Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
9 Апреля 2025, 14:15

Аңымды юя башлағас, бомждар үҙенә, бер баҙға алып ҡайтҡан

Хәҙер әсәйем мине ҡосаҡлап йыуатыр ҙа, барыһы ла ҡурҡыныс төш булып ҡалыр тип уйлауым көс бирҙе. Әммә әсәй миңә ишекте асманы. “Таңға тиклем ҡайҙа йөрөйһөң, шунда кит!”-тип ҡысҡырҙы. Иртәнсәк ҡустымды балалар баҡсаһына алып сыҡҡанда, ул минең хәлһеҙ, туҡмалған, мәсхәрәләнгән, иҫһеҙ, подъездағы тәнемде ашатлап сығып китте. Ошо мәлдә ул минең өсөн үлде. Атайыма ла минең тормошом барыбер ине...

Яҡты тормош минең өсөн түгел”

Табиптарға яҙмышын бәйән итеп ҡалдырған был ҡыҙҙың тормошо хаҡында иламайынса уҡып булмай.

17 йәшем. Мәктәпте тамамлаған йыл. Киләсәккә ҙур хыялдар ҡороп, врач буласағыма ышанып йәшәй инем. Яҡшы уҡыным, медицина университеты студенты булып китеү ауыр икәнен белә инем, шуға күрә ныҡ тырыштым. Бер көн әхирәтем менән дискотекаға киттек. Әсәйемдең мине ебәргеһе килмәй ине. Атайым да, әсәйем дә бик уҫал итеп тәрбиәләнеләр мине. Дискотекаға ҡасып киттем. Ҡайтып килешләй яныбыҙға бер машина килеп туҡтаны. Ике әзмәүерҙәй егет мине тотоп, һөйрәкләп машинаға ултыртты. Әхирәтем ҡасып өлгөрҙө, әммә полиция саҡыртмаған, машинаның номерын да ҡарамаған. Ҡалғаны нимә менән бөткәне билдәле инде. Мәсхәрәләнгән, туҡмалған тәнемде урман эргәһенә ташлап киткәндәр. Аңыма килеп, көскә өйөбөҙгә барып етеп, икенсе ҡатҡа күтәрелдем. Хәҙер әсәйем мине ҡосаҡлап йыуатыр ҙа, барыһы ла ҡурҡыныс төш булып ҡалыр тип уйлауым көс бирҙе. Әммә әсәй миңә ишекте асманы. “Таңға тиклем ҡайҙа йөрөйһөң, шунда кит!”-тип ҡысҡырҙы. Иртәнсәк ҡустымды балалар баҡсаһына алып сыҡҡанда, ул минең хәлһеҙ, туҡмалған, мәсхәрәләнгән, иҫһеҙ, подъездағы тәнемде ашатлап сығып китте. Ошо мәлдә ул минең өсөн үлде. Атайыма ла минең тормошом барыбер ине.

Урамға сығып киттем. Аңымды юя башлағас, бомждар үҙенә, бер баҙға алып ҡайтҡан. Шунда йәшәй башланым. Тәүге наркотиктарым да ошонда башланды. Төрлө хәлдәр булды минең менән, әммә мин бер нәмәне белә инем – башҡа минең өсөн яҡшы тормош юҡ һәм мин бер ҡасан да врач була алмаясаҡмын. Бер көн урамда әсәйҙе осраттым. Ул: “Ҡайһылай бөтөп киткәнһең. Ҡайт өйгә, ҡыҙым. Мин һине ғәфү иттем”,-тине.

Ул мине ғәфү иткән?! Нимә өсөн?! Туҡмалған балаңды ашатлап сығып китеп, уны урамда ҡалдырып, бар тормошон юҡҡа сығарғаның өсөнмө?! Бер һүҙ өндәшмәнем, артабан киттем.

Ғөмүмән, донъяла иң күрә алмаған йән эйәләре ул – кешеләр. Барыһы ла ғәйепле минең яҙмышым ошолай тамамланыуға барыуында...”

Дауаханала бер ай ятып сыҡҡан ҡыҙ күп тә үтмәй һәләк була...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас