Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2025, 19:35

Йоҙаҡ

Бер яҡшы ғына танышым ошо арала фатирына ремонт эшләтте. Асҡысын ишек төбөндәге иҫке итегенә тығып китә. Ремонтсы егеттәр шунан алып асып инеп, эшләйҙәр. “Нисек сит кешене өйөңә ышанып индерәһең?”—тип һорағайным, иҫе лә китмәй. Был заманда ла кешегә ышанғандар бар икән. Район үҙәгендә үҙ йортобоҙ менән йәшәй башлағас, беҙ күршебеҙҙән ныҡ уңдыҡ. Яңғыҙ йәшәүсе Ғариф ағай үҙ йортона ғына түгел, беҙҙең өйгә лә “йоҙаҡ” ине. Бер көн ҡайтһаҡ, күрше ағай беҙҙең өйҙән сығып килә. Әле уның менән йүнләп танышмаған да инек ул саҡта, күсенеп кенә килгән осор. Аптырап киттем! Иртәнсәк ишекте бикләп, асҡысын сөйҙә эленеп торған иҫке бишмәт кеҫәһенә һалып киткәйнек.

Ҡайһы саҡта алдан хәбәр итмәй генә ауылға ҡайтабыҙ ҙа, ҡапҡанан инә алмай йөрөйбөҙ. Биш-алты йортто уҙып, йылға аша сығып, баҡса артынан инергә тура килә. Ағай ҙур ҡапҡаны эске яҡтан ауыр тимер менән терәтеп китә. Ҡапҡа келәһенә урам яҡтан бау бәйләй. Уныһы өйҙә кеше юҡ, тигәнде аңлата. Үҙе эшкә баҡса артынан ғына йөрөгәнлектән, урам ҡапҡаһы һирәк асыла.

Ауыл кешеһенең күбеһендә ҡапҡалар эске яҡтан терәүле хәҙер. Яңы һалынған йорттарҙың йоҙаҡтары бөтөнләй ҡаласа. Код йыйырға кәрәк. Ә бит элекке һымаҡ сегәндәр ҙә йөрөмәй, тоҡ күтәреп өйҙән-өйгә йөрөгән кейем-һалым һатыусылар ҙә күренмәй. Ауыл кешеһенең үҙенсә һаҡсыллығы инде был. Ғәйеп түгел. Ислам дине буйынса ла, килгән кеше йортҡа үтер алдынан хужанан өс тапҡыр рөхсәт һорарға тейеш, тиҙәр бит. Хужа инергә рөхсәт итһә генә, килгән кеше өйгә инә ала. Бик дөрөҫ инде, бер уйлағанда.

Ҡапҡа бикләп йөрөү беҙ үҫкәндә атай-әсәйҙәрҙең уйына нисек килмәне икән, тип уйлап ҡуям ҡай саҡта. Һаман иҫемдә: ағайға ун ете йәш тирәһе булғандыр, ҡыйлыҡтарҙан йыя-йыя үҙенә сәпит йыйҙы. Бөтөн нәмәһен сүплектән алып ҡайтты шикелле. “Фәтих ағайҙарҙың сүплегенән ике тәгәрмәс таптым, апай, камера алып ҡайт әле”,--тип апайға икәүләп ултырып хат яҙҙыҡ. Апай Өфөнән камера алып ҡайтты. Камера алып ҡайтаһы көндө ағай менән автобус туҡталышына менеп торҙоҡ. Автобустан төшкәс, ике саҡрым йәйәү атларға кәрәк. Апай менән күрешеүгә, ағай камераны алды ла, ауылға сапты. Беҙ ҡайтыуға, камераға һауа тултырып, сәпиттә урам буйлап йөрөй ине инде. Бер ай ғына йөрөп ҡалды, урланылар! Ауылдың икенсе башында йәшәүсе төрмәнән ҡайтҡан кеше алып киткән. Шул ваҡытта ағай беҙҙең менән өс көн һөйләшмәне. “Һеҙгә үпкәләп түгел, һеҙҙең эргәлә илап ебәреүҙән ҡурҡып һөйләшмәнем”,-тине һуңынан. Көтөүгә лә сәпит менән йөрөрмөн, тип ҡыуана-ҡыуана йыйҙы бит ул уны. Теге ағай һыйыр көтөүсеһе ине. Көн һайын шул сәпиттә ауыл башына көтөү йыйырға киткәнен күреп ҡалабыҙ. Кисен дә шул сәпиттә ҡайта. Ул көтөүҙә саҡта сәпиттең кесерткәнлектә ятҡанын әйтеүселәр ҙә булғыланы. “Хәҙер минеке түгел инде. Үҙем йыйһам да, кеше әйберен алған һымаҡ булам”,-тине ағай. Тәрбиә шулай булғандыр. Ә теге ағай ишек алдынан алып сығып китеүҙән дә уңайһыҙланмаған. Ағайҙың төрмәнән ҡайтҡан кеше менән бәйләнгеһе лә килмәгәндер, бәлки.

Төрмәнән ҡайтҡан ағай, кешеләрҙең өйҙәренә инеп, әсегән бал да эҙләп йөрөгән икән. Кистән ишеген бикләп ята бит кеше. Шул бикле келәне тыштан асып инә, тип һөйләйҙәр ине. “Төндә кем йөрөй икән тип уянып китһәм, Хафиз ағай мейес артында аҡтарына”,-тип, магазинда әле бер кеше, әле икенсе кеше һөйләй торғайны. Урлашыу менән мауыҡҡан инде. Башҡа зыяны булманы былай. Өй хужалары асыуланып ҡыуһа, башып аҫҡа эйеп сығып китә, тип һөйләгәндәре хәтерҙә. Ҡапҡа бикле булһа, ҡойма аша йәки ҡойманың таҡтаһын йолҡоп алып ингән.

Бер яҡшы ғына танышым ошо арала фатирына ремонт эшләтте. Асҡысын ишек төбөндәге иҫке итегенә тығып китә. Ремонтсы егеттәр шунан алып асып инеп, эшләйҙәр. “Нисек сит кешене өйөңә ышанып индерәһең?”—тип һорағайным, иҫе лә китмәй. Был заманда ла кешегә ышанғандар бар икән.

Район үҙәгендә үҙ йортобоҙ менән йәшәй башлағас, беҙ күршебеҙҙән ныҡ уңдыҡ. Яңғыҙ йәшәүсе Ғариф ағай үҙ йортона ғына түгел, беҙҙең өйгә лә “йоҙаҡ” ине. Бер көн ҡайтһаҡ, күрше ағай беҙҙең өйҙән сығып килә. Әле уның менән йүнләп танышмаған да инек ул саҡта, күсенеп кенә килгән осор. Аптырап киттем! Иртәнсәк ишекте бикләп, асҡысын сөйҙә эленеп торған иҫке бишмәт кеҫәһенә һалып киткәйнек. “Ҡаҙығыҙ тәҙрәгеҙгә менеп бәргеләнә генә. Йә тәҙрәләрен вата, йә үҙҙәре ҡайтҡансы бөтә өйгә кәкәй итеп бөтә был, асҡыстары ошо тирәлә генәлер тип, инеп эҙләнем. Шикләнмәгеҙ, бер нәмәгеҙгә лә теймәнем. Шулай күршеләрҙең йорттарына күҙ-ҡолаҡ булып торам мин. Һеҙгә тиклемге күршеләр менән дә татыу йәшәнек. Ышанмаһағыҙ, һорашығыҙ”,-тип ҡаршы алды.

Һорашып йөрөмәнек. Беренсе тапҡыр ана шулай таныштыҡ. Ғариф бабай, ысынлап та, бик яҡшы кеше булып сыҡты. Берәй ергә барырға булһа, балаларҙы ла алып ҡала торғайны. Ҡайһы саҡта балалар, өйҙә ашарға юҡ тип, мәктәптән тура уға ҡайта ине. Бабай пряниктар, ирис кәнфиттәр алып, йомортҡа бешереп көтөп тора. Шулай күңелле йәшәнек! Мин урмансылыҡта эшләнем, питомникта. Яҙ көнө ағас ултыртырға сығабыҙ, кис һуңлап ҡайтҡан саҡтар ҙа булды. Эшкә киткәндә ит ҡалдырам да, Ғариф бабай беҙ ҡайтыуға сүлмәктә борсаҡ ашы бешереп ҡуя. Көтөүҙән ҡайтҡан һарыҡтарҙы бикләп, һыйырҙы ла һауып ҡуйған саҡтары булды. Бер-береһенә ышанып, күршеһе менән татыу йәшәне шул элек кеше. Әле мин күрше ҡатындың асҡысын ишек төбөндәге аяҡ кейеменә һалып ҡалдырыуына аптыраным. Элеккеләй ышаныусан кешеләр бар икән әле!

З. Ғаянова.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас