Ишей ауылынан Шәүрә Зөлфәр ҡыҙы һәм Азамат Шәһиғәле улы Исҡужиндарҙың иңгә-иң терәшеп, татыулыҡта-хөрмәттә ғүмер итеүҙәренә теүәл 45 йыл- сапфир туйҙары.Бик күптәргә өлгө булып торған ғаиләләрҙең береһе , ауылдаштары араһында абруй яулаған,тырыш, эшһөйәр, уңған был ғаилә 3 бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә белем биреп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Өлкән улдары Урал, Баймаҡ ҡалаһында төпләнгән ,ҡатыны Зөлфиә менән 3 бала тәрбиәләйҙәр. Уртансы улдары Ринат үҙ эшен асҡан, ә бәләкәй ҡыҙҙары Нәркәс МВД- ла эшләй. Шәүрә Зөлфәр ҡыҙы мәғариф ветераны, уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып 42 йыл мәктәптә башланғыс класс балаларына белем бирә. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм наградалары менән бүләкләнгән. Азамат Шәһиғәле улы водитель һөнәрен үҙләштерә һәм хаҡлы ялға тиклем урман эшендә эшләй. Юбилярҙар хәҙерге көндә хаҡлы ялда. Гөрләтеп донъя көтәләр. Исҡужиндар ғаиләһе кәртә тултырып мал көтә, йәйен күпләп ҡош- ҡорт аҫрай. Уңған хужабикә баҡса тултырып күҙ яуын алып торған матур сәскәләр ,йәшелсәләр үҫтерә, аш- һыу оҫтабикәһе лә. Тап һеҙҙең ише парҙар илебеҙҙең ғорурлығы.
Хөрмәтле Шәүрә Зөлфәр ҡыҙы һәм Азамат Шәһиғәле улы Исҡужиндар! 45 йыллыҡ матур ғаилә байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ,оҙон ғүмер,балаларығыҙҙың,ейән- ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелектәрен,ҡыуаныстарын күреп, бәхет - шатлыҡтарға ғына төрөнөп оҙон- оҙаҡ ғүмер итергә насип булһын! Сапфир туйығыҙ менән !