Йәмғиәт
29 Май 2025, 10:05

Минең улым бик ауыр хәлдә дауаханала ята

Айҙан ашыу тән температураһы 40-тан төшмәй. Барып ҡарай алмаҫһың микән? – тип өндәште. Шул ыңғайы сығып киттек. Палатаға барып инһәм, был малай бигерәк бөткән, йәне танау осонда ғына тора ине (мин уны бәләкәй сағынан беләм). Әле мотоциклдан йығылып, аяғы бот төбөнән һынып, табиптар операция эшләп, тимер менән беркеткәндәр ине. Операция урыны бөтәшмәгән... Мин уның аяғын, ҡулымды тейҙермәй генә йөрөтөп, тикшереп алдым. Туп-тулы бүлкелдәп торған эрен!!! Сәғәткә яҡын ҡулымды тейҙермәйенсә, доғалар уҡып, эренде яраға ҡарай эйәрттем (тарттым, ҡыуҙым, тиһәң дә була). - А., ҡурҡма, иртәгә аяғыңдан бик күп эрен сығыр, һиңә еңел булып ҡалыр, - тип ҡайтып киттем. Әсәһе һуңынан ошоларҙы һөйләне: иртәгәһенә палатаға барып ингән икән, улының янында ятҡан оло ағайҙар: “Ҙурыраҡ ергә алып барығыҙ улығыҙҙы, үлә бит!” – тип ҡаршы алғандар. Йүгереп барып одеялын асып ебәрһә, эрен эсендә йөҙөп ята, ти. Ул ҡурҡышынан ҡысҡыра-ҡысҡыра ире янына йүгереп сығып хәлде һөйләп биргән. Ул тыныс ҡына: - Улай булғас, ни өсөн кисә Миңзәләне алып килдең һуң? – тип һораған икән, был, башына барып етеп, кире палатаға йүгергән. - Улым, ҡурҡма, һин йүнәләһең, - тигән икән, улы: - Мин ҡурҡмайым ул, кисә миңә Миңзәлә Дамир ҡыҙы шулай булырын әйткәйне, һин бит үҙең ҡурҡып сабауыллап йөрөйһөң, - тигән. Врачтарға инһәләр, дауалаусы табип: “Кисә яңы укол эшләгәйнем, килеште, ярҙамы тейҙе”, - тип ҡыуана, ти...

Минең улым бик ауыр хәлдә дауаханала ятаМинең улым бик ауыр хәлдә дауаханала ята
Минең улым бик ауыр хәлдә дауаханала ята

Ысын халыҡ табибәһе

Был ханымды Баймаҡ районында ғына түгел, хатта Башҡортостанда ла белмәгән кеше һирәктер тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ, моғайын. Ҙуурҙан ҡубып әңгәмә ҡорорға йөрьәт итһәм дә, ҙур кеше тураһында яҙыу өсөн шундай уҡ оло йөрәк кәрәк икәнлеген аңланым. Ә шулай ҙа күңелемә йыйылған ихлас рәхмәт хистәрем ҡулға ҡәләм алырға этәрҙе лә инде.

-Миңзәлә Дамир ҡыҙы, һеҙҙең халыҡ табибәһе булып китеүегеҙҙең серен асыҡлау өсөн, әйҙәгеҙ, иң элек тамырҙарығыҙҙы барлап алайыҡ әле. Сығышығыҙ ҡай тарафтан?

- Мин 1956 йылдың 12 октябрендә Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым – Дамир Ғилметдин улы Мырҙағәлин - Мерәҫ мәктәбендә 25 йыл директор булып эшләне. Тырышлығы, ныҡышлығы һөҙөмтәһендә үҙ ғүмерендә 3 мәктәп төҙөттө. 1968 йылда 8 йыллыҡ мәктәп астырҙы. Шул мәктәп базаһында 1982 йылда урта мәктәп барлыҡҡа килде. 1990 йылда ике ҡатлы яңы мәктәп бинаһы төҙөттө. Бик ыҙалыҡ менән, үҙе көрәк тотоп төҙөнө ул. Уҡытыусыларға 8 фатир булдырҙы. Ошо фатирҙарға ла үҙ ҡулдары менән мейес сығарҙы. Ул ваҡытта йәйге лагерҙарҙың гөрләп торған сағы. Йәшелсә-емеш ишелеп уңа ине. Балаларҙы колхоз-совхоз тормошона өйрәтер өсөн мәктәпкә “Белорусь” һәм башҡа техника алдырҙы.

Атайым мәктәптә математиканан уҡытты, ә әсәйем ятаҡ балаларын ҡараны. Темәс педучилищеһында уҡығанда әсәйемде – Учалы районы Юлдаш ауылы һылыуы Садыҡова Ғәлиә Әхмәтхан ҡыҙын осрата. Ике йыл атайым Бөрйәндә, әсәйем Учалыла эшләгәндән һуң, өйләнешәләр. Атайымдың атаһы ла, әсәйемдеке лә - икеһе лә колхоз рәйесе булған, икеһе лә һуғышта ҡатнашҡан. Ул ваҡытта, заман ауырлыҡтан, Әхмәтхан ҡартатайым һуғышҡа киткәндә бер сеүәтә он яҙҙырып алып киткән. Ә ғаиләһе нисек көн иткәндер – өйҙә тәғәм ризыҡ ҡалмаған. Ул кире әйләнеп ҡайтҡан, ә атайымдың атаһы – Ғилметдин ҡартатайым – ҡайта алмаған, яу юлында башын һалған. Икеһе лә ҡатындарына: “Балаларҙы уҡытырға тырыш”, - тип әйтеп киткән.

Бына шулай матур ғаиләлә биш баланың иң өлкәне булып мин донъяға ауаз һалғанмын. Аллаға шөкөр, атай-әсәйебеҙ барыбыҙҙы ла юғары белемде итте, оло тормош юлына сығарҙы. Әлеге ваҡытта ике ҡустым Өфөлә, бер һеңлем янымда (юл аша ғына йәшәй), ә кинйә ҡустыбыҙ төп нигеҙҙә ғүмер кисерәбеҙ.

Балалар бер-бер артлы булғанлыҡтан, ҡусты-һеңлеләремде ҡарау, өй эштәре эләкте генә. Атайымдың ҡустыһы Әмир ағайым әрме хеҙмәтендә булғанда ҡартәсәйем яңғыҙ ҡалғас, 5-се класты бөткәнсе Ниғәмәттә уҡыным. Әмир ағай ҡайтып өйләнгәс, уларҙың балаларын да ҡараштым.

Дауалауға килгәндә, ул ҡартәсәйемдән күскәндер, тип уйлайым. Алдар тархан тоҡомонан, сығышы Сыңғыҙ-Буранбай яҡтарынан булған ҡартәсәйем Сәғәҙәнә Сәхиулла ҡыҙы Таһированың ҡулы им-томға килешә торғайны. Ул гел генә шаршау артында сырхап килгәндәрҙе ҡарап ултырыр булды. Һылаһынмы, имләһенме һ.б. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡулы ебәк кеүек булды, беҙҙең арҡаларыбыҙҙы ла һылап ебәрә торғайны. Беҙ хәҙер ҡартәсәйебеҙҙе ныҡ һағынып иҫләп алабыҙ.

Инәйҙәр беҙгә килһә, минең ҡулымды ауыртҡан ерҙәренә ҡуйып ултыра торғайнылар. Мин дә, ҡартәсәйемдән күреп, ҡусты-һеңлеләремдең, атай-әсәйемдең арҡаһын һылай инем, ҡайһы саҡта: “Нишләп был ере былайтып тора ул?” – тип сыҡҡан ерҙәрен төҙәтеп урынлаштырып ҡуйғаным да булды. Был өлкәлә тәүге сынығыуым уйламағанда килеп сыҡты. Ул ваҡытта ҡартәсәйем мәрхүмә ине инде. Өфөлә уҡып йөрөгән иң бәләкәй ҡустымды саф һауа һулап, таҙа һыу эсеп йәшәһен, ике ай ғына ғүмере ҡалған, тип Баймаҡҡа ҡайтарғандар ине, уны аяҡҡа баҫтырҙым. Матфактың икенсе курсында уҡып йөрөгән ике егеттән етенсе ҡатҡа пианино күтәртеп мендерттергәндәр. Шунан ҡаты ауырып китеп, диагнозын билдәләй алмағас, ҡайтарғандар ине. Беҙгә килгәндә арҡаһы, күкрәге шеп-шеш, эсе һөйрәлеп төшкән, йөрәге тайған ине. “Ашай алмайым”, - ти, үҙе йәп-йәшел. “Был килеш ҡайтып инһә, атай менән әсәйҙең йөрәге ярыласаҡ”, - тип уйлап һалып арҡаһын, эсен һылай башланым. Ҡустыма әҙерәк йән инде: “Апай, ашағым килеп китте”, - тигәс, аш һалып бирҙем дә: “Атай, бөгөнгә килмәй тор, иртәгә ҡустымды килеп алырһың”, - тип почтаға барып шылтыраттым. Иртәгәһенә тағын һыланым. Атай килеп алып ҡайтты. Әсәйем менән доғалар уҡый-уҡый йөрәгенә тауыҡ ултырттыҡ. Шунда баяғы тауыҡ үлде лә ҡуйҙы. Ауырыуы күскәндер инде. Иртәгәһенә тағын һыланым, тағын тауыҡ ултырттыҡ, әсәй доғалар уҡыны. Был тауыҡ та, ике аҙым атланы ла, тәнтерәкләп ятып йән бирҙе. Өсөнсө көндә лә шул уҡ хәл. Тик был юлы тауығыбыҙ үлмәне. Ҡустым да яйлап терелеп китте. Бөйөрө лә, ашҡаҙаны ла төшкән булған бахырғынамдың. Йүнәлгәс, әсәйемдәр уҡырға башҡа ебәрмәне. БДУ-ның Сибай институтында уҡыны ла, БДУ-ның тарих факультетын ситтән тороп тамамлап ҡуйҙы. Тәүге етди дауалауым ана шулай булды.

-Һеҙ тормош иптәшегеҙ Шәһит ағай менән класташтар икәнһегеҙ. Мәктәптә уҡығанда уҡ дуҫлаша башланығыҙмы?

-Атайым Мерәҫтә 8 йыллыҡ мәктәп астырғас, 6-8 кластарҙы шунда уҡыным да, артабан Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенә уҡырға килдем, ятаҡта йәшәнем. Шәнгәрәев Шәһит өсөнсө рәттә беренсе партала, ә мин беренсе рәттә арттағы парталарҙың береһендә ултырам. Ул дәрес ваҡытында гел миңә ҡарап ултыра ине. Мәктәптә уҡығанда бөтөнләй дуҫлашманыҡ. Мин урта мәктәптән һуң БДУ-ның филология факультетында 5 йыл уҡып, тағын 5 йыл эшләгәс кенә – 10 йылдан һуң осраштыҡ һәм өйләнештек. Шәһит армияла булды, Магнитогорск ҡалаһында институтта уҡыны.

-Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тәүге хеҙмәт сынығыуын ҡайҙа алдығыҙ?

-Уҡып бөткәс, иң тәүҙә Ниғәмәт мәктәбендә 3 йыл башҡорт теленән уҡыттым. Эшкә өйрәткән шәп директор Лоҡманов Мансур Ибәтулла улы менән эшләргә насип булды. Артабан 2 йыл Мерәҫтә атайым ҡулы аҫтында ла ярайһы ғына хеҙмәт тәрбиәһе алдым. Уҡыусыларым әле һаман да рәхмәт әйтә. Мин эшемде, уҡыусыларымды, ата-әсәләрҙе, коллегалаларымды ныҡ яратып эшләнем.

-Бер ваҡыт һеҙ хатта баш ҡалала йәшәп ҡайттығыҙ бит әле. Нисек ҡапыл күтәренеп сығып китергә булдығыҙ?

-Кейәүгә сығып Баймаҡ ҡалаһына күсеп килгәс, 21 йыл 1-се мәктәптә башҡорт балаларына ла, урыҫ балаларына ла башҡорт телен уҡыттым. Денисов Кирилл тигән уҡыусым ныҡ иҫтә ҡалған: башҡорт телен теләп, ныҡ ихлас өйрәнде, әрмән ҡыҙҙары ла яратып өйрәнә торғайны. Үҙем таңғы 5-кә тиклем дәрескә әҙерләнеп, дәфтәр тикшереп ултырам. Өс бала таптым, береһендә лә декрет ялында оҙаҡ ултырманым - 7, 11 айҙарында уҡ эшкә сыға инем. Балаларҙың йәш айырмалары ла йәш тә өсәр ай ғына булды. Заһит, Айгөл һәм Дилә, студент булып, өсөһө лә Өфөлә уҡый башлағас, уларҙы уйлап, донъяны туғандарға ҡалдырып, ғаиләбеҙ менән Өфөгә сығып китеп, фатирға инеп, шунда йәшәнек. Мин Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатҡа тәрбиәсе булып урынлаштым. Дәрес бирҙеләр. Коллектив һәйбәт булды, ныҡ яратып эшләнем. Етәкселәр ҙә, уҡыусыларым дә шәп ине. Класымдың малайҙары 1-се ҡаттан уҡ көтөп тора торғайнылар. Ишектән инеүем була, 4-се ҡатҡа тиклем әйберҙәремде күтәрешеп мендерешәләр. Ял көндәрендә, яҡшы түләнә тип, йәкшәмбе педагогы булып та эшләй торғайным. “Кем ял көнө сыға?” – тип һораһалар, гел: “Мин!” – тип торғанға, билдәле совет фильмына ишаралап минән “Федя” тип көлә торғайнылар. Иптәшем дә Өфөлә эшләне.

Шул арала кеше дауаларға ла өлгөрә инем. Шулайтып үҙемдең балаларҙы уҡытып, улымды өйләндергәнсе гимназияла эшләнем дә, ейән тыуғас, эштән китеп, ейәнемде ҡараштым әле. 2013 йылда ғына кире Баймаҡҡа ҡайттыҡ. Хәҙер улыбыҙ Заһит килен менән Өфө дауаханаһында, Айгөл дә Өфөлә һалым органында, ә кинйә ҡыҙыбыҙ Дилә Баймаҡ дауаханаһында эшләп йөрөйҙәр. Дүрт ейәнебеҙ, 3 ейәнсәребеҙ бар, Аллаға шөкөр.

-Им-том буйынса дауалауҙың тәүге сирҡанысын ҡустым менән үттем, тинегеҙ. Ә артабан ниндәй диагноздар буйынса дауалай башланығыҙ, ниндәй сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырҙығыҙ?

-Дауалай башларҙан алда кешеләрҙең көнө бөтөп барғанын күрә торғайным. Өйҙәренә ҡараһам да үлек сығырын белә инем, сөнки йорт башында ниндәйҙер ҡара нөктә тора. Кешегә: “Һин тиҙҙән үләһең”, - тип әйтеп булмай бит инде. Аҙаҡ шул кешенең баҡыйлыҡҡа күскәнен ишетһәм, үҙемә ҡыйын була торғайны.

Энергиямды ҡулланғанға тиклем гел башым ауырый ине. Мәктәптә бер уҡытыусы: “Башымды һыйпа әле! Ҡулыңды тейҙермәй генә һыйпа!” – ти. Үҙемдең баш үлтереп сатнай, ярылып килә. Шулай булһа ла, уны ултырғысҡа ултыртып, башын һыйпай башлағайным, уның да, минең дә башымдың ауыртҡаны үтә башланы һәм бөтөнләй баҫылды. Уның ауыртыуы бөтә барғаны ҡулыма беленеп тора ине.

Ҡустым йүнәлгәс, күренергә кеше күп килә башланы. Ауырыуҙың тәнен тотоп ҡараһам, сиренең диагнозын белеп торам. Гайморит, геморрой, ангинаны дауаланым, бөйөрҙө, умыртҡа һөйәгенең дискыларын урынына ҡуйырға, йөрәктең нөктәләрен асырға, мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың скалиозын дауаларға өйрәндем, аҙаҡ массажға күстем. Билһеҙҙәр, түшәктә ятҡандар килә башланы. Үҙаллы Джуна методикаһын үҙләштерҙем. Мейеһе һелкенгәндәрҙең (сотрясение мозга) мейеһен һыйпап ҡына урынына ултыртам. Кешеләр: “Нисек кеше дауаларға мине лә өйрәт әле!” – тиҙәр. Уны бер нисек тә өйрәтеп булмай шул. Мин дә үҙаллы тәжрибә тупланым бит. Хәҙер, дауалауҙан тыш, тел-теш тә ҡырҡам, сөнки сихыр, көнсөллөк, күҙ тейеү ныҡ көсәйҙе.

Бер ваҡыт бер ҡатын әсәһен күрһәтергә алып килде. Үҙе өсөнсөгә ЭКО-ға китеп барам, ти. Ятҡырып эсен ҡараным да өс көн дауамында эсен һылап ебәрҙем. Онотоп бөткәс, 1 сентябрь көндө шылтыратып: “Миңзәлә Дамировна, мин бәпәй таптым!” – тип шылтыратҡайны, мин ҡыуаныстан аҡырып иланым да ебәрҙем. Өйҙәгеләр: “Әсәй, кем үлгән?” – тип аптырай. Мин: “Үлмәгән, ә тыуған”, - тием. Улар тағы ла нығыраҡ аптырай. Артабан шулайтып үҙем имләгән бәпестәр тыуа башланы. Иң ҡыуанғаным – 42, 45 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тәүге бәпестәрен ҡулына алды, 5, 10, 18 йыл йәшәп тә балалары булмағандар бәпәйләне. Һөйләшмәгән, тотлоҡҡан балаларҙың телдәре асылды.

Өфөлә йәшәгәндә лә кешене күп ҡараным. Бер бөҙрәхана хужабикәһе, мин дауалағандан һуң, малай табып алды. Шул ҡыуанысынан бинаһының бер бүлмәһен миңә биреп ҡуйҙы. Халыҡты шунда ҡабул иттем. Мин ул ҡатынға бик ныҡ рәхмәтлемен. Мәңге бәхетле йәшәһен, теләгәне һәр ваҡыт алдына килһен.

Себергә барып та кеше дауалап килдем. Ауырыу бит ул кешегә һорап килмәй. Мин ҡарағандарҙың араларында билдәле шәхестәр ҙә, артистар ҙа, яҙыусылар ҙа күп булды. Ауыр хәлдәгеләрҙе күп аяҡҡа баҫтырҙым инде.

***

Әңгәмәбеҙҙе ошо тәңгәлдә бер аҙға туҡтатып, Миңзәлә Дамир ҡыҙы Шәнгәрәеваның көндәлегенә күҙ һалайыҡ әле.

А. исемле егеттең әсәһе мине осратты ла:

  • Минең улым бик ауыр хәлдә дауаханала ята. Айҙан ашыу тән температураһы 40-тан төшмәй. Барып ҡарай алмаҫһың микән? – тип өндәште.

Шул ыңғайы сығып киттек. Палатаға барып инһәм, был малай бигерәк бөткән, йәне танау осонда ғына тора ине (мин уны бәләкәй сағынан беләм). Әле мотоциклдан йығылып, аяғы бот төбөнән һынып, табиптар операция эшләп, тимер менән беркеткәндәр ине. Операция урыны бөтәшмәгән... Мин уның аяғын, ҡулымды тейҙермәй генә йөрөтөп, тикшереп алдым. Туп-тулы бүлкелдәп торған эрен!!!

Сәғәткә яҡын ҡулымды тейҙермәйенсә, доғалар уҡып, эренде яраға ҡарай эйәрттем (тарттым, ҡыуҙым, тиһәң дә була).

  • А., ҡурҡма, иртәгә аяғыңдан бик күп эрен сығыр, һиңә еңел булып ҡалыр, - тип ҡайтып киттем.

Әсәһе һуңынан ошоларҙы һөйләне: иртәгәһенә палатаға барып ингән икән, улының янында ятҡан оло ағайҙар: “Ҙурыраҡ ергә алып барығыҙ улығыҙҙы, үлә бит!” – тип ҡаршы алғандар. Йүгереп барып одеялын асып ебәрһә, эрен эсендә йөҙөп ята, ти. Ул ҡурҡышынан ҡысҡыра-ҡысҡыра ире янына йүгереп сығып хәлде һөйләп биргән. Ул тыныс ҡына:

  • Улай булғас, ни өсөн кисә Миңзәләне алып килдең һуң? – тип һораған икән, был, башына барып етеп, кире палатаға йүгергән.

  • Улым, ҡурҡма, һин йүнәләһең, - тигән икән, улы:

  • Мин ҡурҡмайым ул, кисә миңә Миңзәлә Дамир ҡыҙы шулай булырын әйткәйне, һин бит үҙең ҡурҡып сабауыллап йөрөйһөң, - тигән. Врачтарға инһәләр, дауалаусы табип: “Кисә яңы укол эшләгәйнем, килеште, ярҙамы тейҙе”, - тип ҡыуана, ти.

Ошо хәлдән һуң А. күп тә ятмай дауахананан сыҡты. Бер аҙ ваҡыт Өфө дауаханаһында дауаланды. Унда ла ваҡыт табып барып киттем, аяғындағы эрене бөткән ине. Унан һуң күп ваҡыттар үтте, ул хәҙер һау-сәләмәт, эшләп йөрөй. Үҙе кеүек шуҡ малай үҫтерә.

***

Бик күп йылдар элек яҙғы көндәрҙең береһендә кисләтеп кенә беҙгә бер оло ғына апай менән ҡыҙы килеп инде. Ф. 30-ҙан үткән, яп-ябыҡ, саҡ-саҡ йөрөй, һөйләшә лә, сисенеп кейенә лә алмай. Талағында (селезенка) яман шеш булып, уны алып ташлағандар, өс айҙан тикшереү үтергә килерһең тип баш ҡаланан ҡайтарғандар икән. Һуңғы ышаныстарын төбәп миңә килгәндәр.

Минең өйөмдә үлеп кенә ҡуймаһа ярар ине”, - тип бик шөрләнем. Шулай ҙа ярҙам итергә булдым. Бик оҙаҡ итеп аураһын тигеҙләнем, ул тишкеләнеп бөткәйне. Ипләп-ипләп кенә бөйөрҙәрен урынына ҡуйҙым. “Күңелем күтәрелеп, ашағым килеп китте”, - тип ҡайтып китте әсәһе менән.

Ике көндән инеп килә был, сәстәрен матур итеп тараған, биҙәнгән, ҡупшы итеп кейенгән, һөйләп хәбәре бөтмәй. Ҡараным тағы ла. Шулай бер нисә тапҡыр килде. Таҙарып, матурайып китте. Өс айҙан: “Килергә ҡушҡайнылар”, - тип баш ҡалаға сығып китте. Бер аҙнанан ҡысҡырып илап килеп инде: “Мине үлергә ҡайтарған булғандар! Документтарымды архивтан саҡ таптылар. Һин нисек шәбәйеп киттең ул?” – тип бик күп профессорҙар йыйылышып, аптырашып һораштылар, - тип һөйләп ташланы.

Ф. йылына бер-ике тапҡыр килеп күренгеләп йөрөнө. Насар сирле ине ул. Мин уның ғүмерен 5 йыл да 3 айға оҙонайта алдым. Һуңғы тапҡыр дауаханаға барып күргәндә: “Миңзәлә апай, мин шул тиклем һеҙгә рәхмәтлемен. Һеҙҙең шифалы ҡулдарығыҙ ярҙамында мин улымдың үҫкәнен күрҙем. Инде китһәм дә бик үкенесле түгел”, - тип хушлашып ултырып ҡалды. Ысынлап та, улы шул йылды мәктәпте тамамлағайны. Ә ире, Ф.ауырып китеп операция эшләткәс тә, уға: “Миңә ауырыу бисә кәрәкмәй”, - тип икенсе ҡатынға сығып киткән ине. Ни өсөн ирҙәр шулай була икән? Өйләнгәндә Аллаһы Тәғәләгә биргән анттарын ниңә боҙалар икән? “Эйе”, -тип әйтеү ғүмер буйы шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә булырбыҙ тигәнде аңлата түгелме һуң?..”

***

Бына шулай халыҡ табибәһе генә түгел, бик көслө фәйләсүф тә ул Миңзәлә ханым. Уның тормоштан алынған, үҙ тәжрибәһендә һыналған бик күп һынамыштары, халыҡҡа кәңәштәре бар. Мәҫәлән, ул әйтеүенсә, аҡса тураһында күп уйлаған кешенең биле ауырта, ирҙәрен яманлаған ҡатындарҙың балалары булмай. 80 процент ауырыу умыртҡа һөйәгенә – йөлөн буйына ултырһа, ҡатыу һулаға әйләнә, йәғни кеше үлеүгә табан бара. Шуға күрә иң тәүҙә умыртҡа бағанаһын һаҡларға, физик күнекмәләр менән нығытып торорға кәрәк. “Ҡояшта йылынған һыуҙа бер ваҡытта ла йыуынмағыҙ, балаларығыҙҙы ла йыуындырмағыҙ”, - ти. Тырнаҡтарҙы йома көндө ҡырҡырға ҡуша.”Бай булғығыҙ килһә – иртәнсәк, һау булғығыҙ килһә – төштән һуң тырнаҡ киҫегеҙ”, - ти ул. Иҙәнде лә иртәнге ваҡытта һеперергә, йыуырға саҡыра: “Кискеһен йыуһағыҙ, йортҡа килә торған бәхет-шатлыҡты йыуаһығыҙ. Иҙәнде йыуған һыуға тоҙ һалырға онотмағыҙ, йортоғоҙҙағы ҡаралыҡты алыр (сихыр, боҙом, күҙ тей еү һ.б.)”. Ауырлы ваҡытта сәстең бөртөгөн дә ҡырҡтырмаҫҡа өндәй, балағыҙҙың ғүмерен ҡырҡаһығыҙ, ти ул.

Аҡ йылан осратһағыҙ, үлтермәгеҙ, сөнки йыландар өйөрө менән һеҙгә ташланасаҡ. Йортоғоҙҙа йылан тапһағыҙ, юл аша сығарып ебәрегеҙ.

Ашағандан һуң өҫтәлегеҙҙе йыйыштырып ҡуйығыҙ – фәрештәнең ҡанаты талыр.

Йәш баланы эңерҙә алып йөрөргә ярамай, нәмә ҡағылыр.

Өйҙә туҡтаған сәғәт булырға тейеш түгел – мәйет саҡыра.

Мосолмандың берҙән-бер таянысы, һаҡлаусыһы, яҡлаусыһы, ҡоралы ул – доға. Һәр ваҡыт доға уҡып йөрөгөҙ”, - ти ул.

Тағы бер бик ҡыҙыҡ һәләте бар Миңзәлә ханымдың. Һүҙҙе ҡабат уға бирәйек әле!

-Мин кешеләрҙең аураһын күрәм. Нисә йылдар уны бөтәһе лә күрә икән, тип уйлап йөрөгәнмен. Кеше ҡуҙғалһа, уның күләгә кеүек нәмәһе тороп ҡала. Тәүҙә уның нимә икәнен белмәй аптырай инем. Аҙаҡ ҡына аура икәнен аңлап ҡалдым.

БДУ-ла уҡығанда психология дәресендә уҡытыусы: “Кем төҫлө төштәр күрә?” – тип һорағас, мин генә ҡулымды күтәрҙем. Башҡаларҙың төҫһөҙ төш күреүенә шунда ныҡ ғәжәпләнгәнем иҫтә ҡалған. Мәктәптә эшләгәндә педсоветта ултырғанда коллегаларымдың эске органдарын, ҡайһы ере ауыртҡанын күреп ултырам да, кәңәшмә тамамланһа, ипләп кенә уның янына барып: “Шул ереңде дауала”, - тип әйтә инем.

Элек магазинға сират хәтәр оҙон булды бит. Шунда торғанда бер әбейҙең сереп бөткән эске органдарын күреп ҡурҡыштан иҫһеҙ йығылғанмын. Бына шулай үтә күреүем арҡаһында үҙемдең кем икәнемде аңламай оҙаҡ аптырандым. Баймаҡҡа бер экстрансенс килгәйне, уға барып: “Кешеләрҙе үтә күрәм, үлерен алдан беләм, шул һәләттәремде ябығыҙ әле!” – тип унан яптырҙым. Хәҙер улай күрмәйем.

-Ғүмер буйы кеше дауалап үҙегеҙ ҙә арып, ауырып киткән саҡтарығыҙ барҙыр инде ул?

-Рәхәтләнеп яйлап ултырып ашап, йоҡлап, балаларымда булып, ғаиләмде күреп йәшәп алғым килә. Ҡунаҡҡа саҡырһалар, аҙағынан: “Ҡарап ҡына ҡайт әле!" - тиҙәр. Шулай ҡунаҡта ла үҙ бурысымды атҡарып йөрөйөм. Әммә ошо бурыстан әҙ генә ситләшһәм, тиҙ генә ауырый башлайым. Бер мәл Красноусолда ял иткәндән һуң Миәкә районы Нарыҫтау ауылында байрамда йөрөп ятһам, ҡаршыға күп кешеләрҙе эйәрткән зәп-зәңгәр күҙле бабай килде лә: “Нишләп ике ай буйы кеше ҡарамай йөрөйһөң?” – тип әрләп ташланы. “Ҡайҙан беләһегеҙ?” – тип аптырап киттем. Нуретдин Хәсәнов исемле әүлиә булған икән. Шунда ул: “Нишләп белмәй, ти? Көсөң, ана, битеңдән тишеп сығып килә. Күктәгеләр һиңә асыулана. Кеше ҡарамаһаң, һине үҙҙәренә алырға уйлайҙар”, - тине. Ул ваҡытта, ысынлап та, битем үлтереп һыҙлай ине. Уға: “Олатай, мин үҙемдең кем икәнемде белмәйем бит. Ризалыҡмы, фатихамы биреп китегеҙ әле!” – тигәйнем, ул: “Һиңә Мөжәүир хәҙрәт 3 йәшеңдә генә фатихаһын биргән. Көнөн-төнөн кеше дауаларға тейешһең. Ҡайт та ата-әсәйеңдән һора!” – тине. Ул ваҡытта ата-әсәйем иҫән ине әле. Һорашҡайным, улар: “Әй, балам, ул ваҡытта совет заманы ине бит, кеше дауалау түгел, “өф” тип тә әйтергә ярамай ине”, - тинеләр. Хәҙер Мөжәүир хәҙрәт рухына аят бағышлап торам, аяҡтарым буйлап өҫкә табан үлән үҫкән кеүек үткән көслө энергияны тоям.

Бер ваҡыт балаларым: “Әсәй, һин гел кеше дауалап, беҙгә бер ваҡытың юҡ”, - тип үпкәләгәстәр, мин үҙем дә бүтән им-томға тотонмайым тип уйлағайным, урамда китеп барғанда аяҡһыҙ булып, атлай алманым да ҡуйҙым. Иптәшем урамдан машина менән алып ҡайтты. Әсәйем килеп өшкөргәндән һуң саҡ йүнәлдем. Балаларым илашып ғәфү үтенделәр. Шулайтып кеше ҡарамайым тип уйлаһам, ятып ауырыйым да ҡуям. Иптәшем минең өсөн өйҙә айырым бүлмә, йәйгелеккә урамда ҙур ғына аласыҡ эшләп бирҙе.

-Фәһемле әңгәмә өсөн ысын күңелдән рәхмәт, Миңзәлә Дамир ҡыҙы! Тылсымлы ҡулдарығыҙ менән күпме кешегә йән һәм тән сихәте бүләк итәһегеҙ, ауырыу-һыҙланыуҙарҙан ҡотҡараһығыҙ. Һеҙҙең менән аралашыуҙан ғына ла әллә күпме көс-ҡөҙрәт алырға була. Халыҡҡа күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, һеҙгә артабан да кешегә өмөт һәм йәшәү бүләк итерлек рух көсө, егәрле инә бал ҡортоноҡолай дәрт-дарман, үҙегеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ һәм һөйләшеүҙе Өфө ҡалаһында йәшәгәндә дауалаған бер пациентығыҙҙың рәхмәт һүҙҙәре менән тамамлайбыҙ.

Һәр кеше донъяға килә икән, тимәк, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан. Әгәр ауырыу-һыҙланыуға дусар була икән – Аллаһы Тәғәлә уға дауаһын йәки дауалаусыһын да ебәрә. Дауаханаларҙа, төрлө табиптарҙа шифа таба алмаусылар халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итә башлай. Мин дә шулай иттем. Миңзәлә Дамир ҡыҙы менән 2007 йылдан алып танышбыҙ. Уға бөтә ғаиләбеҙ, дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ исеменән оло рәхмәтлебеҙ. Кемебеҙҙер балаға уҙҙы, кемдер гайморит, ангина һ.б. ауырыуҙарҙан ҡотолдо. Умыртҡа һөйәген дә рәтләне Миңзәлә апай. Радио-телевидениелағы апайҙарым биттәге һырҙар юҡ булды, тип шатланды. Миңзәлә апай! Хоҙай биргән ҡөҙрәт-көсөгөҙҙө кешеләргә биреп аяҡҡа баҫтырғанығыҙ өсөн үҙегеҙ ҙә ауырыу-һыҙланыу белмәй, ғаиләгеҙ менән имен-һау йәшәргә насип булһын. Беҙ һеҙгә шул тиклем рәхмәтлебеҙ!” – ти ул.

Ә беҙ: “Баймаҡтар һеҙҙән уңды!” – тибеҙ, халыҡ табибәһе Миңзәлә апай!

Айгөл Иҙелбаева.

Баймаҡ ҡалаһы.



Автор:
Читайте нас