Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
22 Июль 2025, 03:25

Баймаҡта ғаиләләр өсөн нейроклуб эш башлаясаҡ

Анкеталау август башында, ә дәрестәр сентябрҙән башлана...

Баймаҡта ғаиләләр өсөн нейроклуб эш башлаясаҡБаймаҡта ғаиләләр өсөн нейроклуб эш башлаясаҡ
Баймаҡта ғаиләләр өсөн нейроклуб эш башлаясаҡ

Ниһайәт, беҙҙең проект командаһы тулы составта осрашты һәм 3-12 йәшлек балалар  һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «МАЯК» ғаилә нейро-клубының эшен ойоштороу тураһында фекер алышты.

Проекттың төп бурыстары, саралар планы тикшерелде,  эште ойоштороу мәсьәләләрен билдәләнек. Бындай балалар менән шөғөлләнергә бер ҡасан да һуң түгел. Үҫеш диагнозға ҡарағанда беренсе урында тора.

Әүҙемерәк булығыҙ, хөрмәтле ата-әсәләр. Шылтыратығыҙ, яҙығыҙ, инвалидтар йәмғиәтенә инегеҙ һәм ентекле мәғлүмәт алығыҙ. Анкеталау август башында, ә дәрестәр сентябрҙән башлана. Проект грант аҡсаһын файҙаланып тормошҡа ашырыла.

Луиза Иванова, Баймаҡ инвалидтар йәмғиәте рәйесе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас