Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар , 21:30

Яңылышҡанмын

Ун алты йәшем тулып, бер аҙ аҡты ҡаранан айыра башлағас, бер маҡтанған ваҡытында: “Колхоз уңышы һинеке генә түгел, шунда эшләүсе ҡара хеҙмәт башҡарыусы ферма эшселәренең, тракторсыларының эше лә ул,”—тип әйткәйнем. Шул көндән өс бала араһында иң йүнһеҙенә әйләндем дә ҡуйҙым. Шул ваҡытта әсәй ҙә атайҙы яҡланы. “Атайығыҙ һеҙҙең өсөн тырышып йөрөй бит”,--тине. “Тырышҡас, нишләп беҙгә велосипедтарҙы атай түгел, өләсәй алып бирҙе һуң? Улай булғас, нишләп мин һаман ағайҙан ҡалған кейемдәрҙе кейәм, салбар балағым ҡыҫҡарып бөттө бит инде”,--тип илағаным бөгөн дә иҫемдә.

күңел түренән

Атай эргәһенә хәл белергә инеп сығам да, кәйефем төшә. Шунан, әсәй мәрхүмәне тағын ҡыҙғанып ҡуям. Атай-әсәйгә үпкәләргә ярамай, тиҙәр ҙә бит. Атайға үпкәләү ҙә түгел инде ул. Шулай ҙа, күңелдә нимәлер бар. Һәр ваҡыт һинеңсә генә түгел бит әле донъя. Һау-сәләмәт булып, оло йәшкә еткәс, балаларыңа доға ҡылып ҡына ултыр, тип әйткем килә. Һаман һүҙләшеп тә ултырып булмай, оло кешенең хәтере ҡалмаһын, тип түҙеп тыңлап торам да, сығып китәм.

Һикһәнде уҙҙы инде атай, һаулығы егеттәрҙеке кеүек, әле лә йүгереп эшләп йөрөй. Йәй көнө баҡсаһына үҙенә кәрәген ултырта. Беҙ ҙә килеп булышабыҙ. Итте күршеләрҙән һатып ала. Әле быйылғы һуғымдан алған итен кире индереп, беҙҙе оятҡа ҡалдырҙы. Күршеләрҙән ун килограмм ит алған. Унан һуң: “Танагыҙҙы силос ашатып үҫтергәнһегеҙ, ашарлыҡ түгел был ит, силос тәме килә”,--тип кире индереп биргән.

Атай заманында етәксе урындарҙа эшләне. Кеше менән нисек идара итергә кәрәклеген бик яҡшы белә ул. Уның әйткәне генә дөрөҫ тип уйлай. Беҙ үҫкәндә лә шулай булды. Эшендә берәй нәмә ул тигәнсә килеп сыҡмаһа, өйгә ҡайтҡас туҙына ине. Беҙҙе әсәй үҫтерҙе. Атайҙы күрмәнек тә тиерлек. Беҙ торғансы эшкә сығып китә лә, беҙ йоҡларға ятҡанда ла ҡайтмаған була. Әсәй медпунктта иҙән йыуҙы, фермала ла эшләне.

Балалығым менән аңламағанмындыр инде. Атай менән мунса инге килә тип, биш-алты йәшемдә күрше ағайҙың янына ингәнмен. Уның да минең йәштәге малайы бар. Бөтә ағайҙарҙың да исеме атай була тип уйлай инем ул саҡта. Әйтәм бит, атай менән һөйләшеп ултырғы, атай менән балыҡҡа барғы, атай менән ҡапма-ҡаршы ултырып сәй эске килгән саҡтар күп булды. Ләкин беҙ уларҙың береһен дә күрмәнек. Атай мәктәптәге йыйылыштарҙың береһенә лә барманы. Уҡытыусыбыҙ маҡтағанды атайға ла ишеттерге килә ине, ләкин ул уларҙы әсәй аша ғына белде. Унда ла әсәйҙең атайға һөйләгәндәрен йоҡо аралаш ҡына ишетә инек. Атайҙың был һүҙҙәрҙе күңел биреп тыңламағанлығын үҫә төшкәс нығыраҡ аңлай башланыҡ. Ә үҙенең колхозына, йә булмаһа үҙенә бер ниндәй грамота бирһәләр, нисек һөйөнгәнен, дөрөҫөрәге, маҡтанғанын күрһәгеҙ ине. Ул көндө яҡшы ғына “һалып” ҡайта ла, төнө буйы үҙенең эшен генә һөйләп сыға.

Ун алты йәшем тулып, бер аҙ аҡты ҡаранан айыра башлағас, бер маҡтанған ваҡытында: “Колхоз уңышы һинеке генә түгел, шунда эшләүсе ҡара хеҙмәт башҡарыусы ферма эшселәренең, тракторсыларының эше лә ул,”—тип әйткәйнем. Шул көндән өс бала араһында иң йүнһеҙенә әйләндем дә ҡуйҙым. Шул ваҡытта әсәй ҙә атайҙы яҡланы. “Атайығыҙ һеҙҙең өсөн тырышып йөрөй бит”,--тине. “Тырышҡас, нишләп беҙгә велосипедтарҙы атай түгел, өләсәй алып бирҙе һуң? Улай булғас, нишләп мин һаман ағайҙан ҡалған кейемдәрҙе кейәм, салбар балағым ҡыҫҡарып бөттө бит инде”,--тип илағаным бөгөн дә иҫемдә.

Атай элек-электән үҙен маҡтағандарын ғына ныҡ яратты. Ул ғына дөрөҫ тип һананы, үҙен генә яратты. Совет осоро балаһы бит ул, нисек шулай тәрбиәләнгәндер, хәҙер ҙә иҫем китә. Үҙен генә яратты тигәндән, бала саҡта булған бер иртәне, иллегә етһәм дә, онотмайым. Йөрәккә ныҡ үткәндер инде. Төндә нимәлер ҡыштырҙағанға уянып киттем. Элек сысҡандар инә торғайны, иҙән аҫтынан өҫкә лә сығалар ине. Урындыҡта ҡалған гәзиттәрҙе сысҡандар ҡыштырҙатамы икән, тип тыңлап ятам. Атай икән. Ҡыштыр-ҡыштыр килде лә, тупһаға сығып китте. Таң атып килә ине. Мин дә тышҡа сығып инәйем әле тип, ишек алдына сыҡһам, атай тупһала сәтләүек ватып ашап ултыра. Урман сәтләүеге. Магазинда һатыла торғаны. Беҙҙең ул сәтләүекте күргән дә булманы. Күҙҙәремә йәш килде. Һорарға уйламаным да, атайҙың холҡон беләм бит инде. Берәйһе күстәнәскә биргәндерме, һатып алғанмы, белмәйем. Әсәйҙән ипләп кенә һораным, яңылыш күргәнһеңдер, сәтләүек булмағандыр ул, тине әсәй. Әсәйҙең шулай тип әйтеүенә, һаман һаран атайҙы яҡлауына йәнем көйҙө.

Йәй көнө атай верандала йоҡлай ине. Имеш, йәйҙәрен колхозда эш күп, һуң ҡайта, таң атҡансы китә. Йәй буйы беҙгә верандаға инергә ярамай. Әсәй, рөхсәт һорап ҡына, йыуып-йыйыштырып сыға. Эш буйынса килгән ҡунаҡтарына ла шунда сәй эсерә. Береһендә, әсәй йыйыштырғанда, мин дә һиҙҙермәй генә шул бүлмәгә индем. Ҡыҙығып, атайҙың ҡырға алып йөрөй торған күн сумкаһын аҡтарҙым. Унда таушалып бөткән ирис, һура торған башҡа кәнфиттәрҙе күреп аптыраным. Һанап, өҫтәлгә теҙеп ҡуйҙым, барыһы ун ике йыйылды. Ашағы килә бит. Әммә береһен генә алһам да, атай һиҙеп, тауыш сығарыр тип тә ҡурҡам. Мин кәнфиттәргә ҡыҙығып ҡарап ултырғанда, верандаға атай килеп инде. Мине күреүе булды, өйҙө яңғыратып ҡысҡырып та ебәрҙе: “Әле һин, малай аҡтығы, атаңдың сумкаһында аҡтарынаһыңмы!”—тип, яныма осоноп килә башлағайны, мин бүлмәнән йәшен тиҙлегендә сығып ысҡындым. Һуңынан эш менән мауығып оноттомо, ул хәлде бер ҙә иҫкә алманы. Уның ҡарауы, минең күңелдә ҡалды. Кәнфит ашағы килеүҙән түгел, атайҙың һаранлығына, беҙҙән ҡасып ҡына сәтләүек, кәнфит ашауына аптыраным.

Әсәй һуңғы йылдарҙа фермала һыйыр һауҙы, бик йәшләй, илле бише лә тулмай үлеп китте. Атайҙың кәмһетеүҙәре нервыһын да бөтөргәндер, шәкәр сире менән ауырыны. Шул сир апайҙа ла килеп сыҡты. Хәҙер атай, хәлен белергә ингән һайын: “Әсәйегеҙгә өйләнеп яңылышҡанмын. Уның нәҫелендә шәкәр сире булған, бына хәҙер апайыңда шул сир”,--ти. Шул тиклем йөрәккә тейә шул һүҙҙәре. Әле баштараҡ, әсәйегеҙгә өйләнеп яңылышҡанмын, ул һеҙҙе дөрөҫ тәрбиәләмәгән, ҡыҙҙары ла, ейәнсәрҙәре лә ҡамыр ашы бешерә белмәй, өйрәтмәгән, ти ине. Хәҙер шәкәр сиренә бәйләнә. Күпме йылдар үткән бит инде ул хәлдәргә. Әхирәткә күскән әсәйҙе һағынып иҫкә алмай, уға өйләнгәненә үкенеп ултыра.

Апай ҙа, ейәнсәрҙәре лә ҡамыр аштарын бына тигән итеп бешерә. Өлкән кешегә ҡамыр ризығы гел ярамай тип, күберәк һурпа, бутҡа бешерәләр. Кәтлит, билмән әҙерләп, һыуытҡысына тултырып китәләр, үҙ яйы менән бешереп ашай уларҙы. Ашағыһы килгәндән дә әйтмәйҙер инде. Шулай итеп, атайҙың хәлен белергә ингәс, иҫән булмаһа ла, әсәйҙе ҡыҙғанып сығам.

Әле берәй ҡарсыҡ табығыҙ, тип аптыратты. Ике ҡатын килеп ҡараны, холҡона түҙә алманылар, киттеләр. Был йәшкә еткән кеше ҡарт атаһынан зарланып һөйләгән тимәгеҙ. Күңелемде бушатайым, тинем. Әйтәм бит, атайға ризыҡ индерһәк тә, хәл белергә килһәк тә, гел бер һүҙ, әсәйегеҙгә өйләнеп яңылышҡанмын, ти. Шул күңелгә ҡыйын.

Нияз.

 

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас