттарҙың йәшәү шарттары менән танышҡандан һуң, колледждың иркен залына йыйылдыҡ. Мәғлүм булыуынса, Бөтә Рәсәй фашизмға ҡаршы совет ҡатындары комитетының башында легендар осоусы Валентина Гризодубова тора. Ул 1937 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңел моторлы спорт самолетында халыҡ-ара осоу рекордын 5 мәртәбә ҡуя. Ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 200-ҙән ашыу хәрби осош яһай. “Гризодубова уҡыуҙары”н үткәреү инициативаһы менән Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы сығыш яһай. Баймаҡта район ҡатын-ҡыҙҙар советы активистары ҡатнашлығында был сара Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында үтте. Уның барышында Советтар Союзы Геройы Валентина Гризодубованың төп фекере: “Иң мөһиме – үҙ Ватаныңды яратыу” яу юлын үткән ҡатын-ҡыҙ яҡташтарыбыҙ миҫалында күрһәтелде.

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы диреторының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшат Байдәүләтова сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп үтте. Артабан ул Советтар Союзы Геройы Валентина Гризодубованың биографияһы, нисек осоусы булып китеүе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова Баймаҡ районынан һуғышҡа киткән гүзәл заттар хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ тылда ла Еңеү өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләгән халыҡ тураһында һөйләне. “Һуғышты үткән ҡатындар, тыл хеҙмәтсәндәре тураһында мәғлүмәт бер урынға тупланырға тейеш. Сөнки йылдар үтә бара улар онотолоуы бар. Әле бында ултырған студент ҡыҙҙар шундай эшкә тотонһа, бик шәп булыр ине”, - тине Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы.

Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторы Альбина Шәғәҙәтова әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла батырҙарса алышҡан ике яу ҡыҙыбыҙ тураһында һөйләне. “Ундағы беҙҙең ир-егеттәр беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙың батырлығына һоҡлана. Беҙ уларҙың имен-һау, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ”,- тине Альбина Рафаэль ҡыҙы.

Эйе Баймаҡ районынан әлеге ваҡытта “Усла” һәм “Колибри” позывнойлы ҡыҙҙарыбыҙ батырҙарса һуғыша. “Колибри”нең бер ниҙән ҡурҡмай тик алға барыуы, яралыларҙы ут эсенән алып сығыуы тураһында ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ һоҡланып һөйләй. Еңеү өсөн бар йөрәген һалған “Усла”ның да хәрби ҡаҙаныштары бик күп. Уларҙың имен-һау яҡындары янына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Артабан районыбыҙҙың билдәле гинекологы Рәзилә Имановаға һүҙ бирелде. Уның ҡатын-ҡыҙ һаулығы тураһындағы сығышы барыһы өсөн дә бик файҙалы булды. Табип йәш ҡыҙҙар менән айырым әңгәмәләр үткәреү мөһимлеген телгә алды.

Мерәҫтәрҙең йыр-бейеү бүләк итеүе сараның айырым бер биҙәге булды.

Бөйөк Еңеүгә арналған кисә намыҫ менән эшләгән, яугирҙәргә ярҙам итеүгә күп көс һалған, ауыл тормошонда янып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы бүләкләү менән тамамланды.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә ҙур ярҙам күрһәтә. Колледж коллективы һәм студенттар антидрон плащтары, толстовкалар, балаклавалар һ.б. тегә, улар әҙерләгән носилкаларҙың да МХО-ла бик кәрәкле булыуы асыҡланды. Бынан тыш яугирҙәребеҙ яратҡан ризыҡты әҙерләүгә лә күп көс һала улар. Ысынлап та, был уҡыу йортонда мөһим һәм кәрәкле һөнәр алыу менән бер рәттән, илһөйәр, рухлы, аҡыллы йәш быуын тәрбиәләнә. Районыбыҙҙың ғорурлығына әүерелгән Аҡназаров исемендәге колледж коллективына артабан да шундай юғары маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшеп, гөрләп эшләүҙәрен теләйбеҙ!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

 

Ғәжәйеп уҡыу йортондағы рухлы сара
Ғәжәйеп уҡыу йортондағы рухлы сара
Ғәжәйеп уҡыу йортондағы рухлы сара
Ғәжәйеп уҡыу йортондағы рухлы сара
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас