Йәмғиәт
10 Август 2025, 10:40

Бер тәүлектә аферистарға 11 миллион һум

Мутлашыусылар энергия һатыу компанияһы һәм Роскомнадзор хеҙмәткәрҙәре булып та алдай. Шулай алданған пенсионер ҡатын 4,9 миллион һум аҡсаһын юғалта.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Шаран районында йәшәүсе ҡатынды мутлашыусылар алдаған. Улар уның аҡсаһые үҙенең иҫәбенән, улар  күрһәткән иҫәптәргә ебәрергә күндергән.

Мутлашыусылар энергия һатыу компанияһы һәм Роскомнадзор хеҙмәткәрҙәре булып та алдай. Һөҙөмтәлә пенсионер ҡатын 4,9 миллион һумдан мәхрүм ҡалды.

Өфөлә 20 йәшлек студентҡа мутлашыусылар шылтыратып, абонент номерын раҫлау, Дәүләт хеҙмәттәрен взломать итеү һәм аҡсаны мутлашыуҙан һаҡлау һылтауы менән үҙҙәрен уҡыу йорто, үҙәк банк, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип алдай, 800 мең һумдан ашыу аҡса күсерергә күндерәләр. Аҡсаны күсереүҙән ҡыҙҙы ата-әсәһе һаҡлап ҡала.

Һаҡ булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас