Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2025, 17:50

Ишейҙәр шәп сара үткәрҙе

Сарала мәктәп, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ойошмаһы һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Ишейҙәрҙең йәрминкәһе муллығы менән хайран ҡалдырҙы. Афарин уңғандарға!

Ишейҙәр шәп сара үткәрҙе
Ишейҙәр шәп сара үткәрҙе

11 октябрь- Республика көнө айҡанлы "Байрам менән, Республикам" сараһы булып үтте. Сарала мәктәп, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ойошмаһы һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Көҙгө уңыштан,тоҙланған,бешерелгән һәм башҡа төрлөләр йәрминкәлә һатыуға сығарылды.Кемдер һатып алып ҡыуанһа,кемдер аҡса эшләп ҡыуанды.Йәрминкә гөрләп торҙо. Байрам артабан дауам итте. Балалар менән төрлө уйындар ойошторолдо.Шул арала викторина һорауҙарына яуаптар эҙләп таптылар. Сараның өсөнсө өлөшөндә бай итеп өҫтәл әҙерләп самауырҙан тәмле сәй менән һыйланып, 10 октябрь ҡурай көнө булғанлыҡтан, ике байрамды берләштереп, башҡортсалап ҡурай моңона бейенеләр.Матур сараға килеүселәргә,ҡатнашыусыларға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Күгебеҙ аяҙ,донъялар тыныс булһын!Гел шулай берҙәм һәм бергә булайыҡ!

Миңзифа Ишдәүләтова.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас