Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
11 Мая , 15:05

Күрәҙәсе

Ауыр ҡуҙғалды Мәрйәм, башы тубалдай, төндә йоҡламағанлыҡ үҙен һиҙҙерә, әсәһе тороп ҡыштырлай башлағас ҡына йоҡлап киткәйне. Әхирәте йәһәт йыйынып, йыуынып өҫтәл тирәһен йыйыштыра ла башлаған, уңған да шул, егеттәр яратмаҫлыҡ ҡыҙ түгел. Мәрйәмдең генә яратҡан кешеһе юҡ, уға күҙ һалғандар уның сәйерлеген күреп тиҙ тайшана, үҙе оҡшатҡан Мәрйәмгә яҡын килмәй, ҡасандыр осратасаҡ ул йәне яратҡанын, тәне тартҡанын, быны ул асыҡ белә, тик әлегә түгел. Бала сағынан ауыр аралаша яҡындары менән, төҫкә, кәүҙәгә лә сибәр түгел, үҙе быны белгәнлектән кәмһенә, һәр саҡ ситкәрәк тайшана. Үҙенә кәмһетеүле ҡараштарға ла күнеккән, уларҙы аҡларға ла тырыша, эске күңелдәрен аңлай ул уларҙың үҙе тураһында нимә уйлағандарын. Кемеһелер үҙенең кәмселеген йәшерергә тырышып дорфа һүҙ ҡуша тирә-яғындағыларға, аҡыллы күренергә тырышып матур һөйләгәндәр күп, тәкәббер күренгәндәрҙең дә йомшаҡ яҡтары бар, ә бына эгоистәр менән генә аңлашыу ауыр, улар үҙҙәрен алда нимә көткәнен белмәй үҙ ниәттәрен алға һөрә. Мәрйәм быларҙы күрә, юҡ, күрә тип тә әйтеп булмай, ниндәйҙер етенсе тойғоһо менән һиҙә. 

Күрәҙәсе. Уҙғандарым эҙҙәре. Гөлдәр әбей яҙмалары

–Беләһеңме, ул миңә бөгөн кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны, мин риза булдым. Ул шундай наҙлы, үҙе иркә, шундай рәхәт уның менән, янымда бесәй кеүек мырылдай, юҡ, бесәй түгел, көслө арыҫлан!.. Тик минең ошоғаса бер ҡасан да арыҫлан ҡуйынына һырылғаным булманы .

.. Дуҫы ярһыуынан, хистәренә сыҙай алмағанлыҡтан уны ҡосаҡлап ала, ныҡ-ныҡ, хатта һөйәктәре шытырҙап киткәндәй.

–Үлтерәһең дәһә, ярай йоҡлайыҡ инде, ана шәфәҡ тә алһыулана ла башланы, беҙгә иртәгә иртә торорға, еләккә сығырбыҙ. Әсәйҙәре рөхсәте менән киске уйындан һуң үҙҙәрендә йоҡларға ҡалған, иртәнге һалҡында еләк йыйырға барырға һөйләшкән ике әхирәт бер-береһенә арҡаларын терәп әйләнеп яттылар. Береһенең уйында әле генә ҡосағынан сыҡҡан егете булһа, икенсеһенең күҙҙәрен йомоу менән алдына килгән күренештәр пәйҙә булды. Бәхетле йылмайған туғандар бергә йыйылған, осрашыу-күрешеү шатлығы, артабан әхирәте йәштәргә тәүге төн өсөн алдан әҙерләнгән түшәктә яңғыҙ илай, һығылып-һығылып илауынан күренеүенсә уға бик ауыр, хәсрәтле күҙҙәре шешенгән, ә егете, һөйгән йәре ҡайҙа? Ул был ваҡытта икенсе урында бөтөнләй башҡа йәрҙе иркәләй, ҡыҙҙың йөҙө күренмәй, сәстәре елкә, муйынын ҡаплаған, йөҙө егеттең түшендә, ярһып яратышыуҙарына ҡарағанда бер-береһен һағынғандар. Ҡыҙ һиҫкәнеп күҙен асты, янында әхирәте бәхетле йылмайып йоҡлай, бәлки йоҡларға тырышалыр ғына. Ҡыҙҙы ҡурсып әйләнеп ҡосаҡлап алды, уныһы әхирәтенең ҡосағына һырынып тигеҙ тын алып тыныс йоҡлап китте. Нишләргә? Әйтергәме уға алдан тәғәйенләнгән яҙмышын? Ә тыңлармы ул, кәрәкме ул? Маңлайға яҙылған тәҡдирҙе бер ябай ауыл ҡыҙы ғына үҙгәртә аламы һуң инде. Алдан әйтеп бары кәйефен генә төшөрәсәк, һин юраның, һин сихырланың тип әйтмәҫме...

Йоҡоһо осто яҡын әхирәтенең алдағы тормошон күҙаллауҙан, ярҙам итеү сараларын эҙләне, ҡурсаларға теләне, тик ул тәҡдир, яҙмыш алдында көсһөҙ ине.

–Тороғоҙ инде, төнө буйы йөрөйҙәр ҙә иртәнсәк уятып булмай. Сәй әҙер, беҙ атайың менән ризыҡландыҡ Аллаға шөкөр, ана эҫе картуфты ҡаймаҡлап ашағыҙ ҙа, еләккә сығабыҙ тигәйнегеҙ түгелме...

Ауыр ҡуҙғалды Мәрйәм, башы тубалдай, төндә йоҡламағанлыҡ үҙен һиҙҙерә, әсәһе тороп ҡыштырлай башлағас ҡына йоҡлап киткәйне. Әхирәте йәһәт йыйынып, йыуынып өҫтәл тирәһен йыйыштыра ла башлаған, уңған да шул, егеттәр яратмаҫлыҡ ҡыҙ түгел.

Мәрйәмдең генә яратҡан кешеһе юҡ, уға күҙ һалғандар уның сәйерлеген күреп тиҙ тайшана, үҙе оҡшатҡан Мәрйәмгә яҡын килмәй, ҡасандыр осратасаҡ ул йәне яратҡанын, тәне тартҡанын, быны ул асыҡ белә, тик әлегә түгел. Бала сағынан ауыр аралаша яҡындары менән, төҫкә, кәүҙәгә лә сибәр түгел, үҙе быны белгәнлектән кәмһенә, һәр саҡ ситкәрәк тайшана. Үҙенә кәмһетеүле ҡараштарға ла күнеккән, уларҙы аҡларға ла тырыша, эске күңелдәрен аңлай ул уларҙың үҙе тураһында нимә уйлағандарын. Кемеһелер үҙенең кәмселеген йәшерергә тырышып дорфа һүҙ ҡуша тирә-яғындағыларға, аҡыллы күренергә тырышып матур һөйләгәндәр күп, тәкәббер күренгәндәрҙең дә йомшаҡ яҡтары бар, ә бына эгоистәр менән генә аңлашыу ауыр, улар үҙҙәрен алда нимә көткәнен белмәй үҙ ниәттәрен алға һөрә. Мәрйәм быларҙы күрә, юҡ, күрә тип тә әйтеп булмай, ниндәйҙер етенсе тойғоһо менән һиҙә. Уға шуғалыр ҙа бигерәк ауыр, яныңдағы йылмайып, көлөп хәбәр һөйләгән кешенең һинең турала нимә уйлағанын белеп тороп та, уға яғымлы ҡарашыңды һаҡлап ҡалырға ҙур көс талап ителә, хатта киләсәктә ниндәй этлек ҡылырын белә-күреп тә. Әхирәте Зәлиә лә белмәй уның был һәләтен, әсәһе лә һиҙенмәй, тик әхирәте йыш ҡына, һинең менән ниндәй ауыр эштәрҙе башҡарһаң да уңышлы була аҙағы, еңел, рәхәт һинең яныңда, ҡурҡмай күңелемдәген бушата алам, йәнем, тәнем ял иткәндәй беҙ бергә саҡта, тип йыш ҡабатлай. Быға Мәрйәм йылмайып ҡына ҡуя; яуабы, мин күтәрешмәйем дә һинең ауырлыҡтарыңды, һәр эшеңде һин үҙең башҡараһың. Ә сәбәбен белә Мәрйәм, Зәлиә уға бер ҡасан да яуызлыҡ эшләргә йыйынмай, насарлыҡ та теләмәй, бары шул ғына, ҡалғаны үҙенән үҙе ыңғай яҡҡа хәл ителә. Өҫтәлде йыйыштырғас туғайға еләккә сыҡтылар, киләсәген күҙаллап, хыялланған Зәлиә, һөйләп хәбәре бөтмәй, ул алсаҡ, кеше тикшермәй, бары үҙ тормошо, үҙ хәлдәре менән генә йәшәй, күңеле сафлыҡтан киләлер быныһы. -Беҙҙең өйләнешһәк күп балабыҙ буласаҡ... Берәү генә буласаҡ, быныһын Зәлиәгә әйтә алмай шул Мәрйәм, икенсе балаһы фәжиғәле вафат буласаҡ, тыуғас та уҡ, кендек инәһе булған табиб яңылыш ҡулынан төшөрөп ебәрәсәк, сабый лепкәһе менән йылытыу батареяһына бәреләсәк. –Әллә ишетмәй ҙә инде мине, ҡасандан бирле саҡырам, кил, бында еләк күп. Ул ярата, ул бәхетле әлеге мәлдә, хоҡуғы бармы Мәрйәмдең уның яҡты, әлегә хыялдағы бәхетенә күләгә төшөрөргә, юҡ, тағы бер тапҡыр юҡ. Яңғыҙлыҡ, төндәрен бөтмәҫ уйҙар, аҙаҡ ҡына мөхәббәттән түгел, яңғыҙлыҡтан, сараһыҙҙан ҡорған тормош, яратмаған йәр менән ғүмер кисереү көтә. Ә бала бәхетен күреү насип буласаҡ Зәлиәгә, берҙән бер балаһыныҡын.

–Эй, ялҡау булып ҡуймаһам ярар ине , эште яратмайым ул бигүк, әсәй ҡушҡанға ғына эшләйем күп эште. Кейәүгә сыҡһам күп ғаиләне ашатырға, кейендерергә лә кәрәктер ул, буласаҡ иремде тәрбиәләп кенә торорға ла күп көс талап ителәсәк, ярай һөнәрем була, бирешмәмен, буласаҡ уҡытыусымын да...

Ах, эшлеклеләр бәхетле булһа икән дә, тик ниңә киреһенсә килеп сыға икән...Алдаҡсылар, ялағайҙар, тәкәбберҙәр менән тулған был донъя. -Әллә һине ялҡытып китәм дә шикелле, арыйһыңмы минең күп һөйләүемдән, үҙең бер ҙә өндәшмәйһең.

–Рәхәт миңә һинең менән, һөйлә, һөйлә Зәлиә, ысынлап әйтәм, һине тыңларға яратам. Алып килгән һауыттарын тултырғас бер аҙ ергә ятып күктәге болоттарҙы күҙәттеләр, ерҙәге сәскәләргә һоҡландылар, ҡоштар тауышын тыңланылар, Зәлиәнең һөйләп хәбәре, һорашып һорауы бөтмәне, Мәрйәм үҙенә биргән һәләт менән уның һәр һорауына асыҡлыҡ индерә барҙы. Ҡайтҡан саҡта ауыл урамындағы бер йорт ҡапҡаһы янында кешеләр йыйылғанды күргәс, Зәлиә һиҫкәнеп китте.

–Эййй...

Әсмә инәй насарайған, олоғайған инде, икенең бере булһа, ыҙаланмаҫ ине, тип һөйләнгәйне әсәйем бер көндө, бер-бер хәл булып ҡуйҙымы икән әллә, кешеләр йыйылған ҡапҡа төптәренә. -Әхтәм ағай...

–Эйе, уның өләсәһен әйтәм. Теленән яңылыш ысҡынған һүҙҙән үҙе лә ытырғанды, булмаҫ та, әсәһе бар, өләсәһе түшәктә ята. Тик әжәл сиратҡа баҫҡандарҙы һанламай күрәһең, уға ла йәш, көслө кеше кәрәк. Ҡыҙҙар шымып ҡына ауыл урамы буйлап атланылар, береһе үлгән икән тип оло инәйе өсөн борсолһа, икенсеһе ауырыу, әммә әлегә тере өләсәй кешенең ейәненең үлемен күтәрә алмаҫын һиҙенде. Үҙен ғәйепле кешеләй тоя Мәрйәм кешеләрҙең алдағы тормошонда бәхетһеҙлектәрен белһә, әйтә, иҫкәртә лә алмай, үҙгәртеү, кисектереү ҙә мөмкин түгел. Өйҙәрендә берәү ҙә юҡ, мәрхүм янындаларҙыр ата-әсәһе, үҙенән кесе туғандары ла был йәмле көндәрҙә өйҙә ултырғылары килмәй таралышҡандар. Йыйған еләктәрен таҙартып урынлаштырғас, туғандары ҡайтыуына өҫтәл әҙерләне, ваҡ-төйәк эштәр менән булышты. Әсәһенә эйәреп күрше апай ҙа ингән икән, әсәһенең сәй эсергә ҡыҫтауына ҡарамаҫтан, тәҙрәнән күҙен алмай бойоҡ ултырғанынан уҡ Мәрйәм уның иңенә ауыр йөк төшкәнен һиҙемләне.

–Тамағыма ризыҡ та бармай, ҡулыма алған эшемде лә эшләгем килмәй, һыйыр һауып, ағын эш итмәгәс, башҡа эш эшме ни ул, әллә ниңә оҙаҡланы Алаҡайым, кис сығарғандан юҡ, иртәнсәк һауылған һыйырҙарға эйәреп киткәндер әйтәгүр. Йә, быҙауын уйлаһа ней була инде, уныһы баҡыра үҙәкте өҙөп, әллә күпме ерҙе айҡап- байҡап арып бөттөм, Аҡташ башына менеп тә ҡараным, юҡ. Әхтәм ҡайнағаның әрәм булыуы эсте бошора тағы, әсәйгенәһенә әйтмәһәләр ҙә һиҙенәлер, гел улын һөйләп тик ултыра.

-Эс сәйеңде, һыуынып китмәһен, йөрәгеңә ял булыр, ҡайтыр һыйырың кискә башҡа малдарға эйәреп, көтөү юҡ бит, аҙманлап йөрөйҙөр. –Һыйырығыҙ йылға буйында муйыллыҡтар араһында, ҡайтмай ул, айыу һуҡҡан. Мәрйәмдең теленән өҙөп алдылармы ней был хәбәрҙе.

–Әәәә...

–Юҡты һөйләп ултырма яманауыҙланып, башҡа ниндәй уйҙар килмәҫ, самалап ауыҙыңды ас, һүҙеңде үлсәп һөйлә, кешенең күңелен уйла әҙерәк, йылға ҡайҙа ла, ауыл ҡайҙа, унда нисек барып сыҡһын малдар. Ҡана тағы берҙе яһайым, эс әле эҫеләй, ҡайтыр, әлегә шөкөр, тирә-яҡта тыныслыҡ, йыртҡыс-фәлән ишетелмәй.

Мәрйәм өндәшмәй генә сәйен эсеп өҫтәл артынан тороп китте, әсәһенең ныҡлы асыуланып, күңелендәген әйтеүен тыйыуы уға ауыр тәҫьир итте, һәм аңлауынса был бик оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, әсә теләге ҡабул булыусан. Әлбиттә күрше апайҙың һыйыры ҡазаланған, уйына нимә килде, шуны ысҡындырҙы, беренсе килгән уйы һәр саҡ дөрөҫ булғанына Мәрйәм инанған, ауырлы ҡатындарҙың бәпестәре кем булыуын бер ҡарау менән әйтә ала, хатта ауырыу, зәғиф булыуын да, яҙмышы нисек булырын да теләһә күҙаллай, тик әлегә ояла был турала һүҙ башларға. Әсәһенең ныҡлы асыуланыуы үҙен бер ҡалыпҡа бикләгәндәй тыйыуы үҙен үҫтерергә, асылын табырға тырышыуына артабан ныҡлы кәртә булды, ҡурсалауы буллымы үҙенсә, ә үҙенең эске энергияһын, күрәҙәлек һәләтен кешегә белдермәй йәшәүе уға уғата ауыр, ниндәйҙер баҫым, көп эсендә йәшәй кеүек. Быны ул уйламағанда осраған, көтмәгәндә тәңгәл булған оло йәштәрҙәге ҡатындың зарланыуын ишеткәс тойҙо.

– Балаларымдың араһында татыулыҡ юҡ, - тип башланы үҙенең һүҙен.

-Алты бала үҫтерҙем, аталары менән эсеп, хаяһыҙланып йөрөмәнек, тырышып донья бөтәйттек, балаларым юғары белемле, етеш тормошта үҫтеләр, әммә бәхеттәре юҡ. Сихыр һалдылармы, боҙоммо, күҙ тейҙерҙеләрме тормошома, беҙҙең бәхетебеҙгә, белгем килә, бер белемсе генә күрәҙәсе, сихырҙы сисеүсе кәрәк ине, белмәйһегеҙме шундай берәүҙең телефон номерын, аптырағандан инде был һорауым.

Мәрйәм белә, осраҡлы түгел уларҙың осрашыуы, үҙе лә белмәгән юғары Көстөң ҡушыуы, ҡатындың үткән тормошо күҙ алдынан үтте.

–Оло киленемдән ҡайтып киләм, ауылдан һөт-май, яңы һуйылған ит тауыҡтарын алып килгәйнем, иртән сумка йыйып ашарға ла өлгөрмәй, таңдан эскән бер сынаяҡ сәй менән килеп еттем. Киленем уңған минең, тырыш, өҫтәленән һәр саҡ бешкән-төшкәне өҙөлмәй, тәмле бешерә, килгәс тә электр мейесенән тәмле еҫтәр сығарып, күпереп бешкән ваҡ бәлештәрен күреп өлгөрҙөм. Юҡ, кәнфит-печеньеһын сығарып ҡоро сәй эсерҙе лә ҡабаланып балаларын ҡаршылау һылтауы менән мине оҙатырға сыҡты. Паркта уйнаған балаларға ярты сәғәт һуңлаһа ла була ине, йәки миңә өйҙә көт, тиһә лә риза инем, бер бәлешен сығарып ашата ала ине лә, ашатманы, ҡыҙғанды. Мейесен таҫтамал менән ябып ҡуйыу менән, тәмле бешкән бәлеш еҫен мин һиҙмәйемме, бәләкәй бала ла һиҙер, күргәндең күҙе аға, йәлләне, бер бәлештән артығын ашай алмаҫ та инем. Улар килһә мин оло мейес тултырып төрлө бәлештәрен бешереп көтәм, күстәнәскә тип тә әҙерләйем, рәнйенем ныҡ, асыҡҡан инем, астың асыуы яман, баламы ней мин кәнфитләп сәй эсеп ултырырға. Һәйбәт ине минең был киленем, олоһо һымаҡ түгел, тегенеһе байлыҡтан эреләнде, аҡса боҙҙо, оло улыма алдан иҫкәртеп, уның рөхсәте менән генә өйөнә бара алабыҙ, ике киленем үҙ ара тынышмайҙар, татыулаштырырға тырышып бергә саҡырһам да, береһе булһа, икенсеһе килмәй. Ҡыҙҙарымдың да кейәүгә сыҡҡандары айырылдылар, сыҡмай, үҙ тормошо менән йәшәгәндәре бар, аптырайым бына, бөтәһе лә үҙ-ара татыу түгелдәр, ҡунаҡҡа йөрөшөү тураһында уйларға ла түгел, ә былай шөкөр, барыһы ла етеш, мул тормошта йәшәйҙәр. Сихырланылар балаларымды, үҙемдең дә һаулығым юҡ, бабайымдың да рәте китте, төнөн йоҡлай алмай, көндөҙ арый, хәле юҡ. Көслө күрәҙәсе булһа кем сихырлаған, шуның сихырын үҙенә ҡайтарттырыр инем, аҡсаһын йәлләмәҫ инем. Нимә тип әйтергә лә белмәне Мәрйәм, мин ул күрәҙәсе, тип әйтә алмай ҙа, ә барыһын да үтәләй күрә. Осрашыуҙары ла осраҡлы түгелдер, балаларыңдың яҙмышын үҙең боҙғанһың, тип әйтә алмай зарлы ҡатынға. Бары элек теләй белмәгән теләктәре ҡабул булған, Аллаһыбыҙҙың ,,Амин" тигән сағына тап килгән. Бер ниндәй ҙә сихыр, боҙом, күҙ тейеү юҡ бында, шарлатан күрәҙәсегә тәңгәл булһа, алдап әллә күпме аҡса һығырҙар ине был ҡатындан, Мәрйәм үҙе лә асыла алмай, быны белеү уға ауыр, ҡатындың балаларының яҙмышын да үҙгәртә алмай, Әсә теләге, Әсә рәнйеше барлыҡ көстәрҙән көслө, үҙе, Әсә генә ярҙам итә ала был осраҡта. Ауырыуҙары иһә ҡартлыҡтан, ҡартлыҡты дауалап булмай. Күмәк балаларын үҙ көстәре менән аяҡҡа баҫтырған әсә, балаларының иркен тормошта йәшәүҙәрен теләй, күп ваҡыттар аҡсағыҙҙы әрәм-шәрәм итмәгеҙ, дуҫтар, иптәштәр тип кеше һыйлап ултырмағыҙ, ҡунаҡ йыйып эскелек ойоштормағыҙ, үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе уйлап йәшәгеҙ, тип өйрәткән, таңдарҙа теләктәр теләгән. Туғандар менән йәшәмәй кеше, кәрәкле кешеләр менән аралашығыҙ, тапҡан-таянғанығыҙҙы тәләфләп, туған-тумасалар һыйлап бушҡа мәшәҡәтләнмәгеҙ йәнәһе. Тәрбиәме был, теләктәрҙең ҡабул булыуымы, быны әлегә үҙе лә аңлай алмай Мәрйәм, теге ваҡыт әсәһенең, башыңа ни килгәнде һөйләп йөрөмә, тигәне, һаман ысын асылды әйтеп бирергә кәртә булып тора, ә бөтөнләй сит кешеләр ярҙам һорап киләләр уға, осраҡлылыҡ түгел был, күңеле менән барыһын һиҙә, тик үҙенең асылын аса алмай. Белә киләсәктә ныҡлы асылыр һәләте, аңлайышһыҙ күренештәр ваҡыты еткәс беленер. Үҙе ҡасандыр күргән аңлайышһыҙ күренештәр ысынбарлыҡҡа аша бара, күктә осҡан билдәһеҙ тауышһыҙ осоу аппаратары, һалдаттар, күмәк кешеләрҙең йыйналыуы, емереклек, нисә йылдар элек үк күрҙе был күренештәрҙе, йәшлеге менән аңламаны. Һораусыһы ла булманы, һөйләһә лә ышанмаҫтар ине, әсәһенең тыйыуы ла көсөн юғалтмаған, башыңа ни килә, һөйләнеп йөрөмә. Ә теге саҡта күрше апайҙың һыйырын таптылар, айыу һуҡҡан ине йылға ярында, йыртҡыс баҫтырғанға шул яҡҡа барып сыҡҡандыр күрәһең. Көсһөҙлөгөн белеп, үҙ урынын таба алмағанға әрней йөрәге, күпме кеше был махсус хәрәкәттә хәбәрһеҙ юғала, картаға ҡәләм осо менән генә төртөп күрһәтә ала ла үҙенең һәләте менән юғалған яугирҙәрҙең урынын, мәйеттәрен, әлегә ярамай, ярамай. Ошо ҡыҫанға һыя алмаған күңеле үрһәләнә, ярамай!Ҡасанға тиклем был афәттең барырын да самалай, аҙағы нисек бөтөрөн дә белә, ярамай әйтергә. Әсәһенең теләгеме был, әлегә тыйып торған көсмө, үҙ хәлен үҙе белмәгәс, үҙ маҡсатына ирешмәгәс, бирелгән һәләтен ҡуллана алмағас кеше тормошона ҡыҫылырға хаҡы бармы? Бәлки ул күрәҙәсе лә түгелдер, һәр кем үҙ тормошон алдан күрә ала, кемдер дежавю тиҙәр был һәләтте, Мәрйәм дә был һәләткә эйә. Күптәр күрәҙәләү һәләтенә эйәлер бәлки Мәрйәм шикелле, ваҡыты ғына әле етмәгәндер асылырға. Тик әлегә ярамай, ярамай... 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас