Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар , 21:05

Беренсе мөхәббәтем

Мин егетемдең был һүҙҙәренә нимә әйтергә лә белмәнем, сөнки кейәүгә сығырға йыйынмай инем әле: ул саҡта миңә 17 йәш кенә ине, унан, мәктәптә яҡшы уҡығас, юғары белем алғым да килде—бөтә уйым Өфөлә булды. Тағын шуныһы ла бар: өлкән апайым 18-ҙә үк кейәүгә сыҡҡас, уның бөтә тормошон күреп үҫкәс, үҙемдең бер ҙә улай йәшәгем килмәне. Ошо ниәттәремде егетемә һөйләнем, аңлаттым, тәүҙә уҡығым килә, тинем. Ул миңә: “Кейәүгә сыҡҡас та уҡып була,”—тине. Нисек булғанын беләм инде мин, ғаилә тормошона инеп сумғас, ниндәй уҡыу инде ул. Унан һуң, әсәй-атайҙан бик алыҫ китергә лә ҡурҡып тора инем. Әллә аңлатыуым шул тиклем генә булған, әллә һүҙҙәремде етди ҡабул итмәгән, егетем шул уҡ кистә әсәһе менән беҙгә килеп тә инде, ҡыҙ һорарға, имеш. Әйттем бит инде, әлегә кейәүгә сыҡҡым килмәй, иртәрәк әле, мин уҡырға китәм, тип. Аш бүлмәһендә һөйләшеп ултыралар. Минең әсәй: “Уның Өфөгә барғыһы, уҡығыһы килә,”—тине, атай:”Үҙенән һорағыҙ,”—тип кенә ҡуйҙы. Беләм бит инде—атайҙың мине өйҙән уҡырға ла , кейәүгә лә ебәргеһе килмәй. Ә мин үҙем был “ҡыҙ һорауҙы” ысын икән тип ҡабул итмәнем, ниндәйҙер театрға оҡшаған ине шул. Атай-әсәй янында минән яңынан ныҡлап һораған кеше булманы, һораһалар ҙа, мин ул ваҡытта кейәүгә сығырға әҙер түгел инем, “юҡ” тип яуап бирер инем. Бала ғына инем бит әле. Уға 26 йәш ине бит инде, аңлашыла ла, өйләнгеһе лә килгәндер.

Йәшем 50-гә етеп килә. Ғүмеремдең үткән ваҡиғалары, тормошта осраған кешеләр, йәш саҡтағы хистәр һуңғы ваҡытта йышыраҡ иҫкә төшә башланы. Йәшлегемә урғылып килеп ингән беренсе мөхәббәтем хәтирәләре лә әле кисә генә булған шикелле күңелемдә яңыра. Йырҙа йырланғандай, ысынлап та онотолмай икән ул беренсе мөхәббәт. Әйтерһең, бөгөн алдыма яратҡан кешем килеп баҫты, мин үҙем дә йәп-йәш ҡыҙ һымаҡ, үҙебеҙҙең ауыл урамында ағып ятыусы шишмәлә кер сайҡайым.

Йөрәгем дөп-дөп итеп тибә башланы

Эйе шул, беҙ уның менән урам уртаһында, беҙҙең йорттар араһындағы шишмә буйында таныштыҡ. Күршеләр булып сыҡтыҡ. Дөрөҫөрәге, уның әсәһе беҙҙең урамда йәшәүсе айырылған бер иргә кейәүгә сыҡҡан да, былар әле яңы ғына күсеп килгәндәр. Ә был егет ғаиләләге иң өлкән бала булып сыҡты (теге ҡатындың тағы өс балаһы бар), армиянан һуң үҙен хәрби хеҙмәткә бағышлаған. Әсәһе, туғандары янына отпускыға ҡайтыуының беренсе көнө генә ине әле.

Был егетте күреү менән йөрәгем дөп-дөп итеп тибә башланы, ҡыҙарынып-бүртенеп, ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Етмәһә, ул минең менән һөйләшә башланы. Һөйләштем инде, ҡасып ҡотолоп булмай бит. Тиле икән был ҡыҙ, тип әйтер йә. Нимә тураһында һөйләшеүебеҙ иҫемдә ҡалмаған, ә бына шул һөйләшеү күңелемдең аҫтын-өҫкә килтергәнен яҡшы хәтерләйем. Ҡыҙҙың күңелендә тынғылыҡ бөттө, тигән һүҙ. Әле минең быға тиклем бер кешегә ҡарата ла бындай ныҡ, көслө хистәр тойғаным булмағайны. Был егеткә тәү күреүҙән ғашиҡ булдым тиһәм дә була. Беренсе мөхәббәт!

Бына хәҙер генә уйлап ҡуйҙым: миңә ул ваҡытта 14 йәш кенә ине бит әле, ә уға—23. Шундай маңҡа ғына ҡыҙҙа нимә тапҡан инде был? Әллә йәшемде самалай алмаған микән—мин йәштәштәремдән бер аҙ олораҡ күренә инем шул, бер ҡасан да ябыҡ булманым.

Был егет мине кис менән урамда йөрөргә саҡырҙы. Шатлығым сикһеҙ ине. Беҙ оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрөнөк, был үҙенең тормошо тураһында әллә ниндәй ҡыҙыҡ нәмәләр һөйләп, көлдөрөп бөтөрҙө. Мин ауыҙымды асып тыңланым—бер нәмә лә күрмәгән ауыл ҡыҙына тағы нимә кәрәк? Ә үҙемдең уға ҡыҙыҡ булырҙай һүҙем дә юҡ ине: әсәй-атай, туғандар, мәктәп...

Шулай көн һайын осраштыҡ беҙ, уның хәрби хеҙмәтенә китер ваҡыты ла етте. Илдең алыҫ сигенә китеп тә барҙы. Мин ҡалдым. Мөхәббәт тураһында һөйләшмәгән инек, ул да бер ни әйтмәне, мин бигерәк тә инде.

Һинең ҡыҙың улымдың башын әйләндергән

Һағындым, тағын ҡасан ҡайтыр икән тип көттөм. Ул йылына 1-2 тапҡыр ғына берәр айға ҡайтып китә ине. Мин үҙемде тынысландыра инем: ни эшләйһең—хеҙмәте шулай бит. Ул ҡайтҡан саҡта минән дә бәхетлерәк кеше булмай торғайны. Төндәр буйы ауыл урамында һөйләшеп-йөрөп сыға инек. Башта әсәй менән атай һуң ҡайтҡанға әрләйҙәр ине, унан, күрше егете менән йөрөгәнемде белгәс, тынысландылар: малай-шалай түгел бит ул, ышаныслы, бөтөн яҡтан булған егет. Уның әсәһе беҙгә инеп минең әсәйгә: “Һинең ҡыҙың улымдың башын бөтөнләй әйләндергән: көтөү ҡыуырға сыҡһам, малайымдың курткаһы һеҙҙең ҡоймала эленеп тора, шуны ла онотоп ҡалдырған бит әле,”—тип һөйләй ине. Ә ул шул куртҡаһы менән мине ямғырҙан ҡаплағайны.

Яңғыҙлыҡтан туйҙым

Тормош бара, шулай өс йыл үтеп тә китте, минең мәктәп тамамлаған йылым. Имтихандар тапшырҙым. Өфөгә китеп уҡырға инергә уйлайым. Мәктәпте гел “биш”легә генә тамамланым, миҙал бирҙеләр. Минең мөхәббәтем ҡайтҡан саҡ. Бер көндө ул бик етди бер теманы ҡуҙғатты. “Мин хәрби кеше, хеҙмәтемде ташларға йыйынмайым, башҡаса булдыра ла алмайым. Минең дуҫтарымдың барыһы ла өйләнеп бөттөләр, балалары ла үҫеп килә. Йәшем дә бара бит инде, хеҙмәтемдән ҡайтҡас, кис менән мине ҡаршы алыусы ла юҡ. Яңғыҙлыҡтан туйҙым,”—тине ул.

Мин егетемдең был һүҙҙәренә нимә әйтергә лә белмәнем, сөнки кейәүгә сығырға йыйынмай инем әле: ул саҡта миңә 17 йәш кенә ине, унан, мәктәптә яҡшы уҡығас, юғары белем алғым да килде—бөтә уйым Өфөлә булды. Тағын шуныһы ла бар: өлкән апайым 18-ҙә үк кейәүгә сыҡҡас, уның бөтә тормошон күреп үҫкәс, үҙемдең бер ҙә улай йәшәгем килмәне. Ошо ниәттәремде егетемә һөйләнем, аңлаттым, тәүҙә уҡығым килә, тинем. Ул миңә: “Кейәүгә сыҡҡас та уҡып була,”—тине. Нисек булғанын беләм инде мин, ғаилә тормошона инеп сумғас, ниндәй уҡыу инде ул. Унан һуң, әсәй-атайҙан бик алыҫ китергә лә ҡурҡып тора инем.

Әллә аңлатыуым шул тиклем генә булған, әллә һүҙҙәремде етди ҡабул итмәгән, егетем шул уҡ кистә әсәһе менән беҙгә килеп тә инде, ҡыҙ һорарға, имеш. Әйттем бит инде, әлегә кейәүгә сыҡҡым килмәй, иртәрәк әле, мин уҡырға китәм, тип. Аш бүлмәһендә һөйләшеп ултыралар. Минең әсәй: “Уның Өфөгә барғыһы, уҡығыһы килә,”—тине, атай:”Үҙенән һорағыҙ,”—тип кенә ҡуйҙы. Беләм бит инде—атайҙың мине өйҙән уҡырға ла , кейәүгә лә ебәргеһе килмәй. Ә мин үҙем был “ҡыҙ һорауҙы” ысын икән тип ҡабул итмәнем, ниндәйҙер театрға оҡшаған ине шул. Атай-әсәй янында минән яңынан ныҡлап һораған кеше булманы, һораһалар ҙа, мин ул ваҡытта кейәүгә сығырға әҙер түгел инем, “юҡ” тип яуап бирер инем. Бала ғына инем бит әле. Уға 26 йәш ине бит инде, аңлашыла ла, өйләнгеһе лә килгәндер.

Былар сәй эсеп, сығып киттеләр, бәлки әҙерәк үпкәләгәндәрҙер ҙә, ләкин береһе лә сер бирмәне. Ә, бәлки, киреһенсә, шатланғандарҙыр. Мин дә һәм уға тиҙҙән кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ ҙа “запас варианттар” ғына булғанбыҙҙыр, тип уйлайым хәҙер. Егетемдең беҙҙең алда яҡшатланыуы ғына булғандыр, моғайын. Ә бәлки, ул теге ҡыҙҙан ризалыҡ та алып ҡайтҡан булғандыр, ә миңә нисек әйтергә белмәгәндер. Ялғансы булып ҡалмаҫ өсөн ошондай “стратегик аҙым” яһағандыр—хәрби кеше бит ул, башы яҡшы эшләй. Ҡыҙыҡ, ә мин шул саҡта ризалашҡан булһам, кемде һайлаған булыр ине икән?

Нисек кенә булһа ла, һәр кемдең үҙ тормошо, үҙе генә һайлаған юлы, үҙенең планлаштырған эштәре бар—кемгә нимә кәрәк бит. Мин быны теүәл белә инем. Минең ул ваҡытта уҡығым, кеше булғым килгәндер инде. Һуңынан, мин уны юғалтыуыма үкенһәм дә, тормош ул саҡта дөрөҫ эшләүемде күрһәтте. Шул ваҡытта кейәүгә сығып, әллә ниндәй сит ерҙәргә китеп, үҙеңдең йөҙөңдө юғалтһаң? Шунан да ҡыҙғанысыраҡ нәмә юҡ. Үҙ пландарыңды, үҙ хыялдарыңды юғалтыу тигән һүҙ бит ул.

Һыу буйҙары һары сәскә

Оҙаҡ та үтмәне, яратып йөрөгән егетем өйләнә икән тигән һүҙҙәр килеп ишетелде. Дөрөҫ булып сыҡты был һүҙҙәр, хатта беҙҙе лә туйға саҡырҙылар. Нисек инде улай, мин быға ышанып та етмәнем. Шулай тиҙ өйләнгәс, тимәк, бының минән башҡа ла һөйгәне булған булып сыға бит инде. Тимәк, был хәрби кеше ике “фронтҡа” йөрөгән.

Мин уны бик ныҡ яратҡанмындыр инде, шуға күрә был турала уйлағым да килмәне. Ул уйҙарымды ситкә ҡыуҙым. Мин уны хәҙер ҙә ғәйепләмәйем, сөнки һәр кеше үҙ тормошо өсөн үҙе генә яуаплы.

Элегерәк, беҙ бергә булғанда, ул ике йыр йырларға ярата ине: “Һары сәскә” һәм “Онот инде”. Ошо йыр һүҙҙәре минең менән һаубуллашыуы булған микән.

Һыу буйҙары сары сәскә,

Өҙәһең дә алаһың.

Һары сәскәләрҙе өҙөп,

Үҙең яңғыҙ ҡалаһың.

***

Онот инде мине мәңгелеккә,

Йөрәгеңдән алып ташла ла.

Ғәфү итмә мине, ғәфү итмә—

Алыштырҙым һине башҡаға.

Туй көнө беҙгә инде ул, туйға саҡырҙы. Ҡыҙыҡ кеше. Нисек инде “Әсе, әсе!” тип ҡысҡырған һайын улар үбешеп ултырһындар, ә мин шуға ҡарап ултырайыммы. Мин былай ҙа: “Нишләп туйҙарын өйҙәрендә үткәрәләр икән, берәр ергә китеп булмаймы икән,”--тип уйлай инем. Минең йөрәгемдең нисек өҙгөләнеүен аңламай микән ни ул?!

Эй иланым да иланым ул көндө. Хәҙер яҙғанда ла күҙҙәрем йәш менән тулды. Әсәй миңә: “Ундай егеттәрең йөҙләп булыр әле, илама юҡҡа!”—тип әйтеп ҡуйҙы. Ә ул бит донъялағы егеттәрҙең иң яратҡаны, иң яҡшыһы, иң сибәре, иң аҡыллыһы! Минең беренсе мөхәббәтем ине бит ул! Мин уға үҙем дә сыҡманым, уны бер кемгә лә биргем килмәне. Нишләргә—ул ваҡытта мин был һорауға бер нисек тә яуап таба алманым. Апайҙарым янымда булды: береһе дарыу бирә, икенсеһе башымдан һыйпап йыуата. Ә минең бер үҙем ҡалып, рәхәтләнеп илағым ғына килде. Атайға рәхмәт: “Барығыҙ, ҡамасауламағыҙ, туйғансы илаһын,”—тине. Минең күңелемдә нимә булғанын атайым ғына ысынлап тороп аңлаған икән.

Һаман онота алмайым

Мәктәпте тамамлағас, мин Өфөлә юғары уҡыу йортона индем. Һағынғанда ҡарармын тип, фотоальбомымды ла үҙем менән алып киттем. Уның түрендә минең беренсе мөхәббәтемдең һүрәте ине: хәрби формала, йәш, сибәр, туп-тура ҡарашлы. Бүтән бер генә егет менән дә танышҡым килмәне—күҙ алдымда гел тәүге мөхәббәтем булды. Йәй көндәрендә, каникул ваҡытында ауылға ҡайтҡас, уның ҡустыһы менән һөйләшеп йөрөнөм, хаттар яҙыша инек хатта. Янымда егетем булмағас, бер туғаны миңә уны иҫкә төшөрөп торғандыр инде. Уларҙың әсәһе минең әсәйгә: “Ҡыҙың минең малайҙар менән йөрөнө, ләкин береһенә лә кейәүгә сыҡманы,”—тип әйткән.

Икенсе курсты тамамлағас, йәйҙең бер көнөндә ауылға ҡайттым. Минең тәүге мөхәббәтем дә әсәләренә ҡайтҡан икән. Осрамаһа ярар ине, тип уйларға ла өлгөрмәнем, урам буйлап иптәш ҡыҙым янынан ҡайтып килгәндә, яныма машина килеп туҡтаны. Эсендә—минең беренсе мөхәббәтем һәм уның ҡустыһы. “Әйҙә, ултыр, алып ҡайтабыҙ,”—ти олоһо. “Өйләнгән, ҡатынлы ир-егеттәрҙең машинаһына ултырмайым мин,”—тинем. Ә был миңә бәйләнеүен дауам итә. Һөйләшә торғас: “Мин һинең ҡыҙыл төҫтәге ойоҡ кейгән матур аяҡтарыңды һаман онота алмайым,”—тине. Мин оялып:”Ҡыҙыл түгел, ал төҫтә ине ул,”—тинем. Ә үҙемдең асыуым килде, өйләнгән кеше бит инде ул, оятһыҙ, йәш ҡыҙға шундай һүҙҙәр әйтәләрме инде. Мин өйгә ҡайтып еткәнсе эргәмдән яйлап ҡына машиналарында ҡайттылар былар. Етмәһә, ямғыр яуа ине—мин күҙ йәштәрем төҫлө. Әйтерһең, тәбиғәт минең күңелем илағанды белеп ҡалған.

Хәлдәрең нисек?

Йылдар үтте, оҙаҡ күрешкәнебеҙ булманы. Бер ваҡыт ауылға әсәйҙәргә ҡайтҡанда шул уҡ шишмә буйында осрашҡайныҡ, мин унан: “Хәлдәрең нисек?”—тип һораным. Ул нисектер үпкәләгән һымаҡ: “Һәйбәт, һеҙ генә түгел, беҙ ҙә яҡшы йәшәйбеҙ, төшөп ҡалғандарҙан түгел инде,”—тине.

Нимәгә улайтып әйткәндер инде, минең ғәйебем нимәлә. Шулай тип әйтеүе күңелемә оҡшаманы. Әллә тормошонда берәй насар хәл булғанмы икән, тип уйлап ҡуйҙым. Әсәйҙән һорағайным, ул әллә ни һөйләмәне, бары тик: “Ул әсәһе янына йыш ҡына бер үҙе ҡайта, йә балалары өләсәләрен күрергә тип үҙҙәре генә ҡайтып китәләр,”—тине. Бер ҡайтыуында уның әсәһе, минең әсәй һәм ул бергә кис ултырғандар икән. Әсәйем гармунда уйнаған, ә минең йәшләй һөйгән егетем шул яратҡан ике йырын йырлаған. “Рәхәтләнеп йырланыҡ та, иланыҡ та,”—тип ҡуйҙы әсәй.

Егетем әллә үҙенең тормошонда мине ғәйепләй микән. Бер ваҡыт әсәй, ул бик ныҡ эсә икән, тип тә һөйләгәйне. Мин уны ҡыҙғанып ҡуйҙым. Аллаға шөкөр, бер нисә йыл инде араҡы менән мауығыуын ташлаған икән.

Бер күрешеү—үҙе бер ғүмер

Инде күпме ваҡыт үтте, ә ул миңә һаман да яҡын кеше, уны күрһәм, күңелем әллә нимә эшләп китә. Беҙҙең арала әйтелмәгән һүҙҙәр ҡалғандыр, ахырыһы. Бер ултырып һөйләшәһе ине лә бит. Юҡ, мин үҙемдең һәм уның тормошонда бер нәмә лә үҙгәрткем килмәй, икебеҙ ҙә ғаиләле кешеләр. Уны борсорға ла ҡурҡам, дөрөҫ аңламаҫтар тип уйлайым. Осрашып һөйләшеүҙәрҙең ниндәй мәғәнәһе бар инде, тип тә ҡуям. Ләкин барыбер бер күрешеп һөйәлшер инем. Йәшәргә еңелерәк булып ҡалыр ине. Икебеҙгә лә. Бер күрешеү—үҙе бер ғүмер, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.

С.

 










Автор: Гузель Салихова
Читайте нас