Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2025, 18:00

Бәхиллегем юҡ

Ул оятһыҙ ҡатын үҙебеҙҙең ауылдыҡы ине. Атайҙы берәр эш эшләтергә тип, сәбәп табып саҡырта ла, иҫертеп ҡайтара торғайны. Көн һайын атай ниндәй ҡиәфәттә ҡайтыр икән тип, ҡайғырып, дер ҡалтырап, урамдан инмәйсә ҡарап торор инек. Шунан, алпан-толпан ҡайтып килеүен күрһәк, тиҙерәк өйгә инеп ҡаса торғайныҡ. Сөнки теге ҡатын атайҙы эсереп кенә ҡалмай, уны әсәйгә лә, беҙгә лә ҡаршы ҡотортоп ебәрә ине. Атай иҫереп ҡайтып инә лә, әсәйгә аҡырырға тотона. Әллә ниндәй яман һүҙҙәр менән әрләй торғайны. Шунан беҙгә тотона. Тауышланып ҡына ҡалмай, пыр туҙҙырып, өйҙән ҡыуып та сығара ине. Һалҡындарҙа яланғас, яланаяҡ килеш күп тапҡырҙар урам һаҡларға тура килде беҙгә. Әммә әсәй шул ваҡыттарҙа ла атайҙы насар тип әйтмәне, нисек тә аҡларға тырышты. “Иҫеректең бөтәһе лә шундай инде ул, түҙәйек, балалар, гел шулай булмаҫ әле, ҡасан да булһа бер үҙгәрер”,--тип, беҙҙе йыуатырға тырыша ине. Үҙе тураһында уйлау юҡ, гел беҙҙе ҡайғыртты әсәйебеҙ.

Күңел түренән

Риза-бәхиллегем юҡ

Атай әсәйгә ғүмере буйы хыянат итеп йәшәне. Әсәй нисек түҙгәндер ул хәлдәргә, белмәйем. Эйе, бына шулай ҡатмарлы ғаиләлә тыуып үҫтем мин. Беҙгә, дүрт балаға, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн бала саҡтан уҡ татырға тура килде. Әсәйебеҙ беҙҙе бер үҙе тәрбиәләп үҫтереп, кеше итте.

Атай тигән кешебеҙ башҡа бер ҡатындың ҡорбаны булды. Ул оятһыҙ ҡатын үҙебеҙҙең ауылдыҡы ине. Атайҙы берәр эш эшләтергә тип, сәбәп табып саҡырта ла, иҫертеп ҡайтара торғайны. Көн һайын атай ниндәй ҡиәфәттә ҡайтыр икән тип, ҡайғырып, дер ҡалтырап, урамдан инмәйсә ҡарап торор инек. Шунан, алпан-толпан ҡайтып килеүен күрһәк, тиҙерәк өйгә инеп ҡаса торғайныҡ. Сөнки теге ҡатын атайҙы эсереп кенә ҡалмай, уны әсәйгә лә, беҙгә лә ҡаршы ҡотортоп ебәрә ине. Атай иҫереп ҡайтып инә лә, әсәйгә аҡырырға тотона. Әллә ниндәй яман һүҙҙәр менән әрләй торғайны. Шунан беҙгә тотона. Тауышланып ҡына ҡалмай, пыр туҙҙырып, өйҙән ҡыуып та сығара ине. Һалҡындарҙа яланғас, яланаяҡ килеш күп тапҡырҙар урам һаҡларға тура килде беҙгә. Әммә әсәй шул ваҡыттарҙа ла атайҙы насар тип әйтмәне, нисек тә аҡларға тырышты. “Иҫеректең бөтәһе лә шундай инде ул, түҙәйек, балалар, гел шулай булмаҫ әле, ҡасан да булһа бер үҙгәрер”,--тип, беҙҙе йыуатырға тырыша ине. Үҙе тураһында уйлау юҡ, гел беҙҙе ҡайғыртты әсәйебеҙ.

Айҙар, йылдар уҙҙы, тик атай тигән кешебеҙ барыбер үҙгәрмәне. Беҙгә рәхәт тә күрһәтмәне, ташлап сығып та китмәне, шулай аҙғын булып йәшәне. Беҙ үҫә торҙоҡ, үҫкән беребеҙ ауылдан сығып китә торҙо. Әсәй генә бәйләнгән эт хәлендә булды, бер ҡайҙа ла кимә алмайса, ғүмер буйы интегеп йәшәне. Әсәйҙең хәле бик ҡыҙғаныс булһа ла, беҙ ҙә ярҙам итә алманыҡ. Ә атайҙың һөйәркәһе, бер кемдән дә оялмайса, әллә кем булып йәшәй бирҙе.

Ҡалаға киткәс, һәр ҡайһыбыҙ үҙ тормошобоҙҙо ҡороп йәшәй башланыҡ. Әсәй бер ҙә йөрәктән китмәне, гел күңелдә йөрөнө. Атайҙың хыянаты, эсеп тауышланыуҙары әсәйебеҙҙе ваҡытынан алда ҡартайтты. Һуңға табан әсәй йыш ауырый башланы. Уны үҙебеҙҙең янға алып килеп тәрбиәләргә тырышһам да, ризалашманы. “Атағыҙҙы ташламайым инде, балалар”,--тине. Шунда ла үҙенә ғүмер буйына бер рәхәт күрһәтмәгән атайҙы ҡыҙғанды. Шул саҡта күҙемдән ирекһеҙҙән мөлдөрәп йәштәр аҡты. Әсәйҙе ҡыҙғанып та, бала саҡта күреп үҫкән ҡыйынлыҡтар, кәмһенеүҙәр күҙ алдымда торғанға иланым.

Яраларҙы ваҡыт дауалай, тиһәләр ҙә, беҙҙең күңел яраларын, беҙҙең күргәндәрҙе ваҡыт ҡына дауалай алманы шул. Беҙҙең дә бәхетле бала саҡ күреп үҫкебеҙ килә ине. Атайҙы айыҡ килеш күрге килгән көндәр ҙә бик күп булды, күрә генә алманыҡ. Атайҙың гел иҫереп, аҡырынып-баҡырыныуына, өҫтәүенә, сит ҡатынға сабыулап йөрөүенә күп кәмһендек беҙ. Быларҙың барыһы ла йөрәккә юйылмаҫлыҡ тәрән йәрәхәт һалды. Әле лә, үҙем яҙам, ә үҙемдең күңелем илай, күҙҙәрҙән йәш тама. Шул күңелһеҙ бала саҡҡа яңынан ҡайтҡандай булдым, унда күргәндәр йәнә яңырып, йөрәкте телеп-телеп ауырттырҙы.

Ф.Р.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас