Йәмғиәт
24 Июль 2025, 14:30

Бер тин алмайынса бур булдым

Шул арала "Уралсиб"тан килгән "Һеҙ һораған 405 мең һумға кредит картаһы әҙер. Курьер килтерәсәк" тигән смс мине боҙло һыу менән ҡойондорған кеүек булды. Полицияға йүнәлдем. Ысынлап та, мошенниктар ебәргән һылтанма аша инеү арҡаһында улар телефоныма вирус ебәреп, Госуслуги аша документтарымды ҡулланып, бөтә банктарға займ өсөн заявка ебәргәндәр...

АЛМАҒАН КӨЙӨНСӘ "БУР" БУЛЫУЫ РӘХӘТМЕ? йәки

МИН НИСЕК МОШЕННИКТАР ТОҘАҒЫНА ЭЛӘКТЕМ?

6 июндә Телеграмда ят номерҙан: "Это ты на видео?" - тигән смс һәм һылтанма (ссылка) килеп төштө. Отпускы алды, саралар күп, ваҡыттың тығыҙлығын әйтеп тә аңлатырлыҡ түгел мәл. Эш араһында диҡҡәтһеҙ генә астым баяғыны. Һылтанма буйынса инә алмағас (“неподдерживаемый файл” булып сыҡты , ҡәһәрең), компьютерҙан инеп маташтым.

Унан да аса алмағас, юйып ташланым. Баҡһаң, вирус ебәрелгән булған икән! Иртәгәһенә миңә төрлө банктарҙан "Вам одобрен займ на ... сумму" тигән смстар яуа башланы. Бер аҙ шикләнә төштөм, әммә һаман да баш ҡалҡытҡыһыҙ эш күп, өлгөрә алмайым. Шулай ҙа Госуслугиға инеп, кредит алыуға "самозапрет" ҡуйҙым. 8 июндә Икенсе Этҡол ауылында Урал батыр эпосы көнөнә арналған сара үтте. Шунда ҡатнашып ҡайтҡас, уны шул көндө үк гәзиткә яҙып бирергә кәрәк ине, ҡайтыу менән мәҡәлә яҙырға ултырҙым.

Шул арала "Уралсиб"тан килгән "Һеҙ һораған 405 мең һумға кредит картаһы әҙер. Курьер килтерәсәк" тигән смс мине боҙло һыу менән ҡойондорған кеүек булды. Полицияға йүнәлдем. Ысынлап та, мошенниктар ебәргән һылтанма аша инеү арҡаһында улар телефоныма вирус ебәреп, Госуслуги аша документтарымды ҡулланып, бөтә банктарға займ өсөн заявка ебәргәндәр. "Уралсиб"ты тиҙ генә "Ҡыҙыу линия" аша блокка ҡуйҙырттым. Полициянан кредит тарихын эшләтергә ҡуштылар, әлегә займ йәки кредит алынмаған булһа, тип ғариза яҙҙырманылар. МФЦ аша юллаған бушлай һәм сбербанк аша юллаған түләүле ( 580 һум) Кредит тарихы аша “Аҡсалы ир” исемле займ биреүсе ойошманан 11 700 һум займ алынғаны асыҡланды.

27 июндә 13 765 һум итеп түләргә кәрәк. Тағын полицияға юл тоттом, ғариза яҙып ҡалдырҙым. Полиция телефонымды вирусҡа тикшерҙе. Госуслугины икенсе номерға күсереп бирҙе. Шул уҡ ваҡытта ниндәй банктарҙан карталарым бар – шуларға барып, бөтәһен дә икенсе номерға күсерттерҙем. Түләр мәл еткәйне, “Аҡсалы ир” генә түгел, "Аҡса ал әле"* тип аталған МФК аптырата башланы - телефонға ла, ватсап аша ла түләүемде талап иткән смстар килә. Тәүгеһе менән ярай полиция шөғөлләнә. Ә икенсеһенән кредит тарихында займ алыныу тураһында бер теркәү ҙә юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар өйгә килеү менән янай, адресымды беләләр. Полицияға мөрәжәғәт иткәйнем, улар үҙҙәре судҡа мөрәжәғәт итһендәр, шулай итеп мошенниктар алғанын асыҡларҙар, тиҙәр. Был ойошмаларға полицияға ғариза биргәндән һуң ҡулға бирелгән талон-уведомлениены ла ебәреп ҡараным - туҡтарға уйламайҙар. Бына шундай хәлдәр. Алмаған көйөнсә бур хәлендә йәшәп ятыла әле...

Полиция хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, хәҙер мошенниктар ватсап аша ла төрлө һылтанма ебәрә башлаған, шуға ниндәй мессенджер аша килһә лә, бер һылтанмаға ла инмәгеҙ! Хатта яҡындарығыҙҙан һылтанма йәки видео килһә лә, асмағыҙ! Уларҙы “взломать” итеп, улар исеменән ебәреүҙәре лә ихтимал бит?! “Тауыш бирегеҙ” тигән һылтанмаларға ла инмәҫкә кәңәш итәм. Был яҙманы уҡығыҙ һәм таратығыҙ!!!

*Иҫкәрмә: займ биреүсе ойошмаларҙың исемдәре, билдәле сәбәптәр арҡаһында, инглизсәнән һәм рус теленән яҡынса тәржемә ителде. Уларҙың да уйҙырма ойошма булыуы, йәки мошенниктар менән бергә эш итеүе ихтимал.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас