Гөлназ ҒӘБИТОВА
Аллабирҙе
Хикәйә
Март аҙағы ғына, ә тышта бар көсөнә яҙ хөкөм итә. Ҡояш бер аҙ күтәрелеү менән ҡар ирей башлай ҙа, гөрләүектәр селтер-селтер килеп, үҙҙәренә юл ярып китә. Ана, бер нисәүһе, автобустан ҡалмайым тигәндәй, ярыша-ярыша тау түбәненә йүгерә.
“Ошо яҙ башында күңелем иләҫ-миләҫ килеп, әллә ҡайҙарға барып йөрөп ҡайтҡы килә. Ҡоштар һымаҡ осоп ҡына төрлө ерҙәрҙе күреп йөрөһәң ине”, – тип уйлап бара юл йөрөргә, донъя гиҙергә яратҡан Лилиә апай.
Бына бөгөн дә Өфөгә юлланды ул. Бөтә планлаштырылған йомоштарын көнөндә башҡарып сығыр өсөн, күп ваҡыт кистән үк апайҙарына барып ҡуна. Иң оло апайы киң күңелле – әсәй ҙә, дуҫ та булып хәстәрлекләп тора, шуға юл төшөргә сәбәбе генә булһын, туҙан ҡундырмай. Сәй артында төнө буйы рәхәтләнеп һөйләшеп, күңелен бушатып сыға. Һуңғы йылдарҙа Өфө йылдан-йыл үҫә, матурлана бара, тип күҙәтеп, һоҡланып килде. Кәрәкле туҡталышҡа килеп төшөү менән “Үзбәксә” кафеһына тап булды. Бәй, өс ай элек кенә бында бер нәмә лә юҡ ине, әллә буталдыммы, тип ян-яҡҡа аптырап ҡарап торҙо. Телефонға күҙ һалды, апайы эштән ҡайтыуға сәғәт самаһы ваҡыт бар икән, кафеға инеп көтөргә булды. Эстә талғын ғына көй уйнай. Бер шәшке сәй алып, буш өҫтәл артына барып ултырҙы. Иртәгәге эштәрҙе йәһәт-йәһәт үтәргә тип уйҙарын төйнәп ҡуйҙы. Шул саҡ кафеға ялан башлы, ҡулдарын курткаһының кеҫәһенә тығып, айҡала-сайҡала бәүелеп бер егет килеп инде. Ул тәрилкә тултырып пицца киҫәктәре, бер бокал сәй алды ла салбар кеҫәһенән бер ус аҡса сығарҙы, араһынан бер 500-лөктө кассаға ташланы ла залды байҡап, уйланып торҙо. “Их, матур йәш егет, ҡып итеп кейенгән, эсеп китеп әрәм булмаһын”, – тигән уй Лилиәнең башынан йүгерҙе.
Шунан, күҙәткәнен һиҙмәһен тип, ҡарашын тышҡа йүнәлтте. Эргәһендә буш өҫтәл торһа ла, егет уның ҡаршыһына килеп ултырҙы.
– Апай, һыйлайым. Алығыҙ!
Ул эскән кеше менән әңгәмәләшергә яратмаһа ла, итәғәтле итеп башҡортса өндәшкәс, тыныс ҡына яуап бирҙе:
– Рәхмәт, ҡустым, һыуһағайным ғына. – Егеткә текләберәк ҡараны. Ысынлап та, билдәле фирманың күлдәк-салбарында, аяғында крокодил тиреһенән туфли, тәмле парфюм еҫе килә.
– Апай, мин эстем.
– Күрәм.
– Һеҙ миңә асыуланмайһығыҙмы?
– Сәбәбен күрмәйем. Тик бына кеҫәңә хәтһеҙ аҡса йомарлап тыҡтың, быны күп кеше күрҙе. Хәүефләнәм.
– Аҡса ла булдымы мал? Теләйем икән, хәҙер ошо кафены һатып алам, тип тирә-яҡты байҡап алды. — Шулай буш ҡыуыҡмы икән ни? Тәү ҡарашҡа аҡыллы егет күренгәйне ләһә! – Өндәшмәне. Яратмай маҡтансыҡтарҙы, әллә ене, әллә йәне һөймәй инде шунда.
– Апай, мин бит эскесе түгел! Тик бына әле генә ҡатынымды ныҡ итеп рәнйетеп сығып киттем. Һинән китәм, тинем. Ә бит мин уны шундай ныҡ яратам! Мәктәп йылдарынан беҙ гел бергә, ун йыл булды өйләнешкәнебеҙгә. Яратам бит, ни эшләргә һуң?! – Уның кем менән булһа ла асылып һөйләшкеһе килгәне күренеп тора.
– Тормош бит, һауыт-һаба шалтырап алғылай инде ул, – тип ыңғайына һыпырҙым.
Егет дауам итергәме, юҡмы тигәндәй, бер нөктәгә төбәлеп торҙо ла:
– Апай, минең бит бөтә нәмәм дә бар: квартира, машина, аҡса... Тик... балам юҡ... Балабыҙ юҡ! Миңә бала кәрәк! Аңлайһығыҙмы, апай?! – Әңгәмә шундай юҫыҡҡа төшөп китер тип һис уйламаған ине Лилиә. Йөҙөнә һирпелеп ҡарап алды.
– Минең дә бит үҙемә оҡшаған улымды йә уймаҡ ауыҙлы ҡыҙымды һөйгөм килә! Уй-й-й, ҡыҙҙар бигерәк матур була бит ул! Шау сәскә күлдәк, ап-аҡ гольфи, сәсенә күбәләк бантик тағып, етәкләп кенә йөрөткөм килә минең, – тине эске бер әрнеү менән.
– Хәҙер ни, юлдары күп бит, туғаным, – тине Лилиә һаҡ ҡына.
– Барҙыҡ инде, апай. Табиптан-табипҡа, кабинеттан-кабинетҡа йөрөп арыныҡ. Икебеҙҙе лә сәләмәт-һау, анализдарығыҙ ҙа яҡшы, тиҙәр. Ә бала юҡ! Минең үҙ баламды үҫтерергә хаҡым юҡмы ни?!
– Кешегә кәңәш бирергә яратмайым, шулай ҙа тыңлар булһаң, әйтеп ҡарар инем, – тип күҙҙәренә тура ҡараны Лилиә.
– Әйтегеҙ, апай! Бөгөн мин бөтәһенә лә риза! Әйткәндәй, мин – Тимур.
– Кеше хәҙер бер нәмәгә лә ышана һалып бармай инде. Мин үҙем бәләкәйҙән Хоҙайға, халыҡ йолаларына, төрлө ырымдарға ышанып, күреп үҫкән кеше. Бала – Аллаһ бүләге, ти ине ололар. Мәсеттә булғаның бармы, Тимур?
– Юл төшмәй.
– Ҡайҙан һуң һин, ҡустым?
– Ҡырмыҫҡалы районынан. Мин диндән бик йыраҡ. Ҡыҙыҡһынғаным булманы, апай.
– Әгәр ҡатының менән һөйләшеп, тормошоғоҙҙо 180 градусҡа борорға риза булһағыҙ, хәлдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырмын. Беҙҙә бик боронғо мәсет тә, бик уҡымышлы, көслө муллабыҙ ҙа бар. Былай тыны килешә. Бына телефон номерым, – тип, салфетканың мөйөшөнә һандарҙы яҙып бирҙе Лилиә. – Уйлашһағыҙ, шылтыратырһығыҙ. Хәҙер мине көтәләр. Һау булығыҙ!
Лилиә апай үҙ юлында кемдәрҙе генә осратманы, ниндәй генә хәлдәргә тарыманы. Күп ваҡыт төптө ят кешеләрҙән уйламаған ярҙам килә ине, шуға ла сит кеше ярҙам һораһа, үҙе лә ихлас ярҙам итергә тырыша. Алданып ҡалған саҡтары ла булды, ләкин һәйбәт кешеләр күберәк икәненә ышанып йәшәй. Өләсәһе юлда Хызыр Ильяс кешеләрҙе һынап йөрөр, шуға һәр саҡ итәғәтле, ярҙамсыл булығыҙ, тип өйрәтер ине. Әле лә был ғаиләгә ярҙам итергә булды. Һөйләшеүҙән һуң бер нисә көн шылтыратыу көтөп йөрөһә лә, бушҡа булды. Ҡуй инде, бигерәк бер ҡатлымын шул, тип бер аҙ үртәнеп алды ла һөйләшеүҙе оноторға тырышты. Йәмле йәйҙең бер көнөндә юлы тағы баш ҡалаға төштө. Апайына ауыл күстәнәсе итеп бер ҡула ер еләге, ялан сәскәләренән гөлләмә тотоп алды. Билдәле туҡталышҡа килеп төштө лә газондарҙағы аллы-гөллө, ят-ят сәскәләргә хайран ҡалып торҙо. Ярата ул сәскә үҫтерергә.
– Апай, апай, туҡтағыҙ әле! – тип башҡортса өндәшкәс, тауышҡа боролоп ҡараны. – Наконец-то, таптым! Әллә ҡасандан бирле ҡараштырып йөрөйөм һеҙҙе. Яңылыштан осратмам микән, тим. Туҡталышты ла иғтибарға алып йөрөйөм. Инде өмөтөмдө юғалтҡайным. Теге ҡағыҙ йыуылғанмы, әллә төшөп ҡалғанмы инде, белмәйем. Адресығыҙҙы ла һорап ҡалырға баш эшләмәгән. – Егет шатланып хәбәрен теҙҙе-теҙҙе лә ҡапыл туҡтап ҡалды. – Һаумыһығыҙ, Лилиә апай! – Күрешергә тип ҡуш ҡуллап ҡулын һуҙҙы.
– Һаумы, Тимур! – Лилиә апай бер күргән, танышҡан кешене һис онотмай. – Апай, мөмкин булһа, һеҙҙе ҡатыным менән ҡунаҡҡа саҡырыр инек. Шунда айыҡ баштан ҡабатлап тыңлар инем, – тине, бер урында тапанып.
– Мин бағымсы түгел бит, ҡустым. Күңелгә килгәнде генә әйттем. Йәштәр хәҙер аҡыллы, белмәгәнегеҙ юҡ, интернеттан кәрәкле мәғлүмәт тә, кешеһен дә табып була. Хәҙер улар быуа быуырлыҡ, теләгең генә булһын.
– Ҡатыным менән йөрөмәгән ер ҡалманы инде ул, апай. Күбеһе шарлатан. Минең тап һеҙҙең ауылға барғы килде. Нисектер ышанғайным. Кире уйламаһағыҙ инде... – Тимур үҙенең ныҡышҡанына уңайһыҙланып китте.
– Быға тиклем ике төрлө һөйләгәнем булманы, ҡустым. Улайһа, бер сәғәттән фәлән адрес буйынса килерһегеҙ. Тәүҙә апайымды күреп сығайым инде. – Лилиә ашығып атлап китте. Һөйләшелгән ваҡытта зауыҡ менән йыйыштырылған фатирҙа һөймәлекле һылыу ҡатын йылмайып ҡаршы алды.
– Апай, әйҙүк, үтегеҙ, – тип залға саҡырҙы. – Һеҙгә рәхмәт инде, ғаиләбеҙҙе һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн, – тип йүгереп йөрөп өҫтәл тәрбиәләне.
Йәштәрҙең төплө бер фекергә килеп, ихлас һөйләшеп ултырыуы күңеленә хуш килде. Иртәгеһенә Лилиә апайҙарының эштәре бөтөү менән ауылға юлландылар.
– Халҡыбыҙҙың матур йолалары бик күп. Халыҡ, дин, йола бер-береһенә ныҡ тығыҙ бәйләнгән. Уларҙы һис айырып булмай. Әйҙәгеҙ әле, Иҙел буйындағы әүлиә ҡәберенә лә һуғылып китәйек. Унда беҙҙең ырыуға нигеҙ һалыусы ҡан-бабабыҙ ерләнгән. Көслө урын. – Йөҙйәшәр ҡарағай төбөнә барып баҫтылар.
– Үлгәндәрҙең ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел, тиҙәр. Ошо олатайға доға бағышлап уҡыһаң, юл ыңғай ғына китә, тиҙәр беҙҙә. Төп-төҙ ҡарағай урманлы, тау-таштарға һыйынып ултырған был бәләкәй ауылға барып еткәс, йәштәр әкиәт донъяһына килеп эләккәндәй тойолдо. Бик боронғо был мәсеттең тарихы уларҙы ныҡлы ҡыҙыҡһындырып, төрлө һорауҙар менән күмеп ташланылар.
– Ҡарағастан эшләнгән был мәсеттең манараһын үткән быуаттың 30-сы йылдарында ауҙарғас, ул кәнсәләр булып хеҙмәт иткән, шунан әллә нисә йылдар дауамында медпункт булып торҙо. Шунда Хәмзә ағай оҙаҡ йылдар фельдшер булып тирә-яҡ ауыл кешеләрен ҡабул итте. Мин дә был яҡты донъяны уның йомшаҡ ҡулдары аша күргәнмен. Уның олатаһы заманында указлы мулла булһа ла, муллалыҡтан баш тартҡан. Заманы ниндәй булған бит: уйлаһаң, ҡот осор. Хәмзә ағай хаҡлы ялға сыҡҡас, шул буш торған бинаны юллап алды. Улдары менән манараһын ҡуйҙыртып, ауыл халҡы менән берлектә рәтләтте. Хәҙер мәсетебеҙ ауылға йәм биреп тора. Халыҡ һуңғы арала дингә ныҡ тартылды. Хәмзә хәҙрәтте электән дә бик хөрмәтләйҙәр ине, хәҙер бик абруйлы муллабыҙ ул. Ҡандан да киләлер инде, нәҫелдәре бик көслө. Яңыраҡ әллә ҡайҙарға барып дин буйынса уҡып та ҡайтты, – тип һөйләне Лилиә апай, ғорурланып.
Иртәгеһенә иртүк мәсеткә инеп, тәүҙә хәйер һалдылар. Хәмзә хәҙрәт сәгер күҙҙәре менән йәштәргә тишә яҙып ҡарап алды.
– Мин хаҡ дин юлындамын, бер Аллаһҡа ышанам һәм табынам. Һеҙҙең менән эшләйһе эштәр күп, бер нисә тапҡыр килергә кәрәк булыр. Изге ниәттән ихлас һораһағыҙ, юлығыҙ асылыр ин шә Аллаһ! Иң беренсе булып бөгөн һеҙгә никах уҡыйым. Никах сәғәтегеҙ күптән һуҡҡан, ә һеҙ закон буйынса ғына йәшәп ятаһығыҙ. Ҙур гонаһ ул, балалар. Никах күктәрҙә яҙыла, һеҙҙең яҙмыш бергә үтергә тейешле. Арағыҙҙа өммәт-өлфәт, мөхәббәт булһын тиһәгеҙ, дини йола һаҡланырға тейеш, – тине арбаған тауыш менән. – Улым, һин яндырай холоҡло ла икәнһең, хәләлеңде юҡ-барға ҡыйырһытаһың. Ә бына исемеңде боҙоп йөрөтөү – бөтөнләй килешмәгән эш. Тимер һымаҡ ныҡ, таҙа булһын тип ҡушҡандар бит. Ҡатының да Зуля түгел инде, – тип баш сайҡап ҡуйҙы.
Йәштәр үҙҙәрен асыҡ китап һымаҡ күргән хәҙрәттән оялып, ҡыҙарып-бешеп сыҡты. Шунан шаһиттар саҡырып, икеһен йәнәш ултыртты ла тейешле доғаларын уҡыны.
– Кешенең иң беренсе иманы ныҡ булырға тейеш. “Ләә илаһи иллалаһ, Мөхәммәдүр рәсуллаһ” кәлимәһен телегеҙҙән төшөрмәй гелән әйтеп йөрөгөҙ. Әгәр үлсәүҙең бер яғына ете ҡат ерҙе, ете ҡат күкте һалһаң, ә икенсе яғына “Ләә илаһи иллалаһ, Мөхәммәдүр рәсуллаһ!” кәлимәһен һалһаң, ул ауырыраҡ була тигән хәҙис бар. Хәҙергә бына ошо сүрәләрҙе уҡып, өйрәнә тороғоҙ, – тип бәләкәй китаптар тотторҙо.
– Зөлфиәм, ҡәҙерлем, минең мәһәр бүләгем машина булыр. Үҙ исемен һөйгәненән ҡабатлап ишеткәнгә ҡатындың күҙ йәштәре атылып сыҡты.
– Рәхмәт, Тимерйән!
Йәштәрҙең күҙҙәре асылып ҡалғандай булды, тәндәрендә ниндәйҙер еңеллек, күңелдәрендә һиллек урынлашҡандай тойолдо.
– Хәҙер күбегеҙ ярым шәрә йөрөйһөгөҙ бит. Шул булдымы һөнәр?! Ҡатын-ҡыҙҙың кендегенә күҙ тейһә, ул йә ауырға ҡалмай, йә бәбәйен иҫән-имен таба алмай, – тип икенсе килгәндәрендә Хәмзә олатай оҙаҡ итеп уҡып өшкөрҙө, намаҙ уҡыу ҡағиҙәләрен аңлатып, намаҙға баҫырға ҡушып ҡайтарҙы.
Шул көндән Тимерйән менән Зөлфиә хәҙрәткә йыш-йыш килеп торҙо. Килгән һайын уларҙың тормоштары, ҡиәфәттәре ыңғай яҡҡа күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Бер-береһенә һөйөү тулы ҡараш менән бағып, нур сәскән йәштәргә ҡарап Лилиә апайҙары ла бик һөйөндө, изге эштә йөрөйөм, тип ҡыуанды. Бер килгәндәрендә йәштәр Хәмзә хәҙрәт менән бергә ниәт намаҙына баҫты, Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорап доға ҡылды.
– Улым, нәҙер әйтеп, ҡорбан салдырырға кәрәк. Ҡорбан салыу шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлек, рәхимлек билдәһе булып тора. Булыр балағыҙ, ин ша Аллаһ! Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң.
Ир менән ҡатын бер һүҙһеҙ Хәмзә хәҙрәттең бөтә кәңәштәрен үтәне. Ысын күңелдән доға ҡылды.
– Салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын! Әмин! – тип Хәмзә хәҙрәт Аллаһтан һораны.
Шул тиклем ихлас, эскерһеҙ хәҙрәткә Тимерйәндең ниндәйҙер изгелек эшләйһе килде. Ул Өфөнән йәшел ҡалай ҡайтартып мәсеттең башын яптыртып ҡуйҙыртты, дин буйынса уҡырға киткән баланың сығымдарын ҡаплатты.
– Балам, беҙҙең дин бер нәмәне лә исраф итергә ҡушмай. Ошо мәсетебеҙ эшләп тороп, ишеге һәр саҡ асыҡ булһын, биш тапҡыр аҙан әйтелеп, халҡыбыҙ иманға ҡайтһын, шуға бик риза булыр инем, – тип ҡырт киҫте олатай Тимерйәндең шәхсән үҙенә матди ярҙамынан.
Лилиә апай, уларҙың башланғысына шатланып, инә ҡаҙ һымаҡ күтәрмәләп йөрөнө, иҫенә төшкән кәңәштәрен бирҙе.
– Бала һорап, таң атҡанда ҡояш сыҡҡан яҡҡа ҡарап ялбарырға, нәҙер әйтергә кәрәк тигән ырым бар, тиер ине өләсәйем. Ә ул заманында бик оҫта кендек әсәһе булған. Ҡулы еңел тиҙәр ине, балаға уҙмағаны ла, әсе тулғаҡ менән оҙаҡ ауырығаны ла килеп алып китер ине. Намаҙға баҫҡан һайын доға ҡылып һорағыҙ.
Тормош үҙ ағымы менән алға барҙы. Миҙгелдәр алмашынып, яҙғы баҡса эштәре, ейәндәренең йәйге ялы, ҡыҙыу бесән өҫтө, еләк мәлдәре менән мәж килеп, һуңғы ваҡытта аралашыу һүлпәнәйеп китһә лә, күңелдәре тынысланып, гөрләтеп донъя көтөп ятҡан дуҫтарына һөйөнөп бөтә алманы. Бер көн йома иртәһендә ҡоймаҡ туҡып торһа, ҡапыл телефон шылтырағанға тертләп китте. Таныш номер балҡығас, тиҙерәк ала һалды.
– Апай, апай! Һөйөнсө, һөйөнсө!!! – тип телефон ярылырҙай булып ҡысҡыра Тимерйән.
– Һөйөнсөңә бер самауыр сәй, ҡустым!
– Апай, ҡотла! Улыбыҙ буласаҡ! Бына әле генә больницанан сыҡтыҡ. УЗИ шулай күрһәтте. Сос малай булмаҡсы, хатта миңә тибеп ебәрҙе, – ти Тимерйән, шатланып.
– Ҡотлайым, балалар, ысын күңелдән ҡотлайым! Иҫән-һау, дүрт ағзаһы ла теүәл, тәүфиҡлы бала булһын! Имен-аман йөрөп, еңелдән ҡотолорға яҙһын Зөлфиәңә! – тип бер тында теҙеп китте. – Тиҙҙән Өфөгә юлым төшә, ҡаймаҡ-ҡоротон үҙем алып барырмын. Оҙон юлға сыҡма, һаҡ йөрө, ауыр күтәрмә, ашағы килгән бөтә ризыҡты ла аша, тип Зөлфиәгә ауыҙ асырға ла бирмәйем. Үәт, шилмалар, нисә ай буйы бер нәмә өндәшмәйҙәр бит әле ул!
– Апай, бөтәһе лә һәйбәт, мин әлегә тиклем үҙемдә бер ниндәй үҙгәреш тә һиҙмәйем ул. Аш та төрләндермәйем. Үҙегеҙ бит күҙ тейеүҙән һаҡланырға ҡуштығыҙ, шуға бер кемгә лә өндәшмәнек, – тип бәхетле гөрөлдәй Зөлфиә.
Ябалаҡлап ҡар яуа. Ошо ҡар менән Ер-әсәбеҙ сафлыҡ, бәхет, шатлыҡ нурҙарына ҡойона. Лилиә апай иртәнән бирле йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләй. Шулай булмайса, өйгә йәш бала ҡайта бит. Сумкаһына бер кәсә бал, бер йомарлам май тыға һалып, мәсеткә ашыҡты. Шул саҡ ауыл өҫтөндә аҙан тауышы яңғыраны. Бер нисә машина мәсет ҡапҡаһы төбөнә барып туҡтаны. Иң алдан бәхетле олатай-өләсәйҙәр, шунан ап-аҡ юрғанға төрөлгән улын күтәреп Тимерйән, уға һырылып ҡына Зөлфиә атлай. Мәсеткә ингәс, иң тәүҙә ике рәҡәғәт мәсет намаҙын уҡып, хәйерен һалдылар.
– И-ий, Аллаһтың оло бүләге бит ул, бәхетле, тәүфиҡлы бала булып үҫ! Бына һиңә ауыҙыңа бал – ил һаҡларҙай батыр бул, бына һиңә май – ата-әсәңә йомшаҡ бул, туғандарыңа изге бул, – тип Лилиә апай бөтөрөлөп йөрөнө. Ә быныһы улыма тәүге бүләгем – Ҡөрьән Кәрим. Улыбыҙҙы бөтә ҡара көстәрҙән гел ҡурсалап, һаҡлап торһон.
– Улымдың исеме кем атлы була? – тип һораны Хәмзә олатай.
– Аллабирҙе, – тине бер тауыштан йәш ата-әсә. Хәмзә хәҙрәт ҡәнәғәт йылмайҙы.
– Исемең Аллабирҙе булһын! – тип баланың тәүҙә бер ҡолағына, шунан икенсеһенә өрҙө. Шул саҡ иртәнән бирле яуған ҡар ҡырт туҡтаны ла, бөтә мәсет нурға сумды