+24 °С
Ямғыр


22 февралдә президент гранттары фонды ярҙамы менән "Үҙеңде тап" проектының презентацияһы үтте.
Бер майҙансыҡта проектта ҡатнашыусылар, ҡыҙыҡһынған партнерҙар һәм ҡулланма сәнғәт оҫталары — уҡытыусылар осрашты. Һәр сығыш яһаусы өгөт-нәсихәт һүҙҙәре әйтте, яратҡан эше хаҡында һөйләне һәм проектты уңышлы тормошҡа ашырыуҙы теләне.
Беҙ был сара менән маҡсатлы төркөмдө йәлеп итергә тырыштыҡ, уның ағзалары, дауылға ҡарамаҫтан, килде, ә ҡайһы берҙәре райондан килде. Презентация барышында яратҡан ижады менән шөғөлләнеп, тормошта ла уңыштарға өлгәшкән инвалидтарҙың уңышлы тәжрибәләренә миҫалдар килтерелде. Старт бик яҡшы килеп сыҡты! Проект президент гранттары фонды аҡсаһына тормошҡа ашырыла.