Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2025, 16:15

Беспилотник күргәндә ни эшләргә?

Иң тәүҙә тыныслыҡ һаҡлағыҙ. Ҡурҡыу хәлде дөрөҫ баһаларға ҡамасаулай ғына. Был хәлде видеоға төшөрөргә тырышығыҙ һәм шунда уҡ 112 һаны буйынса хәбәр итегеҙ, дрондың осоу ваҡытын, урынын һәм йүнәлешен күрһәтегеҙ. Һөжүмдең фото - һәм видеоматериалдарын интернетҡа урынлаштырыу ҡәтғи тыйыла! Был хәүефһеҙлек хеҙмәттәре эшенә зыян килтереүе ихтимал. Хәүефле зонанан шунда уҡ сығып китегеҙ- ул аппарат аҫылынып торған йәки хәрәкәт иткән урын. Уға яҡын килмәгеҙ һәм яҡыныраҡ ҡарарға тырышмағыҙ. Тирә-яҡтағыларға хәүеф тураһында иҫкәртегеҙ.

Әгәр беспилотник торлаҡ йортҡа һөжүм итә икән, янғын ваҡытында эшләгән кеүек эш итегеҙ.

Урамда яҡындағы бинаға һыйынырға тырышығыҙ.

Әгәр һеҙ транспортта булһағыҙ, сығығыҙ һәм хәүефһеҙ урынға барығыҙ.

Фатирҙа тәҙрәләрҙән алыҫ тороғоҙ, терәк стеналы бүлмәлә иҙәнгә ултырығыҙ.

Бинала лифт ҡулланмайынса түбәнгә төшөгөҙ, подвалда йә ер аҫты парковкаһына йәшенегеҙ.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас