Был фажиғә ауылды ғына түгел, ә бар районды тетрәндерҙе. Кешеләр туҡталыштарҙа, эш урынында, урамда ошо хаҡта ғына һөйләне. “Ниндәй вәхшилек менән ҡылынған енәйәт!”-тип баш сайҡаны ололар.
Йәшерәк ҡатындар араһында: “Шулай кәрәк ирҙәргә! Киләсәккә аҡыл булыр!” - тиеүселәр табылды. Һәләк булған ирҙең туғандары менән аралашыу ауыр тойғолар ҡалдырҙы. “Ул (килендәре) һәр саҡ үҙе менән бысаҡ алып йөрөгән. Ябай бысаҡ түгел, ә салғынан эшләнгән, бер һүҙ менән ҡорал инде. Был хаҡта һуңынан балалары илай-илай һөйләне. Уға ҡустыбыҙҙы үлтерергә сәбәп кенә кәрәк булған...”
Эйе, кеше ҡарбуз түгел, уның эсен ярып ҡарап булмай. Шулай ҙа күп балалы әсәнең тормош юлы ҡурҡыныс фажиғәләр менән бәйле. Тәүге тормош иптәшен түшәктә аҫылынған килеш табалар. Ул ваҡытта ла ауылда төрлө имеш-мимеш тарала. “Нисек инде кисә кис йылмайып һөйләшеп, киләсәккә пландар ҡорған яҡшы белгес үҙ-үҙенә ҡул һалһын? Эскелек менән мауыҡманы, элмәккә этәргән кредиттары ла юҡ ине. Был тиген эш түгел”,-тип аптырашты ауылдаштар.
Абруйлы ир уҙаманын ерләгәндә әсәһе ҡатынға ташланды: “Һин еттең уның башына! Һин үлтерҙең! Һинән башҡа янында кеше булманы! Көнләшеүеңдән баламды юҡ иттең!”-тип иланы әсә. Тик ул саҡта ҡарт кешенең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалғандар һирәк була. Кемдер: “Бахыр, әсә. Улын юғалтыуҙан ни һөйләгәнен дә белмәй. Бигерәк ауыр ҡайғы шул. Донъянан ваз кисеүселәр яҡындарын уйламай шул”,-тип кенә ҡуйҙы.
Шулай ҙа тиҙҙән кешеләр был сәйер үлем тураһында йышыраҡ һөйләй башлай: кемдер ниҙер ишеткән, бәғзеләргә ҡатын үҙе яңылыш ысҡындырған. Ысынлап та, ҡатын үҙенең төҫ-башҡа күркәм, яҡшы урында эшләгән ирен бик ҡыҙғанған. Хатта янъялдар ҡуптарып, уға ҡулына нимә эләгә шуның менән ташланғаны ла булған. Тәүҙә ир барыһына ла балалар хаҡына, тип теш ҡыҫып түҙһә, һуңынан ҡатынына ҡарата һыуына башлай. Бынан һуң ғаиләлә ыҙғыш-талаш тағы ла йышая. Урамда, эшендә абруйлы, кешелекле-кеселекле ирҙең йортонда ғына ҡәҙере булмай. Ауылдаштары ҡатындың: “Әгәр ул айырылышырға уйлаһа, үҙенә ҡыйын буласаҡ. Йә—минеке, йә бер кемдеке лә булмаясаҡ!”-тип янауҙарын да ишетә.
Шулай ҙа хәл былай фажиғәле тамамланыр тип бер кем дә уйламай. “Был эште яңынан тикшертергә кәрәк”,-тигән һүҙҙәр ҡуйыра башлағас, ҡатын икенсе ауылға күсеп китә.
Күңелсәк ҡатын ирҙәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай, әлбиттә. Уға ошо ауылда йәшәгән ҡарт буйҙаҡ ҙур теләк менән өйләнә. Быға тиклем ғаиләһе булмаған ир бәхеттең етенсе ҡатында була, ҡатынының бар теләгәнен тормошҡа ашырырға тырыша, балаларын үҙ итә, ярата. Тик тормошо яйға һалынғас, хужабикәгә күңелһеҙ була башлай, күрәһең. Ул берсә ирен ҡыуып сығарып, берсә кире индереп ыҙалата. Ир ҡаушап-юғалып ҡала. Буйҙаҡ сағында бергә ауыл ҡыҙырған әшнәләренә йыш бара башлай, улар менән көмөшкә һемерә. Айыҡ сағында йыуаш булған кеше, эсеп алғас батырая, ҡатыны янына тартыла. “Бергә йәшәйек! Мин бит һине яратам!”-тип ялбара.
Тик уныһы тағы ҡыуып сығара. Икенсе ваҡыт килгәнендә полиция саҡырта. Хоҡуҡ һаҡсылары ҡатындың ғаризаһын ҡабул итә. Бындай осраҡтар йышая башлай. Ир эсеү менән, хоҡуҡ һаҡсылары ла килеп етә. Үҙенә бер ниндәй насарлыҡ эшләмәһә лә, ҡатын ирен полицияға оҙатыуҙан ләззәт тапҡан төҫлө тойола башлай. Хәйер, тиҙҙән ауылда уның йәш килендәргә был хаҡта “һабаҡтар” биреүе ишетелә башлай. “Ирегеҙ тауыш күтәрһә лә полиция саҡыртығыҙ. Сәс-башығыҙҙы туҙыратып: “Ул мине сәсемдән һөйрәп йөрөттө, “үлтерәм” тип янаны. Һәр ваҡыт мине шулай рәнйетә, уның менән йәшәргә ҡурҡам, тип ҡысҡырығыҙ”,-тигән “дәрестәр” бирә ул.
“Закон барыбер ҡатын, әсә яҡлы. Ирҙән әҙерәк хәмер еҫе сығыуы ла уны ултыртырға ярҙам итәсәк”,-ти ҡатын.
Бындай “һабаҡтар” йышая башлағас, ауылдағы ирҙәр генә түгел, ә ололар ҙа асыуын белдерә. Ҡатын күпмегәлер тынып ҡала. Шулай ҙа ирен берсә саҡырып, берсә ҡыуыуын дауам итә. Туғандары ирҙе ситкә сығып китергә өгөтләй. “Күпме ыҙаларға, кәмһетелергә була? Үҙең дә йәшәмәйһең, беҙгә лә тынғы юҡ. Һине ҡасан тағы бикләп ҡуялар, тип борсолоп йәшәүҙән арыныҡ. Һинең, беҙҙең тураһында нимә тип кенә һөйләмәй! Кешенән оят бит!”-ти улар.
Тик ир унда-бында йөрөп аҡса эшләү менән ҡатыны янына ашыға. Балалары ла уны ихтирам итә, ярата. Сөнки ул һәр береһенә ярҙам итергә тырыша, матур итеп аралаша. Балалар ҙа үгәй аталарының һәр саҡ үҙҙәре менән генә йәшәүен теләй. Тик аҡсаһы бөтөү менән ир кеше тышта тороп ҡалғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Сираттағы ҡыуылыуҙан кесерәйеп ҡалған ир, башын эйеп урам буйлап китә. Был уның ауылдаштары өсөн дә ғәҙәти күренешкә әүерелә. Аяҡтары үҙенән-үҙе шешәләштәренә илтә. Улар мыҫҡыллы йылмайып ҡаршы ала, уны “ҡыуылып ҡайтҡан килен” тип үртәйҙәр.
Һәм ошондай күренеш йылдан-йыл дауам итә. Бер көн оҙаҡ уйланғандан һуң ир “ауылдан китергә!” тигән ҡәтғи ҡарарға килә. Ситтә эш тә табыла. Был хаҡта ишеткән туғандары ла иркен тын ала. “Исмаһам, китерһең дә—онотолорһоң! Бәлки, яҙған йәрең дә табылыр”-тиешә улар.
Тыуған ауылы менән хушлашыу теләге ирҙе урамға саҡыра. Ул оҙаҡ ҡына ата йорто янында баҫып тора, унан эскәмйәгә барып ултыра. Ана, класташы эштән төшкө ашҡа ҡайтып бара. Ҡаршыһына улы йүгереп килеп ҡосаҡлап алды. Икенсе ауылдашы ауыр сумкаһын һөйрәп тигәндәй магазиндан ҡайтып бара. Ул да ҡайтып аҙыҡ-түлеген бушата һалыр ҙа, ире ҡайтыуына өтәләнеп төшкө аш бешерер, тәмле еҫтәр сығарып, шыжылдатып ҡоймағын ҡойор. Өй эсе ниндәйҙер бер илаһилыҡҡа күмелер. Ир һәм ҡатын һуңғы яңылыҡтары менән уртаҡлашып, тәмләп сәй эсер... Их, ул да бит шундай ғаилә, йәшәйеш тураһында хыялланды. Ҡатынын осратҡас та ғашиҡ булды бит. Ул һәр саҡ күтәренке кәйефле, йорт эштәренә лә оҫта ине. “Бына бит мин дә бәхетемде, үҙ яртымды таптым!”-тип төндәрен ҡыуанысынан йоҡлай алмай ятыр ине.
Ни өсөн ғаиләләрен һаҡлай алманы һуң улар! Тәүҙә мөхәббәтле ҡарашын айырмаған ҡатыны ни өсөн улай үҙгәрҙе? Үҙендә лә ғәйеп етерлектер инде. Матур һүҙҙәр һөйләй белмәй, ә ҡатындарҙы ҡолағы менән ярата, тиҙәр бит. Иптәштәре менән “һуғып” алған саҡтары ла булды. Тик был ғәҙәт менән хәҙер кемде аптыратырһың? Уның ҡарауы, эсһә лә бер ҡасан да ғауға ҡуптарманы, киреһенсә, тиҙерәк ятып йоҡларға тырышты. Иртәнсәк ҡатынынан ғәфү үтенде, башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаясағы тураһында анттар бирҙе. Тик сираттағы ҡалымдан һуң киң күңелле хужалар аҡсаға көмөшкәһен дә ҡушып бирә. Бергә эшләгән иптәштәрҙән айырылып булмай бит инде, тигән һылтау менән ҡушылаһың... Бына тағы бер класташы йорто яғына ашығып үтеп китте. Ҡулында икмәге лә бар. Ашығып-ҡабаланып атлай. Белә — уны көтәләр, яраталар. Ә уның ни ере кәм һуң? Ни өсөн ул яратҡан ҡатыны, балалары менән йәшәй алмай? Бәлки, тағы бер тапҡыр ғына һөйләшеп ҡарарғалыр? Аңлатырға, хистәрен белдерергә! Ҡатынына оҡшамай икән, бөгөндән бер грамм да эсмәйәсәк. Ышанмаһаң, әйҙә дауаланырға барам, кодироваться итәм, тип әйтергә! Үҙенең бар тормош ауырлыҡтарын хәл итеү юлын тапҡанын тойған ир ҡатыны янына ашыҡты.
“Хәҙер төшкө аш мәле. Беҙ ҙә бәхетле сағыбыҙҙағы кеүек бергәләшеп ултырырбыҙ, мин барыһын да аңлатырмын. Ә ул аңларға тейеш, аңларға! Беҙҙе бит бер-беребеҙгә ҡарата иҫ киткес йылы хистәр бер йән, бер тән итеп ҡауыштырғайны!” - тип уйлана-уйлана барҙы ул.
Тик уны был юлы ла бер кем дә көтмәй ине. Тәүҙә ҡатыны уны йортона индерергә теләмәне. Ир ныҡышып, “һөйләшергә кәрәк” тип соланға үтте. Ҡатыны уға бер һүҙ әйтергә лә бирмәй, сәрелдәп әрләшеүен дауам итте. Ирҙең: “Әйҙә, барыһын да яңынан башлайыҡ. Балалар хаҡына!” - тигән һүҙҙәре лә һауала аҫылынып ҡалды.
Ирен эткесләп тә йорттан сығара алмаған ҡатын күптән әҙерләп ҡуйған бысағын килтереп сығара. Ҡаршыһында баҫып торған иренә бер нисә мәртәбә сәнсеп өлгөрә. Ҡатынын һаман бергә йәшәргә өгөтләгән ир бер нәмә лә аңламай ҡала. Берсә эсенән субырлап аҡҡан ҡанға, берсә яратҡан кешеһенә ҡарай. Ул сайҡала-сайҡала әкрен генә өйҙән сығып китә. “Был нимә булды һуң? Ни өсөн?” Зиһене бутала башлаған ир ҡапҡаға тотоноп, көскә урамға сыға. Бер нисә аҙым атлағандан һуң, аңын юғалтып ҡолай. Барыһын да тәҙрәнән күҙәтеп торған ҡатын “Ашығыс ярҙам” саҡыртыу тураһында уйлап та бирмәй. Һис ни булмағандай көндәлек мәшәҡәттәренә тотона. Ирҙең туғандары әйтеүенсә, ҡатын балаһынан был ҡурҡыныс енәйәтте кеҫә телефонына төшөрөргә мәжбүр итә. Ҡот осмалы үлтереү булған өйҙөң ҡаршыһында йәшәгән инәй: “Ҡарайым, йорттан сайҡалып, саҡ атлап Ул килеп сыҡты. Был мәхлүк тағы эсеп, ҡатынының йортона индереүен ялбарып йөрөйҙөр инде, тип уйланым. Унан ҡоланы. Шул тиклем эсмәһә лә була инде, тип тик йөрөнөм. Йөҙтүбән ятҡас, ҡанһырап ятыуын күрмәнем”,-тине.
Эйе, тәүҙә иргә бер кем дә иғтибар бирмәй. Үтеп барғандар уны иҫереп ҡолап ята тип уйлай. Шулай ҙа ирҙе барып ҡалҡытырға маташыусылар табыла. Шунда барыһы ла асыҡлана инде. “Ашығыс ярҙам” саҡыртыла, тик үтә һуң була шул. Ғаиләһен ҡайтарыу хыялы менән янған ир мәңгелек донъяға күсә. Был фажиғә ауылдың тормошона шом һала. Етмәһә, кеше үлтереүсе ҡатындың ҡулға алынмауы, уның: “Миңә барыбер бер нәмә лә булмаясаҡ. Мин бындай хәлгә алдан әҙерләнеп барҙым”,-тиеүе ауылдың көслө заттарын сығырынан-сығара.
Бер көн улар бергәләшеп ауыл ситенә йыйыла. Йәш егеттәр ҙә, урта быуын вәкилдәре лә, ололар ҙа был ҡатынды ауылдан ҡыуырға кәрәк, тигән фекергә килә. “Әгәр беҙ уның ағыу сәсеүен туҡтатмаһаҡ, ул йәш ҡыҙҙарҙы, килендәрҙе яуызлыҡҡа өйрәтәсәк. Хоҡуҡ һаҡсыларының көсө етмәй икән, бар ауыл менән ҡаршы сығырға кәрәк!”-тип ярһый улар. Шулай ҙа ир-егеттәр араһында һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлай алғандары ла була. Улар ауылдаштарын тынысландырып: “Үлтереү кеүек ҡурҡыныс енәйәт язаһыҙ ҡалмай, ҡабаланмайыҡ. Ә уны ауылдан ҡыуырға һәр саҡ өлгөрөрбөҙ”,-ти.
Унан үтә ҡыҙған йәшерәк ирҙәрҙе: “Самосуд яһап үҙ башығыҙға бәлә алмағыҙ”,-тип тыялар. Ауыл халҡы ҡатындың бер ни ҙә булмағандай ҡыланыуына асыуы ҡабарһа ла, теш ҡыҫып түҙергә мәжбүр була. Тикшереү эше бик оҙаҡ бара. Ҡатын хөкөм эскәмйәһенә ултырғас та үҙенең ғәйебен таныманы: “Мин үҙемде һәм балаларымды яҡланым. Шулай булмаһа ул мине үлтерер ине”,-тип аҡланды.
Эйе, һәр ғаиләнең сағыу нурҙарға сорналған бәхете лә, сит күҙҙәрҙән йәшергән хәсрәте лә бар. Ир һәм ҡатындың хистәре бер тулҡында йөҙгәндә генә бар кәртәләр юҡҡа сыға, шатлыҡлы көндәр ишәйә. Бәхетһеҙлеккә дусар булмаҫ өсөн шул тойғоларҙы ҡәҙерләп һаҡларға, ә инде улар юҡҡа сыҡһа—уңмаған юлды ҡыумай, бер-береңде ғәфү итә белергә кәрәктер.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.