Йәмғиәт
29 Ғинуар 2025, 12:00

Тик алға һәм бергә генә

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына Баймаҡ районында 3200 инвалид йәшәй, улар араһында 322 бала. Былтыр Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең урындағы ойошмаһына 98 кеше инде, хәҙер беҙҙең ғаиләлә 915 ағза иҫәпләнә.    

Тик алға һәм бергә генәТик алға һәм бергә генә
Тик алға һәм бергә генә

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылында беҙ тырышып ҡына түгел, ә бар көс менән эшләнек.

2024 йылдың башында, ойошмабыҙҙың асыҡ ишектәр көнөндә, беҙ хакимиәттең социаль блогы вәкилдәре һәм урындағы үҙидара органдары менән осрашыу үткәрҙек. Был танышыу, үҙ-ара эш итеү һәм берлектәге эш планын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк була.

Был осорҙа партнерҙарыбыҙ менән төрлө өлкәләрҙә 52 социаль-мәҙәни сара ойошторолдо, шуларҙың 22-һе беҙҙең «Өмөт бар» клубында үтте. Айырыуса осрашыуҙарҙың иң сағыу мәлдәрен билдәләргә теләйем, унда хәстәрлек һәм ярҙам айырыуса тойолдо.

Ойошмабыҙҙың маҡсаты-әүҙем тормош алып барыуға йәлеп итеү һәм инвалидтар өсөн мөмкин тиклем күберәк мөмкинлектәр күрһәтеү. Беҙҙең инвалидтар йәмғиәте ағзалары республика ярыштарында ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Өфөлә паралимпия фестивалендә призер булған Ринат Ишкилдинды, Сергей Киселевты һәм Мансур Таһировты билдәләргә мөмкин.

Беҙ ике тапҡыр спорт туризмы буйынса ярыштарҙа ҡатнаштыҡ. Күгәрсен районында баймаҡтар командаһы беренсе урын алды.

Луиза Иванова, Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы рәйесе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас