Йәмғиәт
1 Апреля , 12:05

Һөйөү һәм хыял ҡанат биргәндә

Эйе, һәр парҙың үҙ яҙмышы һәм уларҙың тормошонан фәһем, үрнәк кенә алырлыҡ. Бәләкәй ауылдың ныҡлы терәге булған ғаиләләргә ныҡлы һаулыҡ, тиң-тигеҙ ғүмер, рәхмәтле балалар теләге килә. Ишей ауылында тормош гөрләп тороуына һоҡланырға ғына ҡала.

Ҡыш һәм яҙ миҙгелдәре алмашынған мәл – тәбиғәттең иң матур күренештәренең береһе. Берсә һыуыҡ, берсә иҫ китмәле йылы, буранлы-ямғырлы көндәрҙә күңелдәрҙә лә ниндәйҙер ашҡыныу, хатта тормошҡа ҡарашың үҙгәреүен тояһың. Күп урында ҡалын ҡар, йылғалағы боҙҙар һаман ҡояш нурҙарына баш бирмәй маташһа ла, күктә тыуған ерҙәренә ҡайтыуын хәбәр иткән аҡҡоштар ҙа ауаз һалып өлгөрҙө. Кемдер улар нимә менән тамаҡланыр, тип борсолғанда, күпселек был ҡоштарҙың йылы яҡҡа ҡар ашап китеүен һәм тыуған ерҙәренә ҡар ашап ҡайтыуын яҡшы белә. Был борондан килгән ырым-әйтемдәрҙең береһе.

Ҡыш менән яҙ йәнтәслим алышҡан йәмле көндәрҙең береһендә районыбыҙҙың сигендә урынлашҡан, хозур тәбиғәтле Ишейгә юлыбыҙ төштө. Маҡсатым - һоҡланып яҙып үткән аҡҡоштарҙай пар булған ғаиләләр менән танышыу ине. Әйтергә кәрәк, төпкөл ауылдарҙың береһе булған Ишейҙә тормоштоң гөрләп тороуына һәр саҡ һоҡланаһың һәм башҡалар ҙа уларҙан үрнәк алһын ине, тип ҡуяһың.

Тимер атыбыҙҙы йүгәнләгән водителебеҙ, юлдар иреп, ҡуйы батҡаҡҡа әүерелмәҫ борон ҡайтып өлгөрөр кәрәклегенә борсолғанда, был яҡтағы тәбиғәттең хозурлығына хайран ҡалам. Хатта машинаны ҡаты ғына итеп һиңкетеп-һиңкетеп алыуы ла был гүзәллектән айыра алманы.

Ауыл клубында беҙҙе ихлас йылмайып мәҙәни ойоштороусы Миңзифа Ишдәүләтова ҡаршы алды. Миңзифа Яҡшылыҡ ҡыҙының үҙ эшен яратып башҡарыуына һоҡланырға ғына ҡала. Районда ниндәй генә конкурс үтмәһен, улар араһында Ишейҙең мәҙәни ойоштороусыһы була һәм алдынғы урындарҙы яулай. Ауылдың тормошон гөрләтеүселәрҙең береһе лә ул. “Беҙҙә бик матур, уңған, эшһөйәр, изге күңелле кешеләр йәшәй. Уларҙың терәк-таянысын тойғас, эшләүе лә рәхәт”,-тип йылмайҙы ул.

Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған күркәм сараға ла Миңзифа Ишдәүләтова ауылдың өлгөлө 12 парын саҡырған ине. Үкенескә ҡаршы, уларҙың барыһы ла килә алманы. Ә бына Әлфирә Миндеғәли ҡыҙы һәм Әхиәр Нуриман улы Ҡарасуриндар, Алтынбикә Ғөбәй ҡыҙы һәм Йыһанур Ҡаһармән улы Ҡарасуриндар, Шәүрә Зөлфәр ҡыҙы һәм Азамат Шәһиғәле улы Исҡужиндар, Зәйтүнә Әхиәр ҡыҙы һәм Сөләймән Мөхәмәтйән улы Ғарифуллиндар менән рәхәтләнеп аралашырға, уларҙың мәңгелек һөйөүе донъяға нисек яралыуы, яҙмыштары тураһында рәхәтләнеп аралаштыҡ. Бәхетле парҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, унан Миңзифа Яҡшылыҡ ҡыҙының ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуап бирҙе. Ә инде ғаилә башлыҡтары хәләл ефеттәренә яулыҡ бәйләп күрһәтеүе кисәнең иң күңелле өлөшө булғандыр. Был бәхетла парҙарҙың тәү осрашҡан мәлдәрен хәтергә төшөрөп, йәшлек вальсына төшөүе һоҡланғыс күренеш булды. Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолованың оҙайлы йылдар татыу йәшәгән парҙарға бүләктәр ебәреүе лә маҡтауға лайыҡ.

Иң тәүҙә 45 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәүсе Шәүрә һәм Азамат Исҡужиндар һүҙ алды. Абруйлы, эшһөйәр, тырыш, уңған ғаиләләрҙең береһе улар. Өс балаға ғүмер биреп, барыһы ла был тормошта үҙенең лайыҡлы урынын тапҡан. Шәүрә Зөлфәр ҡыҙы 42 йыл дауамында балаларға белем өләшә. Азамат Шәһиғәле улы водитель һөнәрен үҙләштерә, урман эшендә эшләй. Әлеге көндә икеһе лә хаҡлы ялда. “Иң тәүҙә барыбыҙға ла бәхетле ҡартлыҡ һәм һаулыҡ теләйем, балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең изгелеген генә күрергә яҙһын. Ауылыбыҙ матур, төҙөк, рәхәтләнеп мал көтөп йәшәргә була. Ғаиләбеҙ девизы – балаларыбыҙға өлгө булып йәшәү”. Ысынлап та, Исҡужиндар хеҙмәтендә лә, тормошонда ла бар яҡтан һәр саҡ үрнәк булыуҙары менән һоҡландыра.

Әлфирә Миндеғәле ҡыҙы һәм Әхиәр Нуриман улы Ҡарасуриндар береһенән-береһе уңған биш баланы тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың һәр береһе үҙ тормошо менән гөрләтеп йәшәй. Үкенескә ҡаршы, улдары Динислам тураһында һөйләй башлағас, Ҡарасуриндар ғына түгел, ә кисәлә ҡатнашыусылар ҙа күҙ йәштәрен тыя алманы. Динислам Ҡарасурин махсус хәрби операцияға Ватанын һаҡларға китә һәм батырҙарса һәләк була. Улдарының наградаһын, атайһыҙ ҡалған бәләкәс кенә ейән-ейәнсәрҙәренең фотоһын һыйпап илаған ата-әсәне йыуатырлыҡ һүҙҙәр табып буламы һуң? МХО-ла ҡыйыу һуғышҡан, иптәштәренең ихтирамын яулаған, батыр яугир, 5 бала атаһы Динислам Әхиәр улының хәтере мәңгелек. “Янып торған, һәр саҡ ҡайҙалыр йүгергән, йәшәп ҡалырға ашыҡҡан улыбыҙҙы бик һағынабыҙ, уны юғалтыуға ышанып булмай. Ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, хәлебеҙҙе белергә тип елдереп килеп етер ине. Хатта бер Ишейҙе һыу баҫа башлағанда ла, Динислам улыбыҙ беҙҙең яныбыҙға килеп етә алды”,-тип хәтирәләргә бирелде ата-әсә. Эйе, Динислам Ҡарасуринды ауылдаштары иҫ киткес ярҙамсыл, кешелекле-кеселекле булыуын һағынып һөйләй. Ғүмерҙәре хеҙмәттә үткән, уңған пар Ҡарасуриндар үҙҙәре кеүек шәп һәм батыр балалар үҫтергән. “Һәләк булған Динисламыбыҙҙың балалары бигерәк бәләкәс, уларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк, улар өсөн ныҡ булырға тейешбеҙ”,-тигән һоҡланғыс парға иң изге теләктәрҙе еткерге килә.

Алтынбикә һәм Йыһанур Ҡарасуриндарҙың ғаиләһе лә - Ишейҙең иң шәп ғаиләләренең береһе. Улар бергә-бергә 54 йыл ғүмер итә. Ҡарасуриндар аҡыллы, уңған 5 бала үҫтерә. Хәҙерге көндә 19 ейән-ейәнсәр, 3 бүләсәре булыуына һөйөнөп бөтә алмайҙар. Алтынбикә апай ҡасандыр гөрләп торған Йолалы ауылында тыуып үҫә. Зирәк, бик яҡшы уҡыған ҡыҙҙы, 10-сы класты тамамлағас, Билалға математика уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ул Ишей мәктәбенә килеп эләгә. Бында ул йәш уҡытыусы Йыһанур Ҡарасурин менән таныша. Ике аралағы дуҫлыҡ һөйөү хистәренә әүерелә һәм бер нисә йылдан улар өйләнешә. Ғаилә башлығы артабан үҙен урмансылыҡ эшенә бағышлай, ә Алтынбикә апай тәмле-тәмле аштар бешереп кескәйҙәрҙе һөйөндөрә. Икеһе лә хеҙмәтендә ҙур уңыштарға ҡаҙана. Бөгөн хаҡлы ялда булған матур пар донъяға тыныслыҡ килеүен, барыһының да именлектә һәм бәхеттә йәшәүен теләп йәшәй.

Зәйтүнә һәм Сөләймән Ғарифуллиндарҙың татыу һәм бәхетле ғүмер итеүҙәренә быйыл 50 йыл тула. Мөхәббәт емештәре булған 5 балаға ғүмер биргәндәр. Уларҙың һәр ҡайһыһы уҡып, белем алып, төрлө һөнәр эйәләре булып, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Зәйтүнә һәм Сөләймән Ғарифуллиндар һәр яҡтан өлгө: гөрләтеп донъя көтәләр, йорттары балҡып тора. “Баланың балаһы – балдан татлы, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Беҙҙең дә иң бәхетле мәлебеҙ уларҙың каникулға килеүе”, тип йылмайҙы уңған пар.

Эйе, һәр парҙың үҙ яҙмышы һәм уларҙың тормошонан фәһем, үрнәк кенә алырлыҡ. Бәләкәй ауылдың ныҡлы терәге булған ғаиләләргә ныҡлы һаулыҡ, тиң-тигеҙ ғүмер, рәхмәтле балалар теләге килә.

Ишей ауылында тормош гөрләп тороуына һоҡланырға ғына ҡала. Көн һайын тиерлек үткән сараларҙа кешеләрҙең теләп ҡатнашыуы ла маҡтауға лайыҡ. Ошо көндәрҙә улар Наурыз байрамына йыйылды. Был электән төрки халыҡтары тарафынан билдәләнгән иң боронғо байрамдарҙың береһе. Ул ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә лә индерелгән. Боронғо ышаныуҙар буйынса, һәр яҙ ерҙә йәшәүселәр тормоштоң тергеҙелеү йыллығын билдәләргә тейеш булған, ул алты төрҙә (күк, һыу, ер, үҫемлектәр, хайуандар һәм кеше яңыртылыуы) сағыла. Ул осорҙа боронғо Иран биләмәһендә ерҙәге тормош сығанағы булараҡ Ҡояш культын хөрмәтләгәндәр. Шуға күрә унда ҡояш календары барлыҡҡа килә, ул хәҙерге Иран һәм Афғанстанда рәсми рәүештә ҡулланыла. Унда йылдың башы тип яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән көн һанала. Шуға күрә Наурыз — Яңы йыл һәм яҙғы яңырыу байрамы ул.

Ишейҙә үткән Науруз байрамында мәктәп, ағинәйҙәр, клуб, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, балалар ҡатнашты. Улар йомаҡтарға яуаптар эҙләне, спорт ярыштарында көс һынашты, бейене-йырланы. Ишейҙең уңғанбикәләре әҙерләгән тәмлекәстәр менән сәй эсеү байрамдың иң күңеле мәле булды.

Йылмайып-көлөп, тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, һәр көндән йәм-тәм табып йәшәгән Ишей ауылы халҡына “афарин” тиергә генә ҡала. Ауылығыҙҙың йәшәйеше бер ҡасан да һүрелмәһен-һүнмәһен, һеҙҙә үткән саралар артабан да үҙегеҙгә генә түгел, башҡаларға ла дәрт һәм сәм бирһен!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас