“Хәлем бөтөнләй мөшкөл”
Судта наркотиктар өсөн хөкөм ителгән кешеләрҙе күрергә, уларҙың ҡыланышын күҙәтергә тура килә. Дөрөҫөн әйткәндә, һирәгенең йөҙөнә үкенес тойғолары сыға. Бәлки, улар таратҡан ағыуҙарының кешене нисек юҡҡа сығарыуҙарын бер ҡасан да күрмәгәнгә үҙҙәрен шулай тоталыр? Белмәйем. Әммә әҙәм балаһын ниндәй хәлгә еткереүҙәрен күрһә, уларҙың күбеһе бындай енәйәткә бармаҫ ине, тип уйлайым.
“Мин тар ғына диванда ятам. Ҡыбырлай ҙа, күҙемде лә аса алмайым. Бар бүлмәгә осһоҙ тәмәке һәм саң-бысраҡ еҫе һеңгән. Бер туҡтауһыҙ сөскөрәм, танауҙан һаҫыҡ шыйыҡса аға. Уны еңем менән генә һөртәм дә, артабан ятам. Сөнки тора алмайым, аяғымды ла, ҡулдарымды ла тоймайым. Наркомандың “ломка”һы шулай була.
Кемдер телевизорҙы яндырып киткән. Унда бер туҡтауһыҙ тешен таҙартҡан ниндәйҙер йәнлекте күрһәтәләр. Мин уны күрә лә, ишетә лә алмайым. Әммә телевизорҙы һүндерергә хәл юҡ. Һыуҙы күрә алмайым! Тештәремде нисә йыл элек таҙартҡанымды ла иҫләмәйем. Йыуынмайым да. Ҡулдарым һыуға ҡағылып ҡуймаһын өсөн бирсәткәләр кейеп йөрөйөм. Сөнки һыу минең өсөн үлем төҫлө...
Миңә доза алып килергә вәғәҙә биргән егет һаман юҡ. Телефон шылтырай. Тота алмайым уны! Тоттом. Мин көткән егет тип уйланым. Юҡ – әсәй! Нимә кәрәк һеҙҙең барығыҙға ла?! Миңә һеҙ кәрәкмәй, онотоғоҙ мине! Барыбер бер нисек тә ярҙам итә алмайһығыҙ, мейене серетеп, аҡыл өйрәтеүҙән башҡа.
Әсәйгә “мин йоҡлайым” тип телефонды һалам. Уныһы иҙәнгә шыуып төшөп китте. Хәҙер теге егет шылтыратасаҡ бит – минең ҡотҡарыусым! Телефонды алам тип ҡулымды аҫҡа төшөрөүем булды, үҙем дә иҙәнгә йығылып төшәм. Йөҙтүбән ятам, әйләнә алмайым. Бәҙрәфкә барып етә алмай инем, барыһы ла салбарға китте...
Егет килеп ингәндә, үҙ еүешем өҫтөндә иҙәндә ятам. Хәлем бөтөнләй мөшкөл. Теге минән шарҡылдап көлә. Иҫемә төштө: апайымдарҙа ҡунаҡта булғанда ошо егет миңә тәүге мәртәбә энә менән наркотик ебәргәйне. Быға тиклем мин наркотиктарҙы тартып ҡына ҡарағаным бар ине. “Ул нимә ул! Һин быныһын тәмләп ҡара”,-тигәнен әле лә иҫләйем. Инерле-сығырлы аңыма был егеттең үҙенең бер ҡасан да наркотик ҡулланғанын күргәнем булмағаны барып етә.. Тик оҙаҡҡа түгел. Мин онотолам...
Хәҙер инде тороп йөрөй, хатта ашай алам. Бер туҡтауһыҙ шәкәр, шоколад йотам. Организм глюкоза һорайҙыр инде. Иртәгә лә ошондай үлем хәленә ҡалмаҫ өсөн егеттән миңә бурысҡа доза ҡалдырыуын ялбарам.. Икеләтә хаҡ менән генә ризалаша. Алам. Тик иртәнгелекте көтөп булмай. Төнөн үк уға йәбешәм...”
Аһ-зарҙарын аудиоға яҙҙырып ҡалдырған был егет тере түгел. Донъянан ваз кискән, бар кешелек сифаттарын юғалтҡан бала наркотикты артыҡ күп ебәреп, һәләк булды. Зыяратта, өлкәндәр янына, 19 йәшлек егеттең дә ҡәберлеге өҫтәлде...
Гүзәл Иҫәнгилдина.