Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март , 14:15

Аллаһ Тәғәләгә яҡты доньяға башҡорт итеп яралтыуына рәхмәтлемен

Башҡорт клубын ойоштороусы Фредтың яурынында ике рәт тимер сынйыр тегелеүен күреп аптыраным. Минең һорауыма Фред, “был тимер сынйырҙар яурынды ҡылыстан һаҡлай - башҡорт яугиренең кейем элементы” тип иҫемде китәрҙе. Бына бит чех был турала белә, ә беҙ онотҡанбыҙ. Бәлки, был сынйыр элементы артабан погон булып ғәскәр тѳрѳн айырыу билдәһе булып киткәндер, тип фаразлайым. Ысынлап та, ошо сараларҙа милләтебеҙ тураһында төрлө яҡшы һүҙҙәр ишетергә тура килә. Әммә иң иҫтә ҡалғаны - тоҡомло башҡорт тип әйтеүҙәре...

Аллаһ Тәғәләгә яҡты доньяға башҡорт итеп яралтыуына рәхмәтлемен
Аллаһ Тәғәләгә яҡты доньяға башҡорт итеп яралтыуына рәхмәтлемен

Тыуған еребеҙҙә, республикабыҙҙы, илебеҙҙә генә түгел, хатта донъя кимәлендәге мөһим тарихи сараларҙа танылыу алған Айҙар Мәжитовты белмәгән кеше юҡтыр. Мәргән уҡсы ла, ҡурайсы ла булған яҡташыбыҙҙың тарихты иҫ китмәле кимәлдә белеүенә хайран ҡалаһың. Уның башҡорттар, уларҙың үткән данлы юлы, ҡоралы, йәшәйеше һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте яңғыратыуын сәғәттәр буйы ялҡмайынса тыңларға мөмкин. Бөгөн ғүмер үҙенә ике “бишле” һуҡҡан арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, танылған тарихсы-реконструктор, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы менән әңгәмә ҡорабыҙ.

- Айҙар Рәйес улы, бер һөйләшкәндә “минең ике тыуған көнөм бар” тип әйткәйнегеҙ. Быны нисек аңларға?

- Эйе, февралдә тыуғанмын, ай ярымдан – мартта мине рәсмиләштергәндәр. Был минең ете айлыҡ булып тыуыуыма бәйле.

- Һеҙҙең кеүек мыҡты кәүҙәле кешегә ҡарап ете айлыҡ ҡына булып донъяға килеүегеҙгә бер ҙә ышанып булмай...

- Был ысынлап та шулай. Тыуғанда ауырлығым килограмм өс йөҙ грамм булған. Шуға күрә әсәйем мине мейес синдегенә йылыға һалыр булған. Үҙе ваҡыт-ваҡыт йүргәкте асып, тын алышымды тынлаған. Сөнки иларлыҡ та хәлең юҡ ине, тип әйтә ине. Фельдшер Мәрйәм инәй, “ҡуй, Ҡунаҡбикә, баланы яҙҙырып торма, йәшәмәҫ ул” тип әйткәс, тыуыу тураһында документ алып тормағандар. Шулай итеп ай ярым ваҡыт үтеп киткән. Унан атай түҙмәгән, 16 мартта сельсоветҡа барып метрика алырға ҡарар иткән. Был инде минең икенсе тыуған көнөм.

- Ә Айҙар исемен һеҙгә кем һайлаған?

- Балаға исем ҡушыу һәр ғаилә өсөн мөһим ваҡиға. Миңә исем ҡушҡанда ла, атай-әсәйҙән бигерәк, олатай-өләсәйҙең фекере яңғыраған. Исмәғил олатай (колхозды ойоштороусы, уның беренсе рәйесе) уланға Юлмөхәмәт тип ҡушабыҙ тигән. Сафия өләсәй уға ҡаршы сыҡҡан, Юлмөхәмәт ат ҡарағы, юлбаҫар булды, Айҙар тип ҡушабыҙ, тигән. Ун өс бала тапҡан Герой-әсә һүҙе атайым өсөн закон булған инде. Шулай итеп, исемем Айҙар булып киткән.

- Ә ошо ике исемдең ҡайһыһы һеҙгә яҡыныраҡ?

- Юлмөхәмәт исеме минең булмышымды билдәләгән кеүек. Юҡ, ат урлағаным, юл баҫҡаным булманы, әммә гел юлдамын меңдәрсә саҡрым үтеп, Балтиканан алып Беринг боғаҙына тиклем барып еттем, күп кенә Европа илдәрен күрергә насип булды. Хатта поляр түңәрәкте үтеп, Чукоткала балалар уҡытып та ҡайттым бит.

- Ете айлыҡ булып тыуғас, һеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һалғандарҙыр?

- Мәрйәм инәйгә ҙур рәхмәт инде, кеше итеп алған. 4 йәш тулгас ҡына ныҡлап атлап киткәнмен, ләкин телем бик иртә асылған.

- Бала саҡтағы иң сағыу ваҡиға?

- Миңә ҡыҙыл төҫтәге, “Сура” тигән велосипед һатып алыуҙары. Әле йөрөй ҙә белмәй инем, шундай шатлыҡ менән магазиндан этеп алып ҡайттым. Бәхет нимә ул тиһәләр, бала саҡтағы велосипедлы булған мәлем күҙ алдына килә.

- Һеҙ тарихсы булараҡ танылыу яуланығыҙ. Был ҡыҙыҡлы, әммә ҡатмарлы йүнәлешкә нисек килдегеҙ?

- Сибай педагогия училищеһын тамамлағас, хәрби хеҙмәтем бай тарихлы боронғо рус ҡалаһы Серпуховта башланды. Чехов ҡалаһында сержант-кесе командирҙар курсын тамамлап ҡайтҡас, хәрби частың дөйөм комсомол йыйылышында комсомол секретаре итеп тәғәйенләнеләр. Август аҙағында, частың сәйәси бүлек етәксеһе майор Достоевский Бородино ялан-музейына экскурсияға барыу өсөн алдынғы 20 комсомолецтың исемлеген тѳҙѳргә бойорҙо. Музей хеҙмәткәре Бородино алышы тураһында һѳйләгәндә айырым бер хѳрмәт менән атаман Платов етәкселегендә дон казактары һәм башҡорт яугирҙәрен фланга һөжүмен телгә алды. Минең күҙҙәрем янып торғандыр инде, экскурсоводтың: “арағыҙҙа әллә башҡорт бармы?” тигән һорауына ниндәй ғорурлыҡ менән ҡул күтәреүемде күрһәгеҙ! Ошо минутта тарихсы булырға ҡарар иткәнмендер тип уйлайым. Хеҙмәтем ахырында часть командиры полковник Лось, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға йүнәлтмә тапшырҙы һәм лайыҡлы тарихсы булырға приказ-ѳндәмә биреүе һаман да күҙ алдымда тора.

- Айҙар Рәйес улы, һеҙ бит тарихты өйрәнеп-өйрәтеп кенә ҡалмайғыһыҙ, ә уны тергеҙеү эштәрендә лә әүҙемһегеҙ. Был мөһим эшкә нисек ҡушылып киттегеҙ?

- 2012 йылдың бесән осоронда йәшенләп яуып киткән ямғыр ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ял бирҙе. Мин трактор кабинаһында ятҡан “Ватандаш” журналының яңы һанын ҡулыма алдым. Журналда И. Шәйәхмәтовтың “И один в поле воин” мәҡәләһе мине тетрәндерҙе. Сѳнки автор ниндәй матди ҡыйынлыҡтар аша Бородино алышы реконструкцияһына яңғыҙы ғына барыуы тураһында бәйән итә ине. Ни ѳсѳн башҡорт егеттәре был изге эштә аҙ ҡатнаша, ни ѳсѳн мин был эштән ситтә тороп ҡалам һуң, тигән уй килде. Хатта Бородино яланы саҡырғандай тойолдо. Илдар Шәйәхмәтовтың телефонын табырға һәм бәйләнешкә сығырға Ҡаратал ауылынан Айбулат Байғотлин ярҙам итте. Бергәләп әҙерләнеп Бородино алышына юлландыҡ. Шулай итеп, “Тѳнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубы ағзаһы булып киттем. Данлыҡлы олатайҙар юлынан Бородинонан-Парижғаса юл үтергә, Сена йылғаһы буйында ҡурай уйнарға насип булды...

- Был иҫтәлекле мәл хаҡында һөйләп үтһәгеҙ.

- 2015 йылдың майында Париж ҡалаһының Гринель урамында урынлашҡан д’Эстрэ һарайында, Рәсәй Федерацияһының Франциялағы илселеге резеденцияһында, беҙҙең посол Александр Орлов Рәсәй реконструкторҙарын тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо. Париж Православие Сиркәүе башлығы хәтер молебнын ойошторҙо. Сиркәү хоры орган музыкаһы оҙатыуында боронғо “Коль славен” гимнын йырлап ебәргәс, минең тәнем сымырлап китте. Тиҙ генә итек ҡуңысында йөрөткән түбәтәйемде кейеп, әсәйем өйрәткән “Ихлас”, “Фатиха” сүрәләрен ҡабат-ҡабат уҡыным. Был тантанала мин берҙән-бер башҡорт-мосолман инем, уҡыған доғаларым ҡабул булғандыр тип уйлайым, сөнки миңә тиклем доға уҡыусылар булдымы икән, белмәйем.

- Ә киң билдәле дипломат Александр Константинович менән һөйләшә алдығыҙмы?

- Эйе, Александр Орлов һәр клуб реконструкторы менән танышты. Үҙем һәм “Төнъяҡ амурҙары” клубы менән таныштырғас, алыҫ ата-бабаларымдың тап ошо ерҙә 200 йыл элек йөрөүҙәрен, ҡурай уйнауҙарын һөйләп, уға “Любизар” көйөн уйнап, ҡурай бүләк иттем. Тап ошо мунуттарҙа мин үҙемдең тарихи миссиямды аңланым һәм Аллаһ Тәғәләгә мине был яҡты доньяға башҡорт итеп яралтыуына рәхмәт уҡыным. Әгәр мин башҡорт булмаһам, берәй ваҡыт Парижда булыр инемме икән?

- Мәңге онотолмаҫ хистәр кисергәнһегеҙҙер?

- Әлбиттә! Күҙ алдына килтерегеҙ әле: ошо ваҡиғаларҙан бер аҙна элек мин сират буйынса ауыл көтөүен көтә инем, ә хәҙер Эйфель башняһында торам, ата-бабалар ат һуғарған Сена йылғаһында итек йыуам, Парижда ҡурай тартам... Париж, Наполеон музейы, Нотр дам де Пари, Эйфель башняһын күреү оноторлоҡ түгел!

- Һәр реконструктор-тергеҙеүсенең ҡушаматы бар. Һеҙҙеке бигерәк хәтәр – Месье Баймак! Ни өсөн нәҡ шундай ҡушамат?

- Эйе, һәр реконструктор-тергеҙеүсенең үҙ ҡушаматы бар. Илдар Шәйәхмәтов–Түрә, Азат Ҡужин–Ҡартатай, Рафаэль – Амантай, Юлай Ғәлиуллин – Мәргән һ.б. Минең ҡушаматым осраҡлы ҡушылды. Беҙҙе баймаҡтарҙы башҡа район кешеләре: “Улар бит баймаҡтар! Күкрәктәре күм-күк” кѳнләшеп тә, һоҡланып та бер була! Тарихи тергеҙеү “алышында” һәр ғәскәр айырым лагерь-йәйләү булып тора. 2012 йылда, Бородиноға республиканан тарихсы-тергеҙеүселәрҙән тыш ҙур делегация барҙы журналистар, БСТ телевидениеһы һ.б. Журналист Мѳнир Ҡунафин хәл белергә килә лә, үрелгән тал ситән аша шаяртып киң таралған лаҡап - “Баймаҡлар бармы?” тип Колоч йылғаһы буйын яңғыратып һѳрәнләп шаярта. Ә беҙҙең йәйләүгә, урыҫса вата-емерә һѳйләшкән француз Бернард Сизмак ҡунаҡҡа килергә әүәҫләнеп алды. Бер ваҡыт француз тыныс йоҡо теләп ҡайтырға булды, миңә сират еткәс ҡулымды ҡыҫып: “Доброй ночи, месье Баймак” тимәһенме! Егеттәргә етә ҡалды. Шунан Месье Баймак минең ҡушаматыма әүерелде.

- Тарихты тергеҙеү эштәре менән ҡайһы илдәрҙә булырға тура килде?

- Германия, Франция, Австрия, Чехия, Словакия, Польша сиктәрендә үткәрелгән Наполеон дәүере алыштарынан тыш, яҡташыбыҙ Алдар батыр эҙҙәренән Азов походында, ике тапҡыр Балтика дингеҙе буйы - Гросс-Егерсдорф алышында, яҡташыбыҙ Шакирйән Мөхәмәтйәновтың ауылы Ҡунаҡбайҙа йәғни Александр Матросов батырлығы реконструкцияларында ҡатнашырға тура килде.

- Был эштең иң мөһим йүнәлеше нимәлә?

- Тарихи реконструкцияның алтын ҡағиҙәһе – реаль ысынбарлыҡты күрһәтеү. Бында ниндәҙер үҙешмәкәрлек юҡ! Тарихи мундир ялтор-йолтор сәхнә кейеме түгел. “Яу яланында“ ла “мин башҡорт, бөтәһен дә еңәм” тигән сәм ҡабул ителмәй, әгәр ата-бабаң яу ялынан сигенгән икән, һин дә сигенәһең. Тарих боҙоп күрһәтелергә тейеш түгел!

- Мәктәптәрҙә балаларға тарих дәресе нисек уҡытылырға тейеш?

- Башҡа уҡытыусылар ҡасандыр асылған теорема, ҡағиҙәне йыл да уҡыусыларға тырыша-тырыша өйрәтә. Ә тарих уҡытыусыһына яңы асыштар, архив сығанаҡтары менән танышырға, ер-һыу атамаларын, шәжәрә ептәрен ныҡлы белергә кәрәк. Сөнки тарихты бер ҡалыпҡа һалып өйрәнеп булмай, уҡыусы дәрестә төрлө һорау биреүе бар. Ни эшләп мин тарихты уҡыусыларға беҙҙең хөрмәтле ғалим-профессорҙар яҙған китаптарҙан ғыны уҡытам, нишләп мин тарих эсендә йәшәмәйем, тигән уй мине тарихи тергеҙеү доньяһына килтерҙе лә инде.

- Һеҙ ата-бабаларыбыҙҙың тарихи кейемен дә ныҡлап өйрәнәһегеҙ.

- Эйе, был бик мөһим. Был һүҙгә бер миҫал: Аустерлиц алышы (Чехия) башланыр алдынан баталия үтәсәк яланға килдем, тик минең образ берәүҙә лә тип әйтерлек ҡыҙыҡһыныу уятмай, фото төшөргә теләүселәр бөтөнләй юҡ, аптыраҡ... Баҡтиһәң, Брно (боронғо атамаһы-Аустерлиц) ҡалаһында башҡорт яугирҙәре клубы бар икән, чех ир-егеттәре башҡорт булып кейенеп һәр сарала ҡатнаша, балаларҙы уҡ атырға өйрәтә, тарих һөйләй.

- Был осрашыуҙа тағы ниҙәр хәтерегеҙгә уйылып ҡалды?

- Башҡорт клубын ойоштороусы Фредтың яурынында ике рәт тимер сынйыр тегелеүен күреп аптыраным. Минең һорауыма Фред, “был тимер сынйырҙар яурынды ҡылыстан һаҡлай - башҡорт яугиренең кейем элементы” тип иҫемде китәрҙе. Бына бит чех был турала белә, ә беҙ онотҡанбыҙ. Бәлки, был сынйыр элементы артабан погон булып ғәскәр тѳрѳн айырыу билдәһе булып киткәндер, тип фаразлайым. Ысынлап та, ошо сараларҙа милләтебеҙ тураһында төрлө яҡшы һүҙҙәр ишетергә тура килә. Әммә иң иҫтә ҡалғаны - тоҡомло башҡорт тип әйтеүҙәре...

- Ошондай иҫтәлекле ваҡиғалар ниндәй уйҙар тыуҙыра?

- Төрлө уйҙар, асыштар яһап ҡайтам. Әммә башҡорт бөтә, телебеҙ- тарихыбыҙ юғала тип һөрәнләргә яратыусыларға яуабым шул – әгәр ҙә һине европалылар ҙа ҡабатлай, һинең тарихыңды өйрәнә, һинең кейемеңде кейә, белә икән – был халыҡ үлемһеҙ.

- Һеҙҙе борсоған, төн йоҡоларығыҙҙы алған күренештәр бармы?

- Эйе, район тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы эшен йәнләндерә алмауым, Темәс ауылы энциклопедияһын баҫтырыу өсөн грант ота алмауым, Өмөтбай ауылы тарихы тураһында “Өмөтбай йәдкәре” атамалы китабымды баҫтырырға баҙнат итә алмауым. Был эштәр алдағы маҡсаттарым булып ҡала.

- Һеҙ йыш сәфәрҙә булаһығыҙ. Тормош юлдашығыҙ быға нисек ҡарай. Ғөмүмән, ғаиләгеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ.

- Ҡатыным Сөмбөл мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләй. Ысынлап та, ул бар яҡтан да миңә ныҡлы терәк-таяныс. Әгәр ул минең шөғөлөмдө аңлап ҡабул итмәһә, мин күп асыштарыма барып етә алмаған булыр инем. Беҙ яңы өй һалып сыҡҡансы, атайым-әсәйем менән йәшәнек. Сөмбөл минең ауырыу атайымды ҡарашты. Бының өсөн мин уға бигерәк тә рәхмәтлемен. Сөнки һәр кемдең ҡулынан килмәй был эш. Ике ҡыҙыбыҙ бар. Раушания мәктәпте алтын миҙалға, унан медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Хәҙер дарыуханала эшләй. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ Гөлсөм Сибай медицина колледжын тамамланы. Өфөлә онкология үҙәгендә эшләй.

- Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрергә яратаһығыҙ?

- Буш ваҡытымда уҡырға яратам һәм тарихи эҙләнеүҙәремде дауам итәм. Үҙемде хәрби тарихсы тип һанайым һәм булған ҡоралдың тарихын өйрәнәм. Икенсе яратҡан шөғөлөм көҙгөһөн һыу таҙарғас сыраҡҡа йөрөйөм. Балыҡ булһа ла, булмаһа ла, йылға буйлап йөрөп сығыу минең өсөн ҙур кинәнес. Мин үҙем Һыуғояр бит, шуға күрә һыу – яратҡан стихиям. Ҡайным әйтә торғайны: “Балыҡсының балыҡ тотҡан ваҡыты ғүмер китабына яҙылмай” тип. Һыу бит кешене тынысландыра, яман уйҙарҙан арындыра.

- Айҙар Рәйес улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә артабан да уңыштар юлдаш булһын, бар яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әңгәмәһе.

 

 

 

Аллаһ Тәғәләгә яҡты доньяға башҡорт итеп яралтыуына рәхмәтлемен
Аллаһ Тәғәләгә яҡты доньяға башҡорт итеп яралтыуына рәхмәтлемен
Автор: Гузель Салихова
Читайте нас