Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа
Фәтиха менән ир йәшәр....
- Шул тиклем тексәйеп ҡарама әле йәнде көйҙөрөп! Күҙле бүкән һымаҡ текләй ҙә ултыраһың. Һөйләшә лә белмәйһең, исмаһам! Өс көн, өс төн ҡайҙа йөрөнөң, ә? Эҙләмәгән ер ҡалманы, йөрәк бөттө...
Яуап булмаҫын белә Әлиә, шулай ҙа ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап, үҙ алдына һөйләнеп ала. Ауыр ҙур кәүҙәле, түп-түңәрәк ике күҙен хужабикәнән алмаған Һарысай менән шулай“һөйләшә”улар. Үҙ исеме - Рыжуля, ә Әлиә өсөн ул – Һарысай. Улы менән килене ошо сәйер йән эйәһен ер аяғы – ер башынан алып килделәр ҙә, ҡалдырып ҡайтты ла киттеләр. Ҡарап тор, имеш...Яңғыҙһың, имеш...Яңғыҙмын шул, ҡалайтайым... Иргә арҡаланып ғүмер итеп, инде олоғайып килгәндә тиктомалдан бер үҙем ҡалырмын да, ошо ете-ят һары бесәй менән көн күрергә тура килер тип кем уйлаған? Барыһы ла һин теләгәнсә булмай икән донъяла. Эт-бесәйҙе ғөмүмән тере биреләй күреп яратмаған Әлиә менән Һарысай хәҙер бер-береһенең барлығына күнеп йәшәргә мәжбүр, хатта күҙ ҡарашы менән аңлашырға өйрәнеп тә киләләр шикелле. Бер уйлаһаң, эргәләге тере йән нисектер йыуаныс та һымаҡ. Ана, бер нисә көн ҡайҙалыр юғалып торған Һарысайҙы эҙләй-эҙләй хәле бөттө, табылғас шатлығынан илап ебәрҙе бит хатта. Яратмайым тиһәм дә,әллә эҫенеп барам инде, тип үҙе лә аптырап ҡуя. Күҙ ҙә йоммай, уның һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултырған бесәйҙең дә үҙ хәстәре, уйҙары барҙыр, бәлки, кем белә.
Әлиә өйҙәге ваҡ-төйәк эштәрен атҡарҙы ла, яратҡан шөғөлөнә тотондо. Йәш саҡтан бәйләргә ярата ул. Бәйләмен тота ла, көйләй-көйләй төрлө уйҙар тулҡынында өйөрөлә,йә шатлыҡлы, йә һағышлы хәтирәләргә бирелеп китә. Үткәндәр яҡында, һул һуҙымында ғына кеүек. Тик үрелеп-үрелеп буй етмәй уҙған йылдарға, уйлап-уйлап осона сығып булмай.Тормош юлында күңел елкендергес ҡанатлы мәлдәр ҙә, йә киреһенсә, үҙәктәрҙе әсетеп, бәғерҙе телгеләгән үкенестәр ҙә күп, бик күп булған икән...
... Бар донъя шау сәскәгә күмелгән йәмле йәй айында Әлиә педучилище тамамланы. Студент осоро шаулап-гөрләп тиҙ генә үтте лә китте. Ниһайәт, ҡулда күптән көткән диплом! Ун һигеҙ йәшлек сибәркәйгә хәҙер бөтә офоҡтар ҙа асыҡ, алда– хыялдарҙы ысын итәһе, тормош тигән оло диңгеҙҙә кинәнеп-кинәнеп йөҙәһе бар...
Уға төпкөл райондарҙың береһенә йүнәлтмә бирҙеләр.Билдәһеҙлек бер аҙ шомландырһа ла, күңел елкенә, йәшлек саялығы, сәм-дәрт алға әйҙәй. Йәйрәп ятҡан иркен далала үҫкән ҡыҙ, өҙәрем оҙон юл үтеп, йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урманлы, тау-ташлы төбәккә килеп төштө. Яңы мөхит, ят ауыл уны “йә,ҡарарбыҙ, нимә ҡыйрата алырһың икән?” тигәндәй, һағайып ҡаршы алғайны ул саҡта...
- Әйҙә, һылыу, рәхим ит, тартынма, үҙ өйөңдәгеләй бул! – Йәш уҡытыусыны фатир хужабикәһе Гөлйемеш инәй бик ихлас ҡаршыланы һәм ыҡсым өй түрендәге урындыҡта боһорап ҡайнап, үҙенсә көй көйләп ултырған самауыр янына әйҙүкләне. Әлиәне хуш еҫле сәй менән һыйлаған арала ҡайһы яҡтан икәнен, ата-әсәһе, туғандары тураһында белешеп тә өлгөрҙө. Ә үҙенең ҡыҙҙары тормошҡа сығып ситтә йәшәй, һуғыш яугире булған йәмәғәтенең вафатынан һуң яңғыҙы көн күрә икән. Алсаҡ йөҙлө, етеҙ хәрәкәтле әбекәй тәмләп кенә хәбәрен теҙҙе: - Мин ни ошо ауылда тыуып үҫтем инде. Ошонда тормош ҡороп донъя көттөм. Бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәнем дә. Бына һинең кеүек йәш кенә уҡытыусылар килеп фатирҙа тороп китә. Беҙҙең яҡты үҙ итмәгәндәре ҡабат иленә ҡайта, эсәр һыуы булғаны ошонда кейәүгә сыға, килен булып донъя йөгөн тарта. Бына һине лә алда үҙ яҙмышың көтәлер.Инсафлы бала күренәһең, бәхетеңде табырға насип булһын...
Әлиә Гөлйемеш инәйҙе тыңлай ҙа, һәр нәмәне күңеленән үткәреп, уйнап һөйләгәндә лә уйлап һөйләгән ысын аҡыл эйәһе тап уның кеүек булалыр, тип һоҡлана. Көн дә тәмле сәйе менән һыйлап, йылы һүҙен әйтеп эшкә оҙатып ҡала йомарт инәй. Әлиәнең кәйефе шәп, мәктәпкә балалар янына еңел кәүҙәһе менән күбәләктәй осоп ҡына бара. Йәп-йәш Әлиә өсөн донъя түңәрәк, зәңгәр күк тик алһыу нурҙан ғына тора кеүек. Һайлаған һөнәреңде яратыу, кескәйҙәрҙе яҡын күреү – ысын, ҙур бәхет икән дә!
Хәйер,ауылда уҡытыусы - балаларға белем биреүсе генә түгел. Агитатор ҙа, әртис тә, спортсы ла, һәр төрлө хужалыҡ эшендә ярҙамсы ла. Был мәшәҡәттәрҙең барыһы ла Әлиәгә күңелле һәм ҡыҙыҡ тойола, арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа. Йәшлек - үҙе шундай мәл икән, бөтә нәмә яңы һәм мауыҡтырғыс, дәрт-дарманыңдың ташып-түгелеп кенә торған сағы.
Ул арала ауыл тирәләй үҫкән уҫаҡ-ҡайындар, миҙгел алмашыныуын иҫкәртеп, һары-ҡыҙыл төҫтәргә мансылды. Бейек тауҙар, таш-ҡаялар өҫтөнә аҡһыл келәмдәй томан шаршауы эленде. Әлиәнең күңелен әллә ниндәй болоҡһоу баҫты. Атай-әсәй наҙында ҡойоноп үҫкән, студент саҡта аҙна һайын ялға ҡайтып йөрөгән ҡыҙ ауылын, яҡындарын, дуҫтарын юҡһынды. Уҡыусылар көҙгө каникулға сығыу менән ҡыҙыҡай тыуған яғына юл тотто.
-Балаҡайым,бигерәк ябығып йонсоп киткәнһең! Йә, бына ошо тәмлекәсте аша, йә әле, быныһын тәмләп ҡара, - тип өлтөрәп йөрөгән әсәһе, ҡыуаныстан йөҙө яҡтырып киткән атаһы эргәһендә шундай рәхәт. Улар янында Әлиә үҙен һаман да бәләкәй иркә ҡыҙсыҡ итеп тоя. Ҡәҙерле кешеләре менән осрашыу мәлдәре күңеленә әйтеп аңлатҡыһыҙ кинәнес бирә. Тыуып-үҫкән ере уны яңы көс-дәрт менән һуғарғандай, тылсымлы йәшәү һулышы өргәндәй. Тик был көндәр татлы төш кеүек тиҙ үттеләр. Ял итеүҙән, күрешеү шатлығынан кәйефе көйләнеп, Әлиә тағы эшкә юлланды. Автобус, дала ерҙәре аша үтеп, тау-урманлы төбәккә килеп еткәс, ҡыҙҙы туҡталышта төшөрҙө лә, үҙ юлы менән ары елде.
Ноябрь башында юл йөрөү гүр ғазабы икән дә! Быҫҡаҡлап торған ямғырҙан һуң күктәге ҡара болоттар ергә берәм-берәм эре ҡар бөртөктәре һибә башланы.Һауа, ана, ҡыш килә тигәндәй, һалҡын һулышын өрҙө. “Ҡараңғы төшкәнсе барып етергә, һис юғында ауылға яҡынлап өлгөрөргә кәрәк”,- тип уйлай Әлиә. Ҡупшыланып юлға еңел генә сыҡҡан: күбәләк ҡанатындай зәңгәр береты ла, йоҡа курткаһы ла ҡала урамында ғына кейерлек. Модалы итектәренә еүеш балсыҡ уҡмашты, бата-сума атлай торғас каблугы бөтөнләй һынып сыҡты. Ҡыҙҙың күңелен ҡурҡыу алды:“Ни эшләргә, нисек ауылға барып етергә?”
- Риза дуҫ, ҡара әле, был ниндәй алиһә тора беҙҙең ҡаршыла?Урман эйәһе инде әллә! – Әлиә көр тауышҡа тертләп, артына боролоп ҡараны .
- Таныш түгел һылыуҡай, әйҙә беҙҙең менән, бергә-бергә күңеллерәк булыр! - Әлиә ҡаршыһына төҙ һынлы, киң яурынлы һалдат килеп баҫты.
- Мин Иштимеров Иштуған булам, әлеге көндән - запастағы кесе лейтенант! – тип егет уң ҡулын хәрбиҙәрсә сикәһенә терәне. Ә һеҙ, алиһә, кем булаһығыҙ?
- Мин - Әлиә Тимерова, мәктәптә башланғыс синыф уҡытыусыһы! – Бер аҙ ҡаушап, бит остары алһыуланып китһә лә, Әлиә егеткә ҡыйыу яуап бирҙе.
- Алиһә Тимерова! “Иш”те ҡушһаң, Иштимерова! – һалдат тештәрен ялтыратып ихлас йылмайҙы ла, ҡыҙҙың нескә биленән эләктереп,арбаға күтәреп ултыртты. - Берәүҙән икәү яҡшы, икәүҙән өсәү яҡшы тиҙәрме әле, юлды артабан бергә дауам итергә ризаһыңмы, Риза иптәш? – тип дуҫын шаяртып алды.
“Ҡалай әрһеҙ” – Әлиәнең тәүге уйы шундай булды. Шулай ҙа һалдаттан ҡайтып килеүсе шат, шаян Иштуған, уны ат егеп ҡаршы алған дуҫы Риза менән юл ыҙаһы һиҙелмәне. Ауылға тиҙ үк килеп еттеләр.
Эх, йәшлектең күңел елкендергес, шатлыҡ ҡына тулы мәлдәре! Кемде генә ғишыҡ утына һалмаған да, кемдәрҙе татлы ғазап ялҡынында яндырмаған ул! Мөхәббәт осҡоно бер тоҡанһа, уны тыйып тороу һис мөмкин түгел икән. Әлиә менән Иштуған да йөрәктәрен ҡайнар хис ялмауын һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Гөлйемеш инәйҙең өйө алдындағы эскәмйә йәштәргә сикһеҙ йыһан серҙәрен асты, күктә бары улар өсөн шаян йондоҙҙар емелдәште. Ауыл йоҡоға талғас, төн пәрҙәһен асып ергә баҡҡан уйсан ай өнһөҙ генә ғашиҡтарҙы күҙәтте...
Оҙон ҡыш үтте. Ергә ҡайнар нурын һипкән яҙғы ҡояшҡа иркәләнеп, йырлай-йырлай гөрләүектәр аҡты, туғайҙа һандуғастар кемуҙарҙан моң-көйҙәрен һуҙҙы. Тәбиғәттәге илаһилыҡ ярһыу йәш күңелдәрҙе елкендерҙе. Ике ғашиҡ йән йәмле йәй етеүгә туй яһаны.
...Яратҡан йәре йәшәгән йортҡа күсенде Әлиә. Ә унда йәш киленде бөтөнләй башҡа тормош ҡаршы алды. Совхозда агроном булып эшләүсе Иштуған күп ваҡыт баҫыуҙа. Ҡайныһы ла иртүк эшкә китә. Арып-талып һуң ғына ҡайталар. Өйҙәге бөтә мәшәҡәт ҡәйнә менән килен иңендә. Дәү кәүҙәһе менән дөрһөлдәтә баҫып йөрөгән көр тауышлы ҡәйнә, әллә ғаиләлә гел ир-ат булғанғамы, үҙһүҙле һәм уҫал ине. Әлиәне лә аяп торманы.
- Килен, килен, тим, ҡулйыуғысыңда бер тамсы ла һыу юҡ, нишләп ҡарамайһың?
-Китсе-китсе, йыуған керең саңға төшөп туҙрап ята лаһа,кипкәс тә йыйып алып булмаймы шуны?!
- Ана, күрше килендең самауыры, нисә ҡарама, тыжлап ҡайнап ултыра, ә беҙҙә...ҡуй инде, ҡайҙа ул! – ҡәйнәнең туҙыныуына сәбәп табылып ҡына торҙо.
- Ҡороп ҡалғырлар! Сәсрәп киткерләр! Йәлсемәгерләр! –былар уҫаллығы менән даны сыҡҡан әбейҙең иң күп ҡулланған һүҙҙәре ине. Үҫеп кенә килгән эреле-ваҡлы малайҙарына, йә эҫегә сыҙамай һауҙырмай ыҙалатҡан һыйырға, йә ишек алдында тегеләй-былай йүгерешкән себештәргә ҡарата әйтелә ине был күңел өшөткөс һүҙҙәр.
Йәш килен мыжыҡ ҡәйнә ҡушҡан йомоштарҙы эләгә-йығыла йүгереп үтәргә тырышһа ла, барыбер ярай алманы. Үҫмер йәштәге дүрт ҡәйнешенә, йәмғеһе һигеҙ кешегә көн дә ашарға хәстәрләргә,йылғанан һыу ташып кер йыуырға, ҡош-ҡортто ҡарап өлгөрөргә, унан мәктәпкә йүгерергә тура килде. Атай-әсәйем йортонда тормош ҡалай еңел булған, тип уйлай Әлиә. Әсәһенең тәмле ризыҡтарын һағынып илап та алғылай. Был ғаиләлә эштең күплегенә, әлдән-әле проблемалар сығыуына, ундай саҡта ҡәйнәһенең ярһып, теҙгенде үтә ҡыҫҡа тотоуына йәш килен хайран ҡала. Йортта бөтәһе лә ҡәйнә кешегә буйһона, бар нәмә уның тирәләй өйөрөлә ине...
-Гөлйемеш инәй, һинең яныңда шундай тыныс, рәхәт. Нисек шулай сабыр, аҡыллы була беләһең? Мине лә өйрәт әле сабырлыҡҡа! – Һирәкләп кенә элекке фатирына һуғылып, бер аҙ күңелен бушатып, эс бошоуын баҫырға тырышты йәш килен.
- Эй-й-й, ҡыҙым, тормош көтөү уйын эш түгел бит ул.Түҙемле, сәмле булһаң ғына еңәһең ауырлыҡты. Абай бул, яңылышма. Ямғыр менән ер йәшәр, фәтиха менән ир йәшәр тигән беҙҙең боронғолар, иҫеңдә тот, балаҡай! – Гөлйемеш инәйҙең хәбәре гел шулай кинәйәле, уйланырлыҡ. Уны тыңлағандан-тыңлағы килә. Тик ҡайтыуына киленде “ауыл ҡыҙырып, эшһеҙ кеше һымаҡ йөрөмәһәң ни була?”, тигән ризаһыҙ йөҙлө ҡәйнә ҡаршы ала...
Ваҡыт иһә тормош ығы-зығыһына ҡарамай алға тәгәрәне. Әлиә тәүге тапҡыр әсә булыуҙың татлы ғазаптарын кисерҙе. Йоморо, теремек улдары Радмир тыуҙы. Һөйгәне менән бергәләп ул саҡта нисек ҡыуандылар! “Улым өсөн рәхмәт, алиһәм!” – тип атҡа атланғандай ирәмһене атай кеше. Мәшәҡәттәр ҙә артты. Әлиәгә ишле ғаиләне ҡарау көндән-көн ауырлашты. Бала менән бергә үҙ ауылына, атай йортона ҡунаҡҡа ҡайтҡан сағында ла:“Килен Иштуғанды ташлап ҡайтып киткән, имеш,” – тип тел сарлаусылар табылды. Ауыл тормошо шулай: баламы, оло кешеме, һәр саҡ кеше күҙе алдындаһың. Саҡ ҡына яҙа баҫтыңмы, ғәйбәтселәр теленә эләгеүеңде көт тә тор...
Туған тейешле берәүҙең буш торған өйөн рәтләштереп башҡа сыҡҡас, Әлиә эй ҡыуанды! Ниһайәт, ул - ысын хужабикә, һәр нәмәне үҙе теләгәнсә эшләй ала. Иштуған бар хәленсә кәләшенә ярҙамлашты. Ауыл тормошона яраҡлашып, мал аҫырап, утын-бесән хәстәрләп йәшәй башланылар. Бала тәрбиәләү, мәктәп эше, ситтән тороп юғары белем алыу, ауыл кешеһенең бөтмәҫ ығы-зығылы мәшәҡәттәре менән ваҡыт алға тәгәрәне.Әлиә лә үҙгәрҙе, холҡо ҡырҡыулашты, уҫалланды, әллә ҡәйнәһенән күрмәксе, һәр һүҙҙе сатнатып әйтә торған үткер, талапсан ҡатынға әүерелде.
Шул замандағы күңелһеҙ ваҡиға Әлиәнең күҙ алдына килә лә баҫа. Бигерәк тә һуңғы арала йыш иҫенә төшә. Уларға ҡайҙандыр ҙур һары бесәй килеп эйәләшкәйне. Ҡыуҙылар - китмәне, өйгә инергә тырышып ишек төбөн һағаланы. Ә бер көндө Әлиәнең эштән ҡайтыуына шкаф эсенә инеп көсөкләгән, етмәһә, уның ҡәҙерле, яратҡан яулығы өҫтөндә ята! Йәне көйөп, бесәй балаларын яулығы-ние менән бергә тышҡа сығарып ырғытты. Күҙҙәрен дә асып өлгөрмәгән бисаралар февраль һыуығында ҡар өҫтөндә сыйылдашып туңып үлделәр... Ошо хәлде тәҙрә аша күргән Радмиры ныҡ иланы, оҙаҡ тыныслана алманы балаҡайы. “Самаһыҙ ҡаты ҡыланаһың түгелме, кәләш?” – эштән ҡайтып ингән ире лә аптыраны.”Эйе, ҡаты ҡыланам шул. Мин уҫал ҡәйнә мәктәбен үткәнмен, йомшаҡ була белмәйем”,- тип ҡырт киҫкәйне ул саҡта. “Бигерәк бәғерһеҙ булғанмын. Бесәй балаларын түгел, өйҙәге таҙалыҡты, үҙемдең матур яулығымды уйлағанмын, эх”...
Алыҫтағы йәшлек йылдарын байҡап онотолоп киткән ҡатын ҡапыл бөгөнгө ысынбарлыҡҡа ҡайтты. Йомарланып эргәһенә килеп һыйынған ялбыр Һарысайҙың йомшаҡ арҡаһын һыйпап ҡуйғандай итте. ”Бесәй – хикмәтле йән эйәһе, уны рәнйетергә ярамай – ҡарғыш алыуың ихтимал”, тип ишеткәне бар. Бәлки, шулайҙыр. Әҙәм балаһы ерҙәге бөтә тереклек – кешеләр, үҫемлектәр, йәнлектәр донъяһы менән тулы гармонияла йәшәргә тейештер. Шул саҡта ғына үҙеңә күңел тыныслығы табып булалыр...
Бәйләмдәге еп кеүек тағатылып, Әлиәнең уйҙары тағы үткәндәргә барып тоташты... Радмирға иш булып, ата-әсәне ҡыуандырып икенсе улдары Мораҙым донъяға килде. Тик сабыйҙың ғүмеркәйе ҡыҫҡа булды. Аңғармай ҙа ҡалдылар уның үлемен. Ауыр кисерҙеләр. Бик теләһәләр ҙә, Әлиә башҡаса балаға уҙманы.
Ата-әсәнең бар өмөтө, бар шатлығы берҙән-бер улдары Радмир ине. Көслө егет булып үҫте малай, спортты яратты. “Минең улым әрмегә барасаҡ, хеҙмәт бурысын үтәмәгән егет ысын ир булмай”, тине Иштуған. Радмир үҙе лә әрмегә барырға теләк белдерҙе.
- Атай, әсәй! Беҙ Розалия менән бер-беребеҙҙе яратабыҙ,никах уҡытырға булдыҡ! - Әлиә шат йылмайып, оса-ҡуна ҡайтып ингән улына сәсрәп ҡаршы сыҡты ул мәлдә.
- Ниндәй никах һөйләйһең? Шул сейбаштар араһы менән туғанлаштырмаҡсы булаһыңмы беҙҙе?Юҡ! Мин риза түгел! Өйөң бармы, атың бармы, кемдең елкәһенә ултыртмаҡсы булаһың кеше балаһын! - тип ярһыны.
Үпкәләп, күңелһеҙ генә юлға сыҡты Радмир. Барыһының да күңелендә ауыр төйөн ҡалды. Ауылда сер ята буламы? “Ҡоҙалар килен әйттерергә килә тип көткәндәр, килмәгәндәр, ти. Розалия оялышынан ҡалаға сығып киткән” тигән хәбәр ауылды бергилке гөжләтеп алды ла онотолдо.
...Хеҙмәт ваҡыты тулыуға Радмир контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Тиҙҙән прапорщиктар әҙерләү курсын тамамлап, яҙмышын хәрби һөнәр менән бәйләне.Улдары өсөн борсолоп, унан хәбәр көтөп йәшәне ата менән әсә. “Ашханала эшләгән ҡыҙ менән таныштым. Исеме - Алла. Бергә йәшәргә булдыҡ” тигән сәләме килгәс, Әлиә тағы туҙынды:
- Ашханала эшләгән ҡыҙҙан башҡа йүнле кеше тапманыңмы? Исеме Алла булғас та, святая тип уйлайһыңмы? – тине ғәҙәтенсә ярһып. Йәштәрҙең тормошо килеп сыҡманы, бер йыл да йәшәмәй айырылыштылар...
Радмир һуңғараҡ Оксана исемле урыҫ ҡыҙы менән ғаилә ҡорҙо. Отпуск мәлендә ауылға ҡайтып йөрөнөләр. Барыһы ла, бигерәк тә Әлиә менән Иштуған, йәштәрҙән бәпес көттө. Тик ниңәлер уларға ейәндәр һөйөргә насип булманы. Дауаханаларға, бағымсы, күрәҙәселәргә йөрөү ҙә файҙа бирмәне. Аҡһыл бөҙрә сәсле, алсаҡ, етем ҡалғандан һуң балалар йортонда үҫкән килендең түлһеҙлегенә үртәлеп, “Моғайын, ауырын алдырғандыр ҙа, шуға бала таба алмайҙыр”, - тип Радмирҙың теңкәһенә тейҙе әсә кеше. Бала кеүек ябай, бер ҡатлы Оксананың холҡо. Йәштәргә тип инселәнгән быҙауҙы иркәләп: “Ты же наш бычок, ты такой славный, хороший” тип яратыуын күргәс, Әлиә иҫе китеп аптырағайны...
Бер ниндәй ҙә бизмәнгә һалып үлсәп булмаҫлыҡ күп көс, күп аҡса түкте йәштәр бала хаҡына. Инселәнгән үгеҙҙең аҡсаһы ла Оксананы дауалауға китте.Тик тырышыуҙары бушҡа булды.
Ә йылдар һыу кеүек аҡты ла, аҡты. Бер-бер артлы ҡайны-ҡәйнәһе, улар артынса ҡәйнештәре, олоғайған атаһы менән әсәһе гүр эйәһе булдылар. Ул арала хаҡлы ялға сығыр мәл дә килеп етте.
- Алиһә, һин ҡалала йәшәргә теләр инеңме? – тине бер мәл Иштуған.
- Минең күптәнге хыялым! Әлбиттә, ҡалала йәшәгем килә!
Иштуған әйткән һүҙендә тора торған кеше. Артыҡ ҡыйбат һорамай, булған йорт-ҡаралтыны, мал-тыуарҙы һаттылар ҙа, ҡалаға күсенде лә ҡуйҙылар. Туғандарынан бурысҡа алып,үҙҙәренең болон ҡушып, тырышып-тырмашып фатирлы булдылар.
Әлиә матур йәшлек йылдары уҙған ҡалала йәшәүенә бик шатланды. Асфальт түшәлгән киң урамдар, аллеяларҙы йәмләп ултырған аллы-гөллө сәскәләр, парктарҙа үҫкән бейек тирәктәр - барыһы ла күңеленә шундай яҡын. Парлашып концерт-спектаклдәргә йөрөнөләр, ҡалала ойошторолған байрам сараларында күңел астылар. Йәтеш кенә баҡса һатып алғас, Иштуған үҙенең агроном белемен эшкә егеп, ең һыҙғанып йәшелсә-емеш үҫтерергә кереште. Баҡсала емештәр гөрләп уңды, үҙҙәренә лә етте, күрше-күләнгә, туғандарға ла тараттылар.
Бәхет ныҡ сағыу булһа, күҙ тейә, тиҙәр. Раҫтыр. Ҡаза һис көтмәгәндә килде. Көс-ғәйрәте, дәрт-дарманы күп йылдарға етерлек тойола ине Иштуғандың. Ғүмер буйы Алиһәм тип яратҡан Әлиәһен ер-һыу илатып кинәт баҡыйлыҡҡа күсер тип кем уйлаған! Донъяның төрлө саҡтарын, юғалтыуҙарҙы ирҙәрсә түҙемле үткәрә белгән Иштуғандың йөрәге ҡапыл тибеүҙән туҡтаны. Аяҙ көндө йәшен йәшнәүе лә, ҡурҡыныс төш тә түгел, ә иң аяуһыҙ, ҡаты ысынбарлыҡ был... “Иштуғаным нәҫелде дауам итер ейәндәр һөйә алмауына өнҙөҙ генә үкенеп йәшәне. Ҡустыларының Иштимеровтар фамилияһына вариҫтар ҡалдырмай иртә китеүҙәренә ҡайғырҙы. Барыһын да эскә йотоп,түҙгән –түҙгән дә, туҙған ҡәҙерлемдең сабыр йөрәге. Парлы ҡанаттарыбыҙ ҡапыл шартлап һынды.Ҡояшым һүнде. Йәшәйештең аяуһыҙ ҡануны алдында кеше бөтөнләй көсһөҙ икән...”.
Уйҙар, уйҙар... Атаһын ерләшергә ҡайтҡан Радмирҙың һыны күҙ алдына килде. Хәрбиҙәрсә етди, уйсан ине улы. Олпатланған, ир ҡорона ингән, сәстәренә аҡ юлаҡтар төшөп өлгөргән. Ә Оксана килен ошо уҫтаптай ҙур бесәйҙе күтәреп ҡайтты. Икеһенең дә сәйер йән эйәһен нисек яратыуҙарын ғәжәп ҡылды әсә. Йөрәге сабый һөйөүҙән мәхрүм булған балаларын йәлләп әрнене.
- Әсәй, мин хәрби операция зонаһына командировкаға китәм. Ҡасан әйләнеп ҡайтырмын, билдәһеҙ. Оксанаға ауыр буласаҡ. Һиңә Рыжуляны ҡалдырып торорға уйланыҡ. Риза бул, әсәй, - тине улы юлға сығыр алдынан.
Бына заманалар нисек үҙгәрҙе! Донъяны кинәт ҡурҡыныс афәт ялманы, балаларыбыҙ алдына ҡаты һынау килеп баҫты. Ҡасан булыр уның аҙағы? “Ямғыр менән ер йәшәр, фәтиха менән ир йәшәр” тигәйне Гөлйемеш инәй – алтын һүҙҙәр әйткән! Радмирым,улыҡайым, фәтихамды бирәм һиңә.Иҫән йөрө, балам, Оксана килен менән бәхетле булығыҙ, тормошоғоҙға ҡот-ырыҫ ҡунһын. Раббым, доғаларымды ҡабул ит, гонаһтарымды ярлыҡа...
Тын бүлмәне яңғыратып телефон шылтырауына Әлиә лә, Һарысай ҙа һиҫкәнде. Оксананың берсә шат, берсә борсоулы тауышы хатта бүлмәгә һыймайынса тотош урамға таралғандай булды. Килен илай-көлә Радмирҙың хәрби операция биләмәһенән отпускыға ҡайтасағын хәбәр итте. “Һөйөнсө, тағы бер шәп яңылығым бар,Һарысай менән һеҙҙе көтәм, тиҙерәк килеп етегеҙ!” – тине Оксана.
Яңылыҡты яҡшыға юраны Әлиә. “Тормош яйланыр, ергә именлек-бәрәкәт ҡайтыр, барыһы ла яҡшы булыр” – тип өмөтләнде әсә күңеле. Ғәзиздәре менән күрешеү мәлдәрен күҙ алдына килтереп йылмайып ҡуйҙы.
Ямғыр менән ер йәшәр, фәтиха менән ир йәшәр... фәтиха менән ир йәшәр, тип ҡат-ҡат ҡабатланы әсәнең ирендәре.
Лилиә Ғәниева.