Йәмғиәт
4 Март , 11:15

Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә

Билдәле булыуынса, “Айыҡ ауыл-2025” республика конкурсында Баймаҡ районы намыҫын быйыл Мерәҫ ауылы яҡлай һәм ошо проектҡа ярашлы бында маҡсатлы эш алып барыла. Әйтергә кәрәк, мерәҫтәр атап үтелгән бәйгегә йыл башында уҡ ҡушылды һәм уның сиктәрендә байтаҡ саралар ойошторҙо.

Үткән аҙнала ла ауыл гөрләп торҙо, бында “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы төрлө конкурстар, ярыштар, кисәләр үтте. “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” исемле байрам сараһы мерәҫтәрҙе генә түгел, ә бәхтигәрәйҙәрҙе лә йырлы самауыр янына йыйҙы. Унда йәш ҡыҙҙар, килендәр һәм ҡәйнәләрҙең көйәнтәләп һыу ташыу конкурсы бик күңелле тамашаға әүерелде. Артабан улар ҡунаҡтарҙы ҡайнар сәйҙәре менән һыйланы, өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып торҙо.

Әлбиттә, һәр сарала халыҡты әүҙем сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, спортты пропагандалау төп маҡсаттарҙың береһе булып ҡала. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Салауат Юлаев” һәм “Ирәндек” командалары араһында быймаларҙа хоккей уйыны ойошторолдо, ул үҙенә барыһын да йәлеп итте.

Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә” сараһында мерәҫтәр Бөйөк Ватан һуғышы, “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе, Чечен яуы һәм махсус хәрби операцияла батырлыҡтар күрһәткән, үҙҙәренең ғүмерҙәре менән Ватанын һаҡлап ҡалған ҡаһармандар миҫалында уларҙың йәмғиәттәге ролен асып һалды, яҡташтарына ысын мәғәнәһендә дан йырланы. Бер нисә этаптан торған был сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Рита Өмөтбаева, Наил Юнысов, Ҡоролтайҙың Урал аръяғы райондары буйынса кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, Бөрйән районы Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы Азамат Алтыншин тамаша ҡылды.

Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә” исемле сарала “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған мичман Фәнис Ишморатовҡа арналған стела янында батыр иҫтәлегенә арналған митинг менән башланды. Унда ҡаһарман яҡташыбыҙҙың ҡатыны Фәимә Ишморатова, Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев сығыш яһаны. “Ватаныбыҙ һағында һәләк булған Фәнис Әбделмәлик улы Ишморатовты беҙ бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ, уның исеме беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй”, - тип билдәләне Шамил Сәғәҙи улы.

Ҡунаҡтарҙы артабан ауыл мәҙәниәт йорто алдында “Хәнифәкәй” ансамбле, ауыл халҡы йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Улар башланғыс кластар уҡытыусыһы Ҡәмәриә Нәҙербаева оҙатыуында “Еңеү” паркы, ветерандар аллеяһы менән танышты, “Билдәһеҙ һалдат” һәйкәленә сәскәләр һалды. Әйткәндәй, ошо һәйкәлгә барып еткәнгә тиклем коридор булдырылып, унда ике яҡлап Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең фотолары һәм улар тураһында мәғлүмәттәр урын алған. Шуныһы үҙенсәлекле, уларҙың һәр береһе мәрмәр плитәгә эшләнгән һәм был ысын мәғәнәһендә оло маҡтауға лайыҡ.

Бер үк ваҡытта паркта милли йәйәнән уҡ атыу буйынса район турниры үтте, уны ойоштороуға Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, Мерәҫ ауыл биләмәһе, “Баймаҡ уҡсылары” ойошмаһы күп көс һалды. Ярыш башланыр алдынан Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, билдәле тарихсы-реконструктор Айҙар Мәжитов тарихи факттарҙы дәлил итеп килтереп, башҡорттарҙың элек-электән айыҡ тормош алып барыуҙары тураһында һөйләне.

1814 йылдың 31 мартында рус ғәскәрҙәре Наполен ғәскәрен ҡыйратып, Францияның баш ҡалаһы Парижға инә, - тине Айҙар Рәйес улы. - Һәм ошо ғәскәр составында 9 башҡорт полкы, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә ойошторолған 15-се башҡорт атлы полкы ла ҡатнаша. Уның командиры беҙҙең райондың Таһир ауылынан Абдулла Сурағолов була. Батша Александр I ошо яу барышында башҡорттарҙың ысынлап та айыҡ тормош алып барыуҙарын, иманлы булыуҙарын, урындағы халыҡты талау, йәберләү кеүек күренештәрҙән йыраҡ тороуын иҫәпкә алып, Сена йылғаһы буйында, Елисей яландарында үҙҙәренең тирмәләрен ҡорған башҡорт полкына Париж ҡалаһы урамдары буйлап тәртип урынлаштырыусы патруль эшен йөкмәтә. Ысынлап та, улар айыҡ фекерле, айыҡ тормош алып барған яугирҙәр була. Тимәк, Башҡортостанда үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсы тиккә генә түгел, сөнки халҡыбыҙ борон-борондан сәләмәт йәшәү рәүеше менән айырылып торған һәм Наполеон һуғышы быға асыҡ миҫал”.

Артабан Айҙар Мәжитов милли йәйәнән уҡ атыу серҙәре менән ихлас бүлеште, мәргәндәргә уңыштар теләне. Әйтергә кәрәк, турнир бик ойошҡанлы үтте, унда райондың төрлө төбәктәренән уҡсылар көс һынашты. Оҫта атыусы ир-егеттәр араһында Баймаҡтан Вәхит Ғәлин, Үрге Яйыҡбайҙан Морат Ҡолһарин һәм Ниғәмәттән Наил Иҫәнбаев еңеүсе булып танылды. Оҫта атыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Түбәнге Яйыҡбайҙан Фәнүзә Мырҙағәлина, Үрге Яйыҡбайҙан Гөлгенә Ҡуолһарина, Мерәҫтән Сәлимә Рахманғолова иң көслөләре булып сыҡты. Яңы уҡ ата башлаусы ир-егеттәрҙән Мерәҫтән Булат Хоҙайбирҙин һәм Шәриф Ямантаев, Темәстән Шәриф Хөсәйенов, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Баймаҡтан Ғәлиә Рахманғолова, Мерәҫтән Ғәлиә Әбушахмина һәм Үрге Яйыҡбайҙан Уралиә Ҡолһарина призлы урындарҙы яуланы.

Артабан мерәҫтәр ҡунаҡтарға мәҙәниәт йортоноң фойеһында театрлаштырылған тамаша, ағинәйҙәр һәм оҫталарҙың оҫталыҡ дәрестәре, махсус хәрби операция ҡаһармандарының фотокүргәҙмәһе, башҡорт халҡының шифалы эсемлектәре һәм ризыҡтарынан әҙерләнгән күргәҙмә тәҡдим ителде. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан һаҡселтәр үреү барышын да ҡаранылар.

Сараның рәсми өлөшөндә район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Рита Өмөтбаева һәм Наил Юнысов сығыш яһаны, “Айыҡ ауыл” бәйгеһенең йәмғиәтебеҙ һәм милләтебеҙ өсөн бик мөһим һәм кәрәкле конкурс булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был проектта уңышлы сығыш яһаған мерәҫтәргә артабан уңыштар теләне, сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне.

Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә” проекты Мерәҫ ауылынан махсус хәрби операция ҡаһарманы Рәхмәтуллин Айбулат Ишбулды улының яҡты иҫтәлегенә арналған ат спорты ярыштары менән тамамланды. Бәйгелә Мерәҫ, Икенсе Этҡол, Темәс, Таулыҡай, Түбәнге һәм Үрге Яйыҡбай, Аҡтау ауылдарынан спортсылар һәм арғымаҡтар көс һынашты. 2 йәшкә тиклемге аттар араһында Темәстән Илназ Мостафин Батыр ҡушаматлы арғымағында еңеүсе булды. Артабанғы урындарҙы Икенсе Этҡолдан Аэлита ҡушаматлы атында Ислам Мәжитов һәм Азарт ҡушаматлы атында Искәндәр Усманов бүлеште.

2 йәштән өлкән сабыш аттары араһында 1-се урынды Грабитель ҡушаматында арғымағында Темәстән Илназ Мостафин яуланы. 2-се урынды – Темәстән Падишаһ ҡушаматлы атында Рәзиф Әхмәров, 3-сө урынды Икенсе Этҡолдан Абрикосы менән Ҡорбанғәли Абдуллин алды.

Бөтөн яҡтан уйланылған һәм бер тынала үтте “Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә” сараһы һәм ул барыһын да хайран итте. Әлбиттә, мерәҫтәрҙең “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы төрлө сара-кисәләр һәм ярыштар үткәреүҙәре әүҙем дауам итә, уларҙа олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Иң мөһиме – улар үҙ маҡсатына ирешһен, халҡыбыҙҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәһен, спортты, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе, данлы тарихыбыҙҙы пропагандалаһын, ауылға рухи дәрт һәм көс бирһен!

Азамат Мөхәмәтшин.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас