+21 °С
Болотло
Ҡайтам әле тыуған яғыма.
Ауылыма ҡайтам, бик күп йылдар аша,
Бәхеткә ҡыуанып туймайым.
Уҙған йәшлек ҡайта, яҙғы һыуҙап таша,
Айлы кистә йондоҙ һанайым.
Ҡайтам әле тыуған яғыма,
Кемдәр унда мине һағына.
Һыу буйында үҫә юкәләр,
Мин ҡайтмаһам кемдәр үпкәләр.
Матур тыуған ауылым, һаман күҙ алдымда,
Күктәрендә таныш йондоҙҙар.
Ғәзиз бала сағым үткән урамында,
Яҙғы йырҙар йырлай йәш ҡыҙҙар.
Ҡайтам әле тыуған яғыма,
Кемдәр унда мине һағына.
Һыу буйында үҫә йүкәләр,
Мин ҡайтмаһам кемдәр үпкәләр.
Яр буйында, шаулап, ҡайындар сайҡала,
Баҫыуҙарып моңло уйҙарға.
Эх матур йәшлегем,үҙеңә алып ҡайт,
Урамыңда югреп уйнарға.
Ҡайтам әле тыуған яғыма,
Кемдәр унда мине һағына.
Һыу буйында үҫә юкәләр,
Мин ҡайтмаһам кемдәр үпкәләр.