+24 °С
Ямғыр


21 февралдә «Өмөт бар» майҙансығында «Маяк» ғаилә нейроклубы Ватанды һаҡлаусылар көнө хөрмәтенә байрам ойошторҙо.
Ҡатнашыусыларға бер секунд та күңелһеҙләнергә тура килмәне. Сара күңелле спорт уйындары менән башланып китте. Унан барыһы ла бейене, ә һуңынан көтмәгәндә барыһы ла рәссамға әйләндек. Ә сараның ижади өлөшөнөң аҙағында залда күңелле шиғырҙар яңғыраны. Һуңынан барыһы ла бүләктәр алды. Беләһегеҙме, иң ҡиммәтлеһе нимә булған? Хоккей ҙа, бүләктәр ҙә түгел. Ә ата-әсәләрҙең балаларын йылы итеп ҡосаҡлауы, бөтәһенең бергә рәхәтләнеп көлөүе һәм бер-береһенә ярҙам итеүе. "Маяҡ" клубы шуның өсөн эшләй ҙә.