Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар , 21:35

Башҡайыңа төшһә, яйын табаһың

Ҡайғыларҙы еңеп, әкренләп кенә йәшәп ятҡан көндәрҙең береһендә ир менән осраштыҡ. Эштән ҡайтҡанымды урамда көтөп ултыра ине. Ул ваҡытта ирҙең икенсе ҡатынынан балаһы тыуғанын белә инем. Ятаҡта элек бергә йәшәгән таныштар әйттеләр. Ә уның туғандары менән аралашманыҡ. Ир беҙҙе ташлап сығып киткәс, улар ҙа беҙҙе “һыҙып” ташланылар. Ә ир тигән кеше минең янға үҙенең әсәһен ҡаратырға һорап килгән. Ҡәйнәмә лә инсульт булған. Был ҡатыны ҡарарға риза түгел, “еҫе насар”,--ти икән. “Ул һинең әсәйең һымаҡ түгел, үҙе атлай”,--ти ир. Кешелә шул тиклем оятһыҙлыҡ булһа була икән тип, телһеҙ ҡалдым. “Ундайҙарҙың яйын һин беләһең бит инде. Ят кеше түгел, балаларҙың өләсәһе, улар ҙа булышырҙар”,--тип һөйләнде. Шундай саҡта ауыҙ тултырып “балалар” тип һөйләп ултырғас, түҙмәнем. “Нишләп ят кеше булмаһын ул? Миңә лә, балаларға ла ят. Һуңғы тапҡыр ҡасан күрешкәнде лә, һөйләшкәнде лә иҫләмәйем”,-тинем. Шул арала миңә әйткәндәре иҫкә төштө лә, шул уҡ һүҙҙәрен үҙенә ҡабатланым: ундай ауырыуҙар өсөн махсус ерҙәр барҙыр, алып барып тапшырығыҙ әсәйегеҙҙе, тинем. Мин улай әйтер тип уйламағандыр инде, ныҡ асыуы килде. Әллә ниндәй туҙға яҙмаған һүҙҙәр әйтеп бөттө.

Мин үҙем пенсияла инде хәҙер. Шулай ҙа өйҙә ятҡы килмәй, сменалап ҡына бер поликлиникала гардеробта ултырам. Кәзәһенән бигерәк мәҙәге һымаҡ, аҡсаһы юҡ инде, бик аҙ ғына, ә кеше араһында булып ҡайтҡас, барыбыр рәхәт, шуға ғына йөрөйөм. Өйҙә саҡта гел генә телевизор ҡарап ятып булмай, тауышы ла башты ауырттыра, оҙон сериалдар ҙа туйҙыра. Ә гәзит-журналдар йәнгә рәхәтлек бирә.

Бөгөн минең ял көнөм. Ныҡ итеп эшләрҙәй артыҡ эштәрем дә юҡ: ике бүлмәле фатирымда йыяһы йыйылған, алаһы алынған, тигәндәй. Шуға күрә лә тормошта булған хәлдәремде һөйләргә булдым.

Буласаҡ ирем менән Өфөгә килеп урынлашҡас таныштыҡ. Ул ваҡытта икебеҙ ҙә заводта эшләй инек. Ул армиянан һуң шунда урынлашҡан булған икән. Мин килгәндә, ике йыллап эшләй ине инде.

Мин ҡалаға бик теләмәй генә килдем. Башта бик ауыр булды, эйәләшә алмай аптыраным. Ауылымды ныҡ һағына инем. Баракта йәшәгәс, ишек алды һымаҡ бәләкәй генә ер бар ине. Мин, баракта йәшәүсе башҡа кешеләр менән һөйләшеп, шул һағыныуҙы бер аҙ ғына булһа ла баҫырға тип, бер тауыҡ менән бер әтәс алып ҡайттым. Үҙебеҙ менән бер баракта йәшәүсе таныш ҡатындың ире уларға мөйөштән ситлек эшләп бирҙе. Шулай итеп, ус төбөндәй генә ерҙә әтәс менән тауыҡ тоттом. Шул ваҡытта минән көлгәндәре! “Ҡалаға килеп кем тауыҡ тота инде, кире ҡайтып ҡына китмәй”,--тинеләр. Әммә, нисек кенә һағынһам да, ауылға кире ҡайтманым. Әсәй ныҡ итеп: “Түҙ”,--тип оҙатып ҡалды бит. Шулай йәшәй-йәшәй, эшләй-эшләй бер аҙ өйрәнеп киттем. Барактан ятаҡҡа күскәндә генә әтәс менән тауығымды ҡалдырырға тура килде. Тауыҡ ҡына тимәҫһең, ярты йөрәгем шунда өҙөлөп ҡалған һымаҡ булды ул ваҡытта. Ятаҡҡа күскәс, әтәс тауышын һағынып үлә яҙҙым.

Ирем менән йылдан артыҡ йөрөп өйләнештек. Ул да ауылдан ине. Ҡалаға яҡыныраҡ булғас, уға рәхәтерәк булды, минең һымаҡ һағынып ғазапланманы. Өйләнешкәс, беҙгә айырым бүлмә бирҙеләр. Бала тыуғас, ҙурыраҡ икенсе бүлмәгә күсерҙеләр. Шулай 3-4 бүлмә алмаштырҙыҡ. Шунан, фатирға сиратыбыҙ етеп, шунда күсендек. Ул ваҡытта ҡыҙыбыҙ ҙа бар ине.

Мин үҙебеҙҙе артыҡ маҡтап та, артыҡ хуплап та һөйләй алмайым. Ул йылдарҙа бөтәбеҙ ҙә бер тирә йәшәнек бит: иртән дүрттә тороп эшкә китәһең, ике бала балалар баҡсаһында. Шулай тормош алып барҙыҡ. Заводтағы ирҙәр йыйылышып эсергә яраттылар. Был уларҙың ятаҡта йәшәгәндән ҡалған ғәҙәте ине. Шулайтып йыйылышып ултырыуҙары рәхәт булғандыр инде уларға. Бөтәһе лә бер ерҙә йәшәйҙәр, бергә эшләйҙәр, бер үк көндө аҡса алалар. Әммә күпме генә эсһә лә, ирҙең эшкә бармай ҡалғаны булманы. Иртән тороп, эшенә сығып китә ине. Шулай йәшәнек инде: ҡайҙа әрләнем, ҡайҙа түҙҙем, ҡайҙа өндәшмәнем. Ҡатындар мине аңлар.

Әсәйемде инсульт һуҡҡанда балалар мәктәпте тамамлап, училищеға ингәндәр ине. Хәле ныҡ ауыр булғас, уны Өфөгә ебәрҙеләр. Мин эштән отпускыларымды ала-ала, дауаханала әсәйҙе ҡараным. Сығарғас, тура үҙебеҙгә алып ҡайттым. Телдән ҡалған, түшәктә ятҡан әсәйҙе нисек ауылға ебәрәһең. Бында эҫе һыуы ағып тора, хәле ауырайып китһә, тиҙ арала дауаханаға һалырға була, тип уйланым. Балалар ҙа аңланы. Барыбыҙ ҙа ҙурҙар бит инде, түҙмәҫлек түгел. Ә бына ир шул ваҡытта уҡ әллә нишләне, артыҡ борсолманы ла шикелле. Әсәйҙең хәтере бик насар ине: танығанда--таныны, танымағанда—юҡ. Шуны аңлап ҡалған ир әсәй менән бөтөнләй һөйләшмәҫ булды. Әсәйҙең хәле ауыр булғас, иргә лә иғтибар аҙ булғандыр, балалар ҙа күберәк үҙҙәрен-үҙҙәре ҡараны, миңә лә ярҙам иттеләр. Ҡыҙ ашарға бешерҙе, малай магазиндарға йөрөнө. Ә ир бөтөнләй ситләште. Әсәйҙең беҙҙә тороуона ике айлап ҡына ине әле, ир: “Туйҙым, бүтән былай йәшәп булмай. Ауылға алып бар йәки шундайҙар өсөн берәй ер барҙыр, һеңлең менән һөйләш тә, алып барығыҙ шунда. Әсәйең һинеке генә түгел, һеңлең дә үҙенә алып ҡайтып ҡараһын”,--тине. Аптырап киттем, әллә ҡолағыма ишетеләме икән тип торам. Етмәһә, ҡысҡырып әйтте, әсәй ишетер тип уйламай ҙа. Уның бит ваҡыты менән аҡылы асылып-асылып китә ине.

Мин, әлбиттә, ирҙең һүҙҙәре менән ризалашманым. Һеңлем ауылда ҡәйнәһе менән йәшәй, нисек итеп түшәктәге әсәйҙе уға алып бараһың. Һеңлемә ирҙең әйткәндерн әйтеп тә торманым.

Минең үҙгәрмәҫемде аңлаған ир шул ваҡытта үҙе сығып китте. Тәүҙә элек үҙебеҙ йәшәгән ятаҡтығы бүлмәлә йәшәне, шунан, оҙаҡ тә үтмәй, бер ҡатынға йортҡа инде. Айырылышыуға ла үҙе бирҙе. Әммә прописканан төшмәне. “Минең өлөштө аҡсалата бирерһең”,--тип аҡса һорап ятты. “Прописканан төшһәң, бирермен”,--тинем. Шулай килештек. Ул ваҡытта уртаҡ алынған фатирҙарға закон бөгөнгө һымаҡ түгел ине. Барыһы ла телдән генә. Нисек булһа шулай аҡса йыйып, ирҙең ҡулына тотторҙом да, ул прописканан төштө. Ярай әле һүҙендә торҙо. Алдап, аҡсаны алып, прописканан төшмәүе лә бар ине бит. Теге ҡатын иргә шул тиклем һыуһаған булғандыр инде, шул көндө үк үҙенә пропискаға ҡуйған, тип һөйләнеләр.

Әсәйҙең ауырыуы өҫтөнә миңә шундай ҡайғылар ҙа кисерергә тура килде ул ваҡытта. Улым ҙур ине: “Унан бер тин дә һорама, әсәй, эшкә төшөрмөн, мин дә аҡса эшләрмен”,--тип йыуатты. Һәм, ысынлап та, малай эшкә төштө, аҙ булһа ла аҡсаһы булды. Миңә бирерлеге булманы, шулай ҙа, өйгә бер аҙ ашарға алып ҡайтты, үҙенә юлға тотондо, һеңлеһенә лә биреп торҙо.

Мин үҙем дә эшләнем, әсәйҙе лә ҡараным. Ике йыл эсендә әсәй ҡәҙимге булды, үҙ аяғында бер аҙ сатанлап булһа ла йөрөнө, беҙҙе таныны, телен әйләндереп һөйләшә алды. Шулай рәтләнеп килә тигәндә, ҡапыл ғына үлеп ҡалды. Шул ике йылда егерме йыллыҡ ҡартайғанмындыр: әсәйҙең ауырыуы, ирҙең хыянаты, ташлап китеүе, аҡса һорап ятыуы. Балаларым һәр ваҡыт янымда булды, бергә эшләүсе ҡатындар ҙа ныҡ ярҙам итеп торҙолар.

Бергә йәшәгәндә, ауылға ҡайтып-китеп йөрөгәндә, әсәй иремде ныҡ хөрмәтләп торһа ла, үлгәс, ирем әсәйемде оҙатырға ла килмәне. Ул киткәс аралашманыҡ та, балаларға ла ярҙамы теймәне. Айырылышҡас, алиментҡа бирмәгәйнем, үҙе белеп бирер, тип уйланым. Ярҙам итеү түгел, үҙе беҙҙән аҡса һорап ятҡас, бирмәҫен аңлағайным. Ул ваҡытта улым алиментҡа биреүемә ҡаршы булды. “Кәрәкмәй, әсәй, теләнмәйек, нисек тә йәшәрбеҙ әле”,--тине. Ә мин улыма ҡаршы төшә алманым. Шулай йәшәнек. Уҡып бөткәс, ҡыҙым да эшләй башланы, тормош аҙ булһа ла еңеләйҙе.

Ҡайғыларҙы еңеп, әкренләп кенә йәшәп ятҡан көндәрҙең береһендә ир менән осраштыҡ. Эштән ҡайтҡанымды урамда көтөп ултыра ине. Ул ваҡытта ирҙең икенсе ҡатынынан балаһы тыуғанын белә инем. Ятаҡта элек бергә йәшәгән таныштар әйттеләр. Ә уның туғандары менән аралашманыҡ. Ир беҙҙе ташлап сығып киткәс, улар ҙа беҙҙе “һыҙып” ташланылар. Ә ир тигән кеше минең янға үҙенең әсәһен ҡаратырға һорап килгән. Ҡәйнәмә лә инсульт булған. Был ҡатыны ҡарарға риза түгел, “еҫе насар”,--ти икән. “Ул һинең әсәйең һымаҡ түгел, үҙе атлай”,--ти ир. Кешелә шул тиклем оятһыҙлыҡ булһа була икән тип, телһеҙ ҡалдым. “Ундайҙарҙың яйын һин беләһең бит инде. Ят кеше түгел, балаларҙың өләсәһе, улар ҙа булышырҙар”,--тип һөйләнде. Шундай саҡта ауыҙ тултырып “балалар” тип һөйләп ултырғас, түҙмәнем. “Нишләп ят кеше булмаһын ул? Миңә лә, балаларға ла ят. Һуңғы тапҡыр ҡасан күрешкәнде лә, һөйләшкәнде лә иҫләмәйем”,-тинем.

Шул арала миңә әйткәндәре иҫкә төштө лә, шул уҡ һүҙҙәрен үҙенә ҡабатланым: ундай ауырыуҙар өсөн махсус ерҙәр барҙыр, алып барып тапшырығыҙ әсәйегеҙҙе, тинем. Мин улай әйтер тип уйламағандыр инде, ныҡ асыуы килде. Әллә ниндәй туҙға яҙмаған һүҙҙәр әйтеп бөттө. “Мин һеҙҙең туғандарға күпме ярҙам иттем, әсәйеңә ҡайтып йыл да бесән эшләнем, мунса түбәһен рәтләнем”,--тип һанап китте. Рәтләһә һуң! Үҙебеҙ ҙә ҡайтып шунда мунса төшә инек. Мин дә бит уның әсәһенә күп ярҙам иттем. Эште эшләйһең дә, онотаһың инде ул. Иҫәпләшеп, һөйләп йөрөмәйһең. Ә ир нимә эшләгәндәрен ҡысҡыра-ҡысҡыра һананы. Бесән эшләгән тип, уның ауырыу әсәһен ҡарарға тейеш инем. Һәйбәт йәшәгән булһаҡ, кеше ҡулына ҡалған ҡәйнәмдең урыны өйөмдөң түрендә булыр ине. Еҫе бар тип, сирҡанмаҫ та, ҡарар, тәрбиәләр инем. Ә хәҙер нимә тип алайым инде. Ирҙе ҡыуып ебәрҙем, бүтән килеп йөрөмә, тип. “Башыңа төшкән икән, һин дә яйын табырһың”,--тинем.

Бына шундай хәлдәр булды. Хәҙер олоғайҙым инде, ейән-ейәнсәрҙәр бар. Балалар аталарын бар тип тә белмәйҙәр. Мин уларҙы үҙем генә кейәүгә бирҙем, үҙем генә өйләндерҙем, туйҙар үткәрҙем. Кешесә йәшәйек тип тырыштыҡ, тырмаштыҡ, аллаға шөкөр, оятҡа ҡалманыҡ.

Мөршиҙә.

 

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас